Гвиана таулығы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гвиана таулығы
Рорайма тауы өс дәүләт сигендә
Рорайма тауы өс дәүләт сигендә
Характеристикалар
Оҙонлоғо1930 км
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеРорайма 
Бейек нөктәһе2810 м
Урынлашыуы
5°08′36″ с. ш. 60°45′45″ з. д.HGЯO
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Гвиана таулығы (Гвиана яҫы таулығы) — Көньяҡ Американың төньяҡ-көнсығышындағы тау системаһы.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оҙонлоғо яҡынса 1930 км, бейеклеге 300—1000 м. Ориноко һәм Амазонка йылғалары бассейнары һәм Гвиана яр буйы уйһыулығы араһында, Венесуэла, Гайана, Суринам, Француз Гвианаһы һәм Бразилия илдәренең биләмәләрендә урынлашҡан. Иң бейек нөктәһе — Рорайма тауы (бейеклеге — 2810 м).

Гвиана ҡалҡанының сиктәре

Геологик яҡтан Гвиана таулығы кембрийға тиклем барлыҡҡа килгән тау тоҡомдарынан төҙөлгән ҡалҡан. Геологик ҡоролошо Бразилия таулығына оҡшаш. Таулыҡ ҡомташ һәм лава ҡатламы менән ҡапланған боронғо кристаллик ҡаяларҙың киң платоларынан яһалған. Плтолар бер-бер артлы күтәрелеп гигант баҫҡысты хәтерләтә. Бында башланған бихисап йылғалар тәрән каньондар һәм шарлауыҡтар барлыҡҡа килтереп аға. Донъялағы иң бейек Анхель шарлауығы (бейеклеге — 979 м) Гвиана таулығында урынлашҡан. Төбәктә халыҡ һирәк ултырған. Таулыҡтың түбәнге битләүҙәре һәм уның тирәһе тропик ямғыр урмандары менән ҡапланған.

Гвиана таулығында тимер, марганең һәм глинозём ятҡылыҡтары бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]