Перу

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Перу Республикаһы
исп. República del Perú кечуа Piruw Mama Llaqta аймар. Piruw Suyu
Flag of Peru.svg Escudo nacional del Perú.svg
Флаг Герб
Гимн: Перу гимны
Peru (orthographic projection).svg
Үҙаллылыҡ датаһы 28 июль 1821Испаниянан)
Рәсми телдәр кечуа, аймара һәм башҡа урындағы телдәр
Баш ҡала Лима
Эре ҡалалар Лима
Идара итеү төрө Президент республикаһы
Территория буйынса урыны
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
20
1 285 216 км²
8,8
Халыҡ
• Һаны (2010)
• Халыҡ тығыҙлығы

29 461 933"Instituto Nacional de Estadística
e Informática (INEI) del Perú
". INEI.
Retrieved on June 10, 2010. кеше (41)
23 кеше/км²
Валюта Яңы соль (PEN, код 604)
Интернет-домен .pe
Код ISO PE
МОК коды PER
Телефон коды +51
Сәғәт бүлкәте -5

Перу́, иҫкесә Пе́рукечуа Piruw Mama Llaqtaкечуа Piruw Mama Llaqta аймар. Piruw Suyu [piˈruw ˈsuju]),[3], рәсми: Перу Республикаһы — Көньяҡ Америкалағы дәүләт. Төньяҡ-көнбайыштан Эквадор, төньяҡтан Колумбия, көнсығыштан Бразилия, көньяҡ-көнсығыштан Бризилия һәм Чили менән сиктәш. Ярҙарын Тымыҡ океан һыуҙары йыуа. Майҙаны буйынса, Бразилия һәм Аргентинанан ҡалышып, өсөнсө урында.

Этимологияһы

Карлдың сәркәтибе Хуан де Самано докладына ярашлы, беренсе тапҡыр Перуҙың исеме 1525 йылда Франсиско Писарро менән Диего де Альмагроның беренсе экспедицияһына бәйле телгә алына.[4].

Ил тарихы

Иртә осор

Хәҙерге Перуҙа тәүге кешеләр б. э. т. Х мең йыллыҡта барлыҡҡа килгән[5]. Улар яр буйындағы йылға үҙәндәрендә йәшәгән. Перуҙа таш ҡоралдар, хайуан һөйәктәре, үҫемлек ҡалдыҡтары 12 мең йыл элекке дата менән билдәләнә[6].

Норте-Чиконың боронғо цивилизацияһы илдең төньяҡ-үҙәк ярында табылған. Ул б. э. т. 3000 һәм 1800 йылдар араһындағы осор менән билдәләнә[7].

Инкылар дәүләте

Перу — Көньяҡ Американың археология музейы, боронғо цивилизациялар, боронғо индейҙар цивилизацияһы иле, уларҙың ҡаҙаныштары хәҙерге кешене лә таң ҡалдыра. Инкылар үҙ дәүләтен төҙөгәнгә тиклем бында унға яҡын цивилизация булған. Уларҙың юҡҡа сығыу сәбәптәре әле лә асыҡланмаған.

Урубамба йылғаһы үҙәнендә инкылар дәүләте барлыҡҡа килә. Инкылар — этнос түгел, ә хакимлыҡ итеүсе синыф. Биш быуат эсендә инкыларҙың Тауантинсуйу дәүләте Колумбҡа тиклем Америкала иң ҙур империя була.

Хужалыҡ итеүҙең төп тармағы — ер эшкәртеү. Ерҙе таяҡтар менән йомшарталар, маниока, ҡуҙаҡлылар, тәмәке һәм ламалар үрсетәләр. Халыҡ мамыҡ һәм төн туҡымалар туҡыу, көршәк эшләү (көршәксе түңәрәген ҡулланмайынса), алтын, көмөш, баҡыр һәм бронза эшкәртеү кеүек һөнәрҙәр менән мәшғүл була.

Испан яулап алыуы

Боронғо Перу индейҙарының күп һәйкәл-ҡомартҡылары испан яулап алыуҙары замананда емерелгән. Инкыларҙың ҡомартҡылары һәм һарайҙары урынына испандар католик сиркәүҙәр, монастырҙар, үҙҙәренең һарайҙарын һалғандар, шулай ҙа инкылырҙың рухи мәҙәниәте уларҙың ңәҫелдәре тарафынан ауыҙ-тел ижады, көй, бейеү рәүешендә, кейемдәрҙә һәм көнкүрештә һаҡланған.

Географияһы

Илдең климаты сиктән тыш төрлө һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы. Анд тауҙары башлана. Уңдырышлы ерҙәр сүллектәр менән алышына. Арыраҡ Амазония урмандары башлана. Тәбиғәт шарттары буйынса Перу өс өлөшкә бүленә. Яр буйын Коста тип атайҙар. Диңгеҙ буйы тигеҙлеге океан буйлап тар ғына (80 километрҙан 180 километрға тиклем) һыҙат булып 1600 километрға һуҙыла. Ул тропик сүллектәр зонаһында ята. Сүллектәр эргәһендә Анд тауҙары күтәрелә. Илдең был яғын Сьерра тип атайҙар. Йылға үҙәндәре тауҙарҙы айырым һырттарға бүлгеләй. Һырттар араһында бик бейектә яҫы таулыҡ ята.

Перуның көнсығыш өлөшө Сельва тип атала. Сельва икһеҙ-сикһеҙ урмандар менән ҡапланған. Уның аша мул һыулы Амазонка һәм уның күп һанлы ҡушылдыҡтары аға.

Административ бүленеше

Перу төбәктәре

2002 йылға тиклем дәүләт 24 департаментҡа бүленә — яңы төбәктәр барлыҡҡа килгәнгә тиклем. 2002 йылдың 18 ноябрендә, юғарылағы указға ярашлы, биләмә 25 төбәккә бүленгән. Был төбәктәр провинцияларҙан ойошторолған, улар, үҙ сиратында, райондарҙан тора. Шулай итеп, Перуҙа 195 провинция һәм 1833 район бар. Лима ҡалаһы, илдең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан баш ҡала, айырым провинцияға инә. Лима-Метрополитан провинцияһының үҙенсәлеге шунда, ул бөтә 25 төбәк иҫәбенә инмәй.

Уаскаран, Анкаш
Мачу-Пикчу, Куско
Паракас, Ика
Ману, Мадре-де-Дьос