1995 йылдың 13 ғинуарында Рәсәй Президенты Б. Н. Ельцин Хөкүмәткә Рәсәйҙә Китап баҫыу буйынса федераль программа сиктәрендә, президент программаһы сифтаында, 1996—2001 йылдарҙа Ҙур Рәсәй энциклопедияһын сығарыуҙы ҡарарға ҡуша. 1996 йылдың 2 майында Б. Н. Ельцин «Ҙур Рәсәй энциклопедияһын сығарыу тураһында» 647-се указға ҡул ҡуя. Был указға ярашлы, энциклопедияның баш мөхәррире итеп Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, физика буйынса Нобель премияһы лауреты А. М. Прохоров тәғәйенләнә, ул "Ҙур совет энциклопедияһы"ның өсөнсө сығарылышының да баш мөхәррире була. «Большая российская энциклопедия» нәшриәтенә бина ҡуртымлау буйынса ташламалар бирелә, ә 1997 йылға федераль бюджетҡа энциклопедияның беренсе томын әҙерләү буйынса редакция-нәшриәт сығымдарын финанслау һалына. Яңы энциклопедияның яуаплы мөхәррире итеп география фәндәре докторы А. П. Горкин тәғәйенләнә.
«Ҙур Рәсәй энциклопедияһы» Ҙур совет энциклопедияһы өлгөһөндәге универсаль энциклопедия түгел, ә Рәсәйгә бағышланған 12 томда сығырға тейеш була.
Беренсе том өҫтөндә эш башланғас, нәшриәт хеҙмәткәрҙәренең күбеһе бындай энциклопедия системаһыҙ, логикаһыҙ икәнен һәм Рәсәйҙе донъя контексынан айырып ҡарауын аңлай. Коллектив менән директор һәм баш мөхәррир А. П. Горкин араһында ғауға ҡуба. 2001 йылдың 19 мартында Горкиндың ете урынбаҫарының бишеһе уға нәшриәттең директоры һәм баш мөхәррире вазифаларын айырыуҙы һәм А. П. Горкиндың директор вәкәләттәренән баш тартыуын талап итеп хат тапшыра. Горкин хаттағы талаптарҙы иғтибарға алмай. 2001 йылдың 27 мартында хеҙмәт коллективының йыйылышы була, унда күпселек тауыш менән Горкинға директор булараҡ ышанмау белдерелә.
Коллективтан матбуғат министры урынбаҫары Владимир Григорьев исеменә килгән хатта Горкин тәҡдим иткән форматтағы энциклопедия урынына универсаль энциклопедия әҙерләүҙең маҡсатҡа ярашлылығы дәлилләнә. Ә 2001 йылдың 19 апрелендә Григорьевҡа универсаль "Ҙур Рәсәй энциклопедияһы"ның 30 томлыҡ проекты ебәрелә. Эште 7,5 йыл эсендә тамамлау планлаштырыла. 2001 йылдың 9 июнендә матбуғат министры урынбаҫары Владимир Григорьев коллективҡа МДУ-ның журналистика факультетын тамамлаған, ғилми дәрәжәһе булмаған «Православная энциклопедия» ғилми-сиркәү үҙәге етәксеһе Сергей Кравецты Александр Горкин урынына яңы директор һәм баш мөхәррир итеп килтереп таныштыра.
О создании «Большой Российской энциклопедии» (БРЭ) — сообщение пресс-службы Министерства Российской Федерации по делам печати, телерадиовещания и средств массовых коммуникаций. Данные на 30 июля 2003.