Риу-Негру (йылға)

Ри́у-Не́гру (исп. һәм порт. Rio Negro) — Амазонканың иң ҙур уң ҡушылдығы.

Гидрография

undefined

Оҙонлоғо — 2300 км-ҙан ашыу[1], бассейн майҙаны — 600 000 км², һыу сығымы — 30 000 м³/с[2].

Йылға Амазонканың иң ҙур уң ҡушылдығы булып тора. Һыуҙарҙың бер өлөшө Риу-Негруға Көньяҡ Американың ҙур йылғаларының береһе булған Ориноко бассейны аша (бифурикация миҫалы булған Касикьяре ҡылымығы буйынса) килә. Һыу кимәленең миҙгел тирбәлеүҙәре ныҡ айырымланған. Ташҡындар осоронда йылғаның сельвалағы киңлеге 35 километрға барып етергә мөмкин.

Үҙенең тамағынан, Манаус ҡалаһы районынан алып 600 километр юғарыраҡ йылғала суднолар йөрөй ала.

Иҫкәрмәләр

  1. Риу-Негру (йылға) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. Elena Franzinelli. Características morfológicas da confl uência dos rios Negro e Solimões (Amazonas, Brasil) // Revista Brasileira de Geociências. — 2011. — Т. 41, вып. 4. — С. 587-596.


Icon river delta.svg Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ