Панама
| |||||
Девиз: «Pro Mundi Beneficio (лат. "Тыныслыҡ хаҡына")» | |||||
Гимн: «Himno Istmeño» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 3 ноябрь 1903 й. ( Колумбия) | ||||
Рәсми тел | испан | ||||
Баш ҡала | Панама | ||||
Эре ҡалалар | Панама | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент | Рикардо Мартинелли | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
115 75 517 км² 2,9 | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы |
3 405 813 чел. (132) 44,5 чел./км² | ||||
Валюта | Бальбоа (валюта) (PAB, код 590); АҠШ доллары (USD, код 840) | ||||
Интернет-домен | .pa | ||||
Код ISO | PA | ||||
МОК коды | PAN | ||||
Телефон коды | +507 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -5 |
Пана́ма[2][3] (исп. República de Panamá [re̞ˈpuβ̞lika ð̞e̞ panaˈma]) рәсми исеме — Панама Республикаһы[4] (исп. Republica de Panamá) — Үҙәк һәм Көньяҡ Американың Панама боғаҙында Кариб диңгеҙе һәм Тымыҡ океан араһында урынлашҡан президент идараһы формалы, дәүләт төҙөлөшө унитар һәм демократик режимлы дәүләт. Көнбайыштан Коста-Рика, көнсығыштан Колумбия менән сиктәш. Ерле индейҙар телендә был атама «балыҡ күп урын» тигәнде аңлата[5].
Баш ҡалаһы — Панама ҡалаһы. Рәсми тел — испан теле. Панама Коста-Рика, Уругвай һәм Чили менән бер рәттән (Кариб төбәгенең ҡайһы бер утраулы дәүләттәренән тыш) Латин Америкаһында иң демократик, коррупцияға бирелмәгән, хәүефһеҙ һәм бай илдәрҙең береһе һанала.
2012 йыл башында The New York Times гәзите, киләһе йылда барып күрергә зарур урындар исемлегендә, Панаманы беренсе урынға ҡуйҙы (икенсе урында — Хельсинки, өсөнсө урында — Мьянма)[6].
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Географик координаталары — 9 00 N, 80 00 W.
Климаты — диңгеҙ тропигы; юғары дымлылыҡ, болотло; майҙан ғинуарға тиклем — ямғырҙар миҙгеле, ғинуарҙан майға тиклем — ҡоро миҙгел. Рельефы текә тигеҙһеҙ, таулы һәм тигеҙлекле. Иң юғары нөктәһе — Чирики (Chiriqui) провинцияһында урынлашҡан Бару вулканы (volcan Baru) (3475 м).
Тәбиғи ресурстары — баҡыр, ағас, диңгеҙ продукттары, гидроэлектростанциялар төҙөргә мөмкинлек бар. Урмандар ил территорияһының 44 процентын биләй (2010).
Панама биләмәһендә көслө дауылдар һәм урман янғындары булғылай. Йылғалар ауыл хужалығы ҡалдыҡтары менән бысрана, был инде балыҡ ресурстарына зыян килтерә. Тропик урмандарҙы күҙәтеүһеҙ киҫеү ер деградацияһына килтерә, уңдырышлы тупраҡ ямғырҙар менән йыуыла, шулай уҡ Панама каналына зыян килә.
Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Панама территорияһында климат субэкваториаль, эҫе һәм дымлы. Температура тирбәлеүҙәре әҙ, яр буйҙарында уртаса айлыҡ температура 25—28 °C тәшкил итә. Көндәлек температура айырмаһы — 6 — 8 °C. Даими юғары сағыштырма дымлылыҡ (80 %). Тауҙарҙа, 700 метрҙан юғарыраҡта, уртаса айлыҡ температура 18 — 20 °C тиклем түбәнәйә. Тауҙарҙың төньяҡ битләүҙәрендә һәм Кариб диңгеҙе ярҙарында уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 2500 — 3500 мм тәшкил итә (яуым-төшөм йыл дауамында бик күп, апрелдән декабргә тиклем күберәк), көньяҡ-көнбайышта — 1500—2000 мм тиклем (ғинуар — март айҙарында миҙгел ҡоро).
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Административ төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Панама административ йәһәттән ун провинцияға (исп. provincias, берлек һанда — provincia) һәм өс автономиялы өлкәгә (комарка, исп.: comarca indígena) бүленгән.
Тағы ике комарка провинциялар составына инә һәм шуның менән иерархик яҡтан өйәҙҙәргә тиң (distrito). Ҡалып:Административное деление Панамы (карта изображений)
Тышҡы сәйәсәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, Америка дәүләттәре ойошмаһы, Берләшмәү хәрәкәте, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзаһы.
Дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Панама — унитар дәүләт. Конституция 1972 йылдың 11 октябрендә ҡабул ителә. Идара итеү формаһы — президент республикаһы. Дәүләт ҡоролошо төрө — демократик республика. Дәүләт һәм хөкүмәт башлығы — президент. Әлеге ваҡытта президент вазифаһын Лаурентино Кортисо биләй.
Министрҙар кабинеты Президент тарафынан тәғәйенләнә, Президент һәм вице-президент 5 йылға бер дөйөм һайлап алыу хоҡуғы менән һайлана.
Закондар сығарыу органы — бер палаталы Милли ассамблея — 71 депутат, халыҡ уны биш йылға һайлай.
Сәйәси партиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2019 йылдың май һайлауҙары йомғаҡтары буйынса Милли йыйылышта түбәндәге партиялар ҡатнаша:
- Революцион-демократик партия — үҙәк-һул, Милли йыйылышта 35 урын;
- Демократик үҙгәрештәр (Панама) — либерал-консерватив, 18 урын;
- Панама партияһы (элекке Милли революцион, элекке Арнульфистик) — консерватив-милли, 8 урын;
- Либераль республика милли хәрәкәте (МОЛИРЕНА) — уң үҙәк, 5 урын.
Милли йыйылышта ҡалған 5 урынды бойондороҡһоҙ сәйәсмәндәр биләй.
Илдә парламентта күрһәтелмәгән тағы бер нисә юридик партия һәм хәрәкәт теркәлгән.
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Панама иҡтисады Панама каналын файҙаланыуға, шулай уҡ банк эшенә, страховка эшенә, ил флагы аҫтында судноларҙы теркәүгә һәм туризмға нигеҙләнә. Был тармаҡтар Панама тулайым эске продуктының өстән ике өлөшөн тәшкил итә, уларҙа эшләүселәрҙең яҡынса өстән ике өлөшө мәшғүл.
2012 йылда йән башына ЭТП — 15,6 мең доллар. (донъяла 63-сө урын).
Сәнәғәт эске тулайым продукттың яҡынса 17 процентын тәшкил итә (эшселәрҙең 18 проценты мәшғүл), ә ауыл хужалығы ЭТП-ның яҡынса 6 процентын тәшкил итә (эшселәрҙең 15 проценты мәшғүл).
Төп культуралары — банан, дөгө, кукуруз, кофе, шәкәр ҡамышы, йәшелсә; мал үрсетелә.
Тышҡы сауҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Экспорт — 3,06 миллиард доллар (2017 йылда)[7]: нефть продукттары (21 %), гудрон (9,9 %), банандар (9,8 %), суднолар (5,1 %), шулай уҡ кофе, алтын, креветкалар һ.б. аҙыҡ-түлек тауарҙары.
Төп һатып алыусылар: Эквадор 28 %, Нидерланд — 9,8 %, Америка Ҡушма Штаттары — 8,1 %, Көньяҡ Корея — 4,3 %.
Импорт — 24,8 млрд доллар. (2017 йыл): сей нефть һәм нефть продукттары (33 %), машиналар эшләү продукттары (14 %), химик тауарҙар, шул иҫәптән дарыуҙар (12,7 %), транспорт саралары, шул иҫәптән суднолар (11,1 %), туҡымалар (5,8 %).
Төп тәьмин итеүселәр: Ҡытай — 24 %, АҠШ — 19 %, Колумбия — 10 %, Көньяҡ Корея — 6,6 %.
Аҡса системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Панама валютаһы — бальбоа. Ул 1903 йылда, Колумбиянан айырылғандан һуң индерелә. Әммә ғәмәлдә бальбоа әҙ ҡулланыла. Панаманың үҙ тәңкәһе бар, әммә АҠШ доллары ҡағыҙ валюта сифатында ҡулланыла. Панамала 5 бальбоа номинациялы тәңкәләр, шулай уҡ 1 бальбоа һәм тағы ла вағыраҡтары һуғыла (1934 йылдан бальбоа курсы АҠШ долларына 1:1 нисбәтендә бәйләнгән).
Панама Латин Америкаһы илдәренән тәүгеләрҙән булып долларлаштырыу башлана; Һуңыраҡ Эквадор һәм Сальвадор долларға күсә.
Туризм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2010 йылда илгә 1,7 миллион турист килә, был иң юғары күрһәткес булып тора һәм 2009 йылдағынан 12 процентҡа артығыраҡ[8].
2009 йылдан алып Панамала Транспанама һуҡмағы үҫешә. Юл оҙонлоғо 1127 саҡрым тәшкил иткән был йәйәүле туристик маршрут Колумбия сигенән Коста-Рика сигенә тиклем һуҙыла.
Халыҡ-ара аэропорты — Токумен.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Панаманың этнораса составы[9] | ||||
---|---|---|---|---|
Этник төркөмдәр | проценттар | |||
Метистар | 65 % | |||
Индеецтар | 12,3 % | |||
Негрҙар | 9,2 % | |||
Мулаттар | 6,8 % | |||
Аҡ тәнлеләр | 6,7 % | |||
Халыҡ һаны — 4,2 млн (2020 йыл).
Йыллыҡ үҫеш — 1,5 % (тыуым — бер ҡатын-ҡыҙға 2,5 бала).
Уртаса фараз буйынса 2100 йылға ил халҡы 3,9 миллион кеше тәшкил итәсәк.
Иммунодефицит вирусын (ВИЧ) йоҡтороу — 1 % (донъяла 53-сө урын, 2007 йыл баһаһы буйынса), 20 000 кеше.
Тыуым — 20,18 % (донъяла 96-сы урын), үлем — 4,66 % (донъяла 196-сы урын), сабыйҙар үлеме — 1000 яңы тыуған сабыйға 12,67 (139-сы урын), ғүмер оҙонлоғо — 77,25 йыл (ирҙәр өсөн 74,47 йәш), ҡатын-ҡыҙҙар — 80,16 йыл).
Ҡала халҡы — 73 %.
Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 48,5 км2/кеше тәшкил итә (2013 йыл).
Америка диаспораһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Панамалыларҙан айырым рәүештә американдарҙы — Панама каналы зонаһында даими нигеҙҙә йәшәгән АҠШ граждандарын ҡарарға кәрәк. Уларҙың яҡынса 75 проценты — АҠШ Ҡораллы Көстәренең хәрби хеҙмәткәрҙәре (армия, хәрби һауа көстәре, хәрби-диңгеҙ флоты һәм диңгеҙ пехотаһы)[10]. Американдар ғаиләләре менән махсус рәүештә төҙөлгән ҡалаларында, урындағы халыҡ менән бәйләнеш булдырмайынса тиерлек, (шәхси административ органдары, полицияһы һәм башҡа муниципаль, коммуналь хеҙмәттәре, мәктәптәре, сиркәүҙәре, магазиндары, күңел асыу учреждениелары һ.б. була) айырым йәшәй. Күп тиҫтәләгән йылдар эсендә панамоамерикан субэтник тибы («200%-лы американдар») барлыҡҡа килә. Ошоға бәйле Панамала Америка хеҙмәткәрҙәренең ғаилә ағзалары өсөн киң таралған күренеш — бер нисә тиҫтә йыл йәшәү осоронда улар испанса бер һүҙ ҙә аңламай.
Телдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Испан теле — рәсми), француз телендә халыҡтың 18, инглиз телендә 14 проценты һөйләшә). Күп кенә панамалылар бер нисә телдә һөйләшә.
Дине[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Католиктар ил халҡының 75 % — 85 % тәшкил итә, протестанттар — 15 проценттан 25 процентҡа тиклем[11]. Протестанттар Алла Ассамблеяһына (Ассамблея Бога), Протестант Епископ сиркәүенә, Етенсе көн Адвентистары сиркәүенә (церковь Адвентистов Седьмого Дня), баптистарға, методистарға бүленә. Халыҡтың яҡынса 2 % — баһаи (бахаизм), 1,31 % -ы — Йәһүә шаһиттары (Свидетелей Иеговы), 1,1 % -ы мормондар динен тота.
Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2016 йылда илдә грамоталылыҡ кимәле — 94 %[12]. Панама ошо күрһәткес буйынса Үҙәк Америка төбәгендә алдынғы урында тора. 2007 йылда белем биреү индексы 0,888 тәшкил итә, был юғары күрһәткес[13].
Илдә 100 мең самаһы студент уҡый (йәштәр 88 юғары уҡыу йортонда уҡый).
Төп юғары уҡыу йорттары:
Панама университеты Панама технология университеты Көнбайыш яр буйы университеты Латин университеты Үҙәк Америка политехник университеты Санта Мария ла Антигуа университеты
Киң мәғлүмәт саралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы — SERTV, үҙ эсенә TVN, SERTV Canal 11 телеканалдарын, Radio Nacional de Panamá, Nacional FM, Cristol FM радиоканалдарын, «Radio Panamá Internacional» халыҡ-ара радиоканалын ала.
Илдә мәғлүмәттәрҙе һаҡлау буйынса мотлаҡ закондар юҡ.
Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Панаманың мәҙәниәте Панамаға испандар индергән Европа музыкаһынан, сәнғәтенән һәм йолаларынан барлыҡҡа килә. Гемонистик көстәр Африка һәм индеец мәҙәниәттәрен Европа мәҙәниәте менән берләштереүсе гибрид формалар барлыҡҡа килтергән. Мәҫәлән, тамборито — африка ритмдары, темалары һәм бейеү хәрәкәттәре менән испан бейеүе.[14].
Фольклор һәр төбәктә төрлөсә һәм типик костюм, юбка, традицион ризыҡ һәм аш-һыу, шулай уҡ музыка һәм бейеүҙәрҙән тора.
Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Панама спортсылары 1928 йылда Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр сығыш яһай.
Ҡораллы көстәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Илдә даими армия юҡ. "Республиканың йәмәғәт көстәре"нә түбәндәгеләр инә:
- Милли сик буйы һағы;
- Панама милли полицияһы;
- Милли һауа хеҙмәте;
- Милли диңгеҙ хеҙмәте;
- Институциональ яҡлау хеҙмәте.
Ҡораллы хәрбиләштерелгән формированиеларҙың дөйөм һаны яҡынса 12 000 кеше тәшкил итә (шуларҙың 11 меңе — милли полиция көстәре).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/northamerica
- ↑ Агеенко Ф. Л.. Словарь имён собственных. 2020 йылдың 15 февраль көнөндә архивланған. Электронная версия, «Грамота.ру», 2011.
- ↑ Пана́ма / Тельнова Н. О., Ларин Е. А. и др. // П — Пертурбационная функция. — М. : Большая российская энциклопедия, 2014. — С. 191—199. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 25). — ISBN 978-5-85270-362-0.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 273.
- ↑ Панама - Столица Панамы | Путеводитель . Geosfera.info. Дата обращения: 27 ноябрь 2015. Архивировано 8 декабрь 2015 года. 2015 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ The 45 Places to Go in 2012 // The New York Times — 6 января 2012. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2012)
- ↑ Внешняя торговля Панамы на atlas.media.mit.edu (ингл.). Дата обращения: 23 май 2019. Архивировано из оригинала 23 май 2019 года.
- ↑ Отдых в Панаме привлекает все большее число туристов / Панама : Статистика / Travel.Ru . Дата обращения: 10 февраль 2011. Архивировано 8 февраль 2011 года.
- ↑ The World Factbook — Central Intelligence Agency . www.cia.gov. Дата обращения: 16 сентябрь 2009. Архивировано из оригинала 25 декабрь 2018 года. 2007 йылдың 12 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Panama. // Department of Defense Appropriations for 1965, pt. 4, p. 612.
- ↑ Panama . Дата обращения: 24 октябрь 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года.
- ↑ The World Factbook. Panama . Дата обращения: 16 сентябрь 2009. Архивировано из оригинала 25 декабрь 2018 года. 2007 йылдың 12 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Background Note: Panama . Дата обращения: 28 ноябрь 2017. Архивировано 9 май 2018 года.
- ↑ The online almanac of Panama culture with travel links . Panama Culture. Дата обращения: 23 декабрь 2010. Архивировано 14 март 2018 года.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Национальная ассамблея 2013 йылдың 9 июнь көнөндә архивланған.
- Панама Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Панама в справочнике ЦРУ «The World Factbook» 2007 йылдың 12 июнь көнөндә архивланған. (инг.)
- Фед.исследовательская работа конгресса США 2012 йылдың 12 август көнөндә архивланған. (инг.)
- encyclopedia.com (инг.)
Донъя | Был — ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |