Нефть

Нефть (төр. neft, фарс. نفت, naft[1] — үҙенсәлекле еҫле тәбиғи майлы янар шыйыҡса, башлыса төрлө молекуляр массалы углеводородтарҙың ҡатмарлы ҡатнашмаһынан һәм башҡа ҡайһы бер химик берләшмәләрҙән торған ҡаҙылма яғыулыҡ[2] (каустобиолит[3])). XX быуат дауамында һәм XXI быуатта нефть иң мөһим файҙалы ҡаҙылмаларҙың береһе булып тора.

Тасуирлама

Нефттең төҫө ғәҙәттә таҙа-ҡара[4]. Ҡайһы берҙә һоро-көрән төҫтәрҙә (бысраҡ һарынан ҡара-көрәнгә тиклем, ҡара төҫкә яҡын), һирәкләп асыҡ һары-йәшел төҫкә буялған, хатта төҫһөҙ, шулай уҡ туйындырылған-йәшел нефть осрай[5][6]. Үҙенсәлекле еҫе бар, еңелсә яҡшынан алып ауыр һәм бик насарына тиклем.

Нефттең төҫө һәм еҫе азот, көкөрт һәм кислородлы компоненттарҙың булыуы менән бәйле һәм майлау майында һәм нефть ҡалдығында тупланған. Нефттең күпселек углеводородтары (ароматик углеводородтарҙан башҡа) саф килеш еҫһеҙ һәм төҫһөҙ була[7].

Химик составы һәм килеп сығышы буйынса нефть тәбиғи янар газдарға һәм озокеритҡа яҡын. Был ҡаҙылмаларҙы дөйөм исеме петролиттар тип берләштерәләр. Петролиттарҙы каустобиолиттар тип аталған биоген сығышлы янар минералдар төркөмөнә индерәләр, улар шулай уҡ башҡа ҡаҙылма яғыулыҡтарҙы (торф, һоро һәм таш күмер, антрацит, һәүерташтар) үҙ эсенә ала.

Нефть ятҡылыҡтарының күпселек өлөшө ултырма тоҡомдарға тура килә[8][9]. Нефть газлы углеводородтар менән бергә бер нисә тиҫтә метрҙан 5—6 километрға тиклем тәрәнлектә табыла. Әммә 4,5—5 километрҙан да тәрәнерәктә еңел фракциялар аҙ булған газ һәм газ конденсаты ятҡылыҡтары өҫтөнлөк итә. Нефть ятҡылыҡтарының күпселеге 1—3 км тәрәнлектә урынлашҡан. Аҙ тәрәнлектә һәм ер өҫтөнә тәбиғи сыҡан шарттарҙа нефть ҡуйы мальтаға, ярым ҡаты асфальтҡа һәм башҡа ҡатламдарға — мәҫәлән, битуминоз ҡомға һәм битумға әүерелә.

Донъяла тәүлегенә яҡынса 100 млн баррель (15 900 000 000 литр) нефть ҡулланыла[10].

Иҫкәрмәләр

  1. Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — Прогресс. — М., 1964–1973. — Т. 3. — С. 70.
  2. Dr. Irene Novaczek. Canada's Fossil Fuel Dependency. Elements. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2007. Архивировано 24 май 2013 года.
  3. Потонье Г. Происхождение каменного угля и других каустобиолитов. — Л.-М., 1934.
  4. Сколько цветов у нефти
  5. Нефть. ЭнергоРесурс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2013. Архивировано из оригинала 4 октябрь 2013 года.
  6. Мир нефти. Глоссарий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2013. Архивировано из оригинала 7 ноябрь 2012 года.
  7. Цвет и запах нефти. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2013. Архивировано из оригинала 5 октябрь 2013 года.
  8. [ Нефть] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  9. Баженова О.К. Образование нефти на небольших глубинах. — Геология нефти и газа. — 1990. — С. 2—5.
  10. Сколько нефти мир использовал и сколько осталось (21 август 2019).

Категориялар