Ориноко

Орино́ко (исп. Río Orinoco) — Көньяҡ Американың төньяҡ-көнсығышындағы йылға, башлыса Венесуэла территорияһы буйлап аға һәм Атлантик океанға ҡоя.

Гидрография

Оҙонлоғо — 2736 км, бассейн майҙаны — 880 000 км².

Ориноко Гвиана таулығының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге Дельгадо-Чальбауд тауы эргәһендә, Венесуэланың Бразилия менән дәүләт сигенән алыҫ булмаған урында башлана. Йылға киң дуға барлыҡҡа килтереп башта көньяҡ-көнбайышҡа, һуңынан көнбайышҡа, артабан төньяҡҡа һәм аҙаҡ төньяҡ-көнсығышҡа табан аға. 41000 км² майҙанлы дельта барлыҡҡа килтереп Атлантик океанға ҡоя.

Ташҡындар осоронда йылғаның киңлеге 22 километрға, ә тәрәнлеге — 100 метрға барып етә. Ориноко суднолар йөрөшлө, океан караптары йылға тамағынан 435 километрға юғарыраҡ күтәрелә ала. Һыу сығымы 33000 м³/с.

undefined

Венесуэла йылғаларының күбеһе Ориноко ҡушылдыҡтары булып тора. Ориноконың бер тармағы булған Касикьяре ҡылымығы үҙ һыуҙарын Амазонканың уң ҡушылдығы Риу-Негруға ҡоя һәм Ориноко менән Амазонка араһында тәбиғи канал барлыҡҡа килтерә — был бифурикацияның классик миҫалы булып тора.

Йылғала амазония дельфины һәм ориноко крокодилы тереклек итә.