XX быуат

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
II мең йыллыҡ
1890 йылдар 1890 1891 1892 1893 1894 1895 1896 1897 1898 1899
1900 йылдар 1900 1901 1902 1903 1904 1905 1906 1907 1908 1909
1910 йылдар 1910 1911 1912 1913 1914 1915 1916 1917 1918 1919
1920 йылдар 1920 1921 1922 1923 1924 1925 1926 1927 1928 1929
1930 йылдар 1930 1931 1932 1933 1934 1935 1936 1937 1938 1939
1940 йылдар 1940 1941 1942 1943 1944 1945 1946 1947 1948 1949
1950 йылдар 1950 1951 1952 1953 1954 1955 1956 1957 1958 1959
1960 йылдар 1960 1961 1962 1963 1964 1965 1966 1967 1968 1969
1970 йылдар 1970 1971 1972 1973 1974 1975 1976 1977 1978 1979
1980 йылдар 1980 1981 1982 1983 1984 1985 1986 1987 1988 1989
1990 йылдар 1990 1991 1992 1993 1994 1995 1996 1997 1998 1999
2000 йылдар 2000 2001 2002 2003 2004 2005 2006 2007 2008 2009
Хронологик таблица

Григориан календары буйынса XX (егерменсе) быуат1901 йылдың 1 ғинуарынан 2000 йылдың 31 декабренә тиклем осор. Был — 2-се мең йыллыҡтың 10-сы быуаты. Ул 24 йыл элек тамамланды.

XX быуаттың беренсе яртыһында ике Бөтә донъя һуғышы һәм донъяны тамырынан үҙгәрткән бер нисә революция булды, улар ҡайһы бер империяларҙың тарҡалыуына килтерҙе. XX быуаттың икенсе яртыһы космосҡа сығыуҙа һәм технологиялар үҫешендә ҙур ҡаҙаныштар, шулай уҡ капиталистик һәм социалистик илдәр араһында булған һалҡын һуғыш менән характерлана. XX быуат иҡтисад, сәйәсәт, геосәйәсәт, мәҙәниәт, фән, техника һәм медицина өлкәләрендәге үҙгәрештәр арҡаһында донъя ҡарашындағы ҙур үҙгәрештәр алып килде.

Төп ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XX быуат иҡтисадта, сәйәсәттә, геосәйәсәттә, мәҙәниәттә, фәндә, техникала һәм медицинала үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә донъяға ҡарашта үҙгәрештәр килтерә.

Быуаттың төп иҡтисади һөҙөмтәһе булып тәбиғи һәм синтетик материалдарҙан тауарҙар етештереүгә күсеү, конвейер етештереү линиялары һәм завод-автоматтар булдырыу тора. Параллель рәүештә фәнни-техник революция үткәрелә, ул бөтә донъя иҡтисадын капитализмдың постиндустриаль стадияһына килтерә һәм өс төп фазаны үтә:

  • фәнни-техник революцияның беренсе (транспорт-коммуникация) фазаһы (автотранспорт, авиация, радио, телевидение), ҡорал индустрияһын (пулеметтар, танктар, химик ҡорал)булдырыу;
  • фәнни-техник революцияның икенсе (химик) фазаһы: химия һәм медицина индустрияһын булдырыу (ашламалар, синтетик материалдар һәм дарыуҙар, пластмассалар, термоядро ҡоралы).
  • фәнни-техник революцияның өсөнсө (мәғлүмәт-кибернетик) фазаһы: (космонавтика, электрон-иҫәпләү техникаһы), күңел асыу индустрияһын (кино һәм спорт тамашалары) булдырыу, хеҙмәтләндереү өлкәһенең үҫеше.

Үткән быуатта барлыҡҡа килгән донъя йәмәғәт производствоһының цикликлығы XX быуатта ла һаҡлана: донъя финанс-иҡтисади көрсөктәре (рецессиялар, көрсөк) индустриаль үҫешкән илдәрҙе 1907, 1914, 19201921, 1929-1933 йылдарҙа (Бөйөк депрессия), 1937-1938, 1948-1949, 1953-1954, 1957-1958, 1960-1961, 1969-1971, 1973-1975, 1979-1982, 1990-1993, 1998-1999 йылдарҙа етештереүҙең бөтөнләй түбәнәйеүенә, капитал һалыуҙарҙың кәмеүенә, эшһеҙлектең артыуына, фирмаларҙың банкротлыҡ һанының артыуына, акциялар курсының түбәнәйеүенә һәм башҡа иҡтисади көрсөккә килтерә.

Сәйәси өлкәлә XIX быуаттың колониаль аграр империяларынан донъя индустриаль республика дәүләттәренә күсә. XX быуаттың беренсе яртыһындағы хәрби-революцион дәүер глобаль сәйәси һәләкәт була — донъяның эре державаларында революцион үҙгәрештәр осоро һәм 1904-1949 йылдарҙағы граждандар, дәүләт-ара һәм коалиция-ара һуғыштар (шул иҫәптән 1904-1905 йылғы рус-япон һуғышы, 1905-1907 йылғы Рус революцияһы, 1905-1911 йылғы Иран революцияһы, 1908 йылғы Йәш Төрөк революцияһы, 1910-1917 йылғы Мексика революцияһы, Синьхай революцияһы һәм ҡытайҙағы граждандар һуғышы 1911-1949, 1911-1912 йылдарҙа италия-төрөк һуғышы, 1912-1913 йылғы балҡан Һуғыштары, 1914-1918 йылғы коалиция-ара Беренсе донъя һуғышы, 1917-1923 йылғы Урыҫ революцияһы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, 1918 йылда Германия революцияһы, Австро-венгрия һәм Ғосман империяларында, 1918-1939 йылдарҙа Европала һуғыш-ара осор , 1931-1939 йылдарҙа Испания революцияһы һәм испанияла граждандар һуғышы,1931-1945 йылдарҙа Япон-Ҡытай һәм коалиция-ара Икенсе донъя һуғышы).

XX быуатта технологик үҫеш һуғыш сараларының хәүефен бығаса булмаған кимәлгә еткерҙе. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында бомбаға тотоуҙар һәм геноцид граждандарҙың күпләп ҡырылыуына килтерҙе, атом бомбалары Хиросима менән Нагасакиға ташланды. XX быуат һуғыштарында яҡынса 90 миллион кеше һәләк булды. XX быуаттың төп сәйәси ваҡиғаларына Беренсе һәм Икенсе донъя һуғыштары, СССР-ҙың барлыҡҡа килеүе һәм тарҡалыуы, Һалҡын һуғыш, Европа интеграцияһы һәм Африка, Азия илдәренең бойондороҡһоҙлоғон алыуы инә.

Социаль өлкәлә кеше хоҡуҡтары киң таралды, ҡатын-ҡыҙҙарға тауыш биреү хоҡуғы бирелде, һәм 8 сәғәтлек эш көнө индерелде. Коммунизм, нацизм, фашизм, апартеидҡа ҡаршы көрәш кеүек хәрәкәттәр ХХ быуатта киң танылды.

XX быуат фәнни һәм мәҙәни үҫештәр менән дә айырылып торҙо: радио, телевидение, компьютерҙар һәм Интернет мәғлүмәт таратыуҙа революция тыуҙырҙы. АҠШ-тың донъя мәҙәниәтенә йоғонтоһо Голливуд фильмдары, поп-музыка, рок-н-ролл аша таралды. Спорт тамашалары һәм компьютер уйындары киң танылды, инглиз теле һәм Америка тормош рәүеше бөтә донъяға таралды. Климат үҙгәреше һәм тирә-яҡ мөхит тураһында дискуссиялар башланды.

Фәндә ҙур ҡаҙаныштар булды: Геделдең тулы булмау теоремалары, Тьюринг машинаһын уйлап сығарыу иҫәпләү техникаһының нигеҙен һалды.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Началась русско-японская война 1904-1905 гг. Президентская библиотека имени Б.Н. Ельцина. Дата обращения: 12 июнь 2022.
  2. Р. И. А. Новости. Отречение императора Николая II от престола. РИА Новости (20170315T1045). Дата обращения: 12 июнь 2022.
  3. Образование Временного правительства. Президентская библиотека имени Б.Н. Ельцина. Дата обращения: 12 июнь 2022.
  4. В России произошла Октябрьская революция. Президентская библиотека имени Б.Н. Ельцина. Дата обращения: 12 июнь 2022.
  5. Р. И. А. Новости. Первая мировая война (1914-1918). РИА Новости (20190628T0450). Дата обращения: 12 июнь 2022.
  6. О. М. Морозова, Т. И. Трошина, Е. Н. Морозова, А. Н. Морозов. Пандемия испанки 1918 года в России. Вопросы сто лет спустя // Журнал микробиологии, эпидемиологии и иммунобиологии. — 2021-02-04. — Т. 98, вып. 1. — С. 113–124. — ISSN 2686-7613. — DOI:10.36233/0372-9311-98.
  7. СПИСКИ ЖЕРТВ ПОЛИТИЧЕСКИХ РЕПРЕССИЙ. old.memo.ru. Дата обращения: 12 июнь 2022.
  8. Хронология Второй мировой войны. encyclopedia.ushmm.org. Дата обращения: 12 июнь 2022.
  9. United Nations. История Организации Объединённых Наций | Организация Объединённых Наций. United Nations. Дата обращения: 12 июнь 2022.