Латин Америкаһы
Латин Америкаһы — Америка илдәренең һәм ерҙәренең дөйөм атамаһы, роман телдәренән һәм (латин теленән барлыҡҡа килгән) рәсми телдәр ҡулланыла. Иң йыш ҡулланылған телдәр — испан һәм португал телдәре.
Шулай уҡ икенсе термин Ибер-Америка, ибер-роман телдәрҙә аралашҡан илдәрҙе аңлата.
Латин Америкаһына испанса һөйләшкән Америка илдәре — төньяҡта Мексиканан башлап көньяҡҡа Аргентинаға тиклем һәм шулай уҡ испанса аралашҡан Кариб диңгеҙе бассейндағы илдәр (Куба, Доминикан Республикаһы, Пуэрто-Рико) инә. Португал телендә аралашҡан Бразилия ла шул илдәргә инә. Француз телле Гаити, Сен-Мартен һәм Француз Гвианаһы илдәрен дә йыш ҡына Латин Америкаһы тип иҫәпләйҙәр. Ләкин француз телле Квебек провинцияһын (Канада) бер касан Латин Америкаһына индермәйҙәр. Инглиз телендә аралашҡан Америка илдәре (Ямайка, Барбадос, Багамы, Белиз, Гайана һ. б.) Латин Америкаһына индермәйҙәр.
Ерҙә иң оҙон тауҙар системаһы Латин Америкаһында урынлашҡан, шуларҙы Анд тауҙары тип атайҙар, бында Котопахи вулканы урынлашҡан.
Сәйәси бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дәүләттәр | АҠШ территориялары | Франция территориялары | |
---|---|---|---|
Аргентина Боливия |
Куба
Мексика |
Пуэрто-Рико | Гваделупа |