27 июль
27 июль — рәсми календарь буйынса йылдың 208-се (кәбисә йылында 209-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 157 көн ҡала.
| ← июль → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
| 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
| 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
| 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
| 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Гамбургерҙың тыуған көнө.
АҠШ: Мәрхәмәтлек көнө.
Вьетнам: Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө.
Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы: 1950—1953 йылдарҙағы Ватан һуғышында Еңеү көнө.
Финляндия: Йоҡосо көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1147 йыл: «Сказание об убиении Даниила Суздальского и начале Москвы» повесында яҙылыу буйынса, Мәскәүгә нигеҙ һалына.
- 1586 йыл: Инглиз диңгеҙ сәйәхәтсеһе Рэли Уолтер Бөйөк Британияға беренсе тапҡыр тәмәке алып ҡайта.
тулы исемлек
- 1827 йыл: Рәсәй империяһында беренсе страховка ойошмаһы эшләй башлай.
- 1836 йыл: 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеү хөрмәтенә Мәскәүҙә Христ Спаситель ҡорамына нигеҙ һалына.
- 1866 йыл: Бөйөк Британия һәм АҠШ араһында трансатлантик телеграф кабелен һуҙыу тамамлана.
- 1920 йыл: Һауа навигацияһында беренсе тапҡыр радиокомпас ҡулланыла.
- 1920 йыл: Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанынан Рәсәйҙә тәүге тапҡыр сферик аэростат осорола.
- 1921: Канада физиологы Фредерик Бантинг беренсе тапҡыр инсулин айырып ала.
- 1922: Адыгей автономиялы өлкәһе ойошторола.
- 1925: СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы «О признании Российской академии наук высшим учебным учреждением СССР» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1934 йыл: Верхнеудинск ҡалаһы «Улан-Удэ» тип үҙгәртелә.
- 1952 йыл: Волга-Дон каналы эшләй башлай.
- 1953 йыл: Корея һуғышы Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы һәм Көньяҡ Корея араһында Солох тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу менән тамамлана.
- 1985 йыл: 27 июлдән 3 авгусҡаса Мәскәүҙә Йәштәрҙең һәм студенттарҙың XII халыҡ-ара фестивале үтә.
- 1990 йыл: Белорусия ССР-ы Юғары Советы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә.
- 2010 йыл: Ҡырғыҙстанда яңы конституция ҡабул ителә.
Был көндә тыуғандар
- Азанов Елисей Михайлович (1910—1968), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әбйәлил районы «Ленин юлы» колхозының элекке механизаторы. Ленин ордены кавалеры.
- Коротков Михаил Ефимович (1910—1.08.1976), нефтсе-инженер, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953 йылдан «Башзападнефтеразведка» тресы идарасыһы, 1970—1972 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең Октябрьский быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1965) һәм СССР-ҙың почётлы (1970) нефтсеһе. Ленин (1959), Октябрь Революцияһы (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы (1970). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Әсекәй районы Мартыновка ауылынан.
тулы исемлек
- Ярушин Борис Ильич (1930—5.07.1996), ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1975—1996 йылдарҙа Мәсетле районының «Мәсәғүт» совхозы директоры. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Бобин ауылынан.
- Әбдиев Миңлехан Солтан улы (1935), төҙөүсе-инженер. 1962—1997 йылдарҙа «Нефтепроводмонтаж» тресының һәм «Сонолитстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе һәм атҡаҙанған нефть-газ тармағы төҙөүсеһе. Губкин исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылынан.
- Вишневская Любовь Михайловна (1950), театр актёры, рәссам. 1983 йылдан Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһындағы «Омнибус» драма театры актрисаһы. 1978 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2005), РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1991). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Дәүләтбаев Альберт Рафаил улы (1960), зооинженер, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2006 йылдан Дүртөйлө районы Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан). Рәсәй Федерацияһының (2015) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре (2012). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2020).
- Шәймөхәмәтов Мөфтәхетдин Бәҙретдин улы (1911—14.09.1979), нефть эшкәртеүсе. 1937—1963 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводы операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).
- Ғирфатуллин Урал Рәхмәтулла улы (1956), актёр, театр хеҙмәткәре. 1984 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1994 йылдан — Өфө «Нур» татар дәүләт театры директоры, директорҙың үҫеш буйынса урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2004—2009 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының (2006) һәм Татарстан Республикаһының (2001) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Гәрәев Таһир Лотфулла улы (1956), инженер-төҙөүсе, муниципаль орган хеҙмәткәре. 2004—2015 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған (2006), Рәсәй Федерацияһы торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән Таджик ССР-ының Ленинабад өлкәһе Наус районының Наус ауылынан.
- Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы (1961), сәнғәт белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 2013 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2003), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008) һәм мәғариф отличнигы.
- Сәғәҙиев Һиҙиәт Сибәғәт улы (1887—9.10.1937), дәүләт хеҙмәткәре. Башҡорт милли хәрәкәтендә һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1921 йылдан Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары, 1923 йылдан Башҡортостан Баш суды ағзаһы, 1926 йылдан — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты, 1929 йылдан — һөнәрселек сәнәғәтенең республика союзы инструкторы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Фәрхетдинов Әнүәр Нурый улы (1912—10.1997), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947—1960 йылдарҙа Баҡалы районы колхоздары рәйесе, артабан «Ҡорос» һәм «Яңы маты» совхоз-рабкооптары хеҙмәткәре, икмәк комбинаты директоры. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡорос-Ҡаран ауылынан.
тулы исемлек
- Дәүләтбаев Булат Сабир улы (1937—3.07.2020), педагог, ғалим-тарихсы. 1962 йылдан Мәсетле районы Оло Аҡа урта мәктәбе уҡытыусыһы; 1969 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре; 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
- Кулямин Пётр Григорьевич (1937—13.11.2005), механизатор. 1955 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр», 1989—2000 йылдарҙа – «Быҙаулыҡ» совхозы тракторсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1976), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән ошо райондың хәҙер бөткән Архангельское утарынан.
- Сөләймәнов Ренарт Вафа улы (1937), спортсы, тренер, физика-математика фәндәре кандидаты (1966). Пуля менән атыу буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1970) һәм атҡаҙанған тренеры (1984). Мехикола 1968 йылда үткән Олимпия уйындарының бронза призёры, күп тапҡыр донъя, Европа һәм СССР чемпионы, халыҡ-ара категориялы судья.
- Ғиззәтуллина Зарима Ғиниәтулла ҡыҙы (1942), педагог. 1967 йылдан Илеш районы Үрге Йәркәйҙәге 2-се урта мәктәптең математика уҡытыусыһы, 1975 йылдан — директоры; 1981 йылдан Дүртөйлө район мәғариф бүлеге инспекторы, 1986 йылдан Дүртөйлөләге хәҙерге 2-се лицей директоры, 1999—2004 йылдарҙа математика уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978). «Йыл директоры» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрге Йәркәй ауылынан.
- Талхина Динә Азат ҡыҙы (1952—28.02.2007), уҡытыусы, журналист, нәшриәт хеҙмәткәре, шағир. 1974 йылдан Учалы районының Миндәк урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1977 йылдан — «Серп и молот» — «Ураҡ һәм сүкеш» район гәзите хеҙмәткәре, бүлек мөдире, 1981—2005 йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә мөхәррир, бүлек мөдире. 1992 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
- Айдашев Айҙар Хәкимйән улы (1957), шахтёр. 1974—2009 йылдарҙа Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтёры (1996). Сығышы менән Хәйбулла районы Бүребай ауылынан.
- Мәсәғүтов Рәфҡәт Мәжит улы (1928), химик‑технолог-ғалим. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1975). РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР‑ының (1966) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1988). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Пономарёвка районы Дүсмәт ауылынан.
- Хәмәтйәнов Өлфәт Рәхимйән улы (1938—6.12.2016), акушер-гинеколог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Рәсәй Федерацияһының (2001) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған табибы.
тулы исемлек
- Арыҫланова Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы (1953), журналист. 1981 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, 2001 йылдан — «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2001).
- Богданов Сергей Леонидович (1953), педагог, йәмәғәтсе. 1979 йылдан Салауат ҡалаһының 19-сы ГПТУ-һы, 1988 йылдан — 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы; 1990—2013 йылдарҙа 22-се, 2015 йылдан — 20-се урта мәктәп директоры. «Башҡортостан рустары соборы» йәмәғәт ойошмаһының Салауат ҡала бүлексәһе рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002), Рәсәйҙең мәғариф отличнигы (1994). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Нәбиуллин Рим Миҙхәт улы (1958), эске эштәр һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, милиция полковнигы. 1995 йылдан Шишмә районы эске эштәр бүлеге начальнигы, 2009—2022 йылдарҙа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының Никифар ауылынан.
- Саттаров Ғәлләм Саттар улы (1894—16.11.1986), театр артисы, режиссёр, педагог. 1929—1963 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1929—1953 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумы уҡытыусыһы. СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1943). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Шмидт Алексей Викторович (1894—26.04.1935), археолог, шәрҡиәтсе, Кама буйы археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. СССР Фәндәр Академияһының 1928 йылда Ағиҙел һәм Өфө йылғалары бассейнындағы археологик ҡомартҡыларҙы ҡаҙыуҙы башҡарған Башҡортостан комплекслы экспедицияһының палеонтология отряды етәксеһе.
тулы исемлек
- Хәйруллин Айрат Хәлил улы (1934—10.08.2008), иҡтисадсы-ғалим. 1961 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре; 1980 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы, инженер-техник факультетының кафедра мөдире, деканы; 1988—2002 йылдарҙа Өфө дәүләт сервис университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1979), профессор (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Төрөштамаҡ ауылынан.
- Кәлимуллин Ләбип Сәхиулла улы (1939—2.07.2012), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1975 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1978 йылдан КПСС-тың Өфө ҡалаһы Калинин район комитетының икенсе секретары, 1980 йылдан Башҡорт АССР-ының Дәүләт план комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1984 йылдан Башҡорт АССР-ының яғыулыҡ, 1988—1990 йылдарҙа финанс министры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы (1964, 1989) менән бүләкләнеүсе һәм атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1975). Илеш районының почётлы гражданы (2005).
- Комаров Сергей Сергеевич (1944), инженер‑механик-ғалим. 2012—2014 йылдарҙа Мәскәү һыу транспорты академияһының Өфө филиалы уҡытыусыһы, ғәмәли механика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2000), профессор. (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2002). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур ҡалаһынан.
- Зарипов Әлим Барый улы (1954—2008), тарихсы-ғалим, педагог. 1998—2008 йылдарҙа ул саҡтағы Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы, ғилми секретары. Тарих фәндәре кандидаты (1999), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы. Учалы районының Марат Минһажетдинов исемендәге премияһы лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Рысай ауылынан.
- 1835 йыл: Джозуэ Кардуччи, Италия шағиры, Нобель премияһы лауреаты (1906).
- 1870 йыл: Владимир Маковский, Рәсәй империяһы һәм [[СССР-ҙың механик-ғалимы, турбиналар эшләү буйынса белгес.
тулы исемлек
- 1880: Владимир Максимов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың Октябрь революцияһына тиклем билдәлелек алған кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1925).
- 1885 йыл: Борис Збарский, СССР-ҙың биохимик-ғалимы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945).
- 1899 йыл: Ваупшасов Станислав Алексеевич, СССР разведчигы, партизан, Советтар Союзы Геройы (1944), полковник.
- 1900 йыл: Чарльз Видор, АҠШ режиссёры, сығышы менән Венгриянан.
- 1911 йыл: Кузнецов Николай Иванович, СССР разведчигы, партизан, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1915 йыл: Марио Дель Монако, Италияның опера йырсыһы, донъя вокал сәнғәтенең иң яҡшы тенорҙарының береһе.
- 1925 йыл: Александр Космодемьянский, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерия батареяһы командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945), Зоя Космодемьянскаяның ҡустыһы.
- 1930 йыл: Анатолий Азольский, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы.
- 1940 йыл: Пина Бауш, Германия бейеүсеһе, хореограф.
- 1940 йыл: Владимир Шамшурин, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист һәм рәссам.
- 1945 йыл: Мәхмүт Ғасимов, СССР скульпторы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008).
- 1970 йыл: Николай Костер-Вальдау, Дания актёры.
- 1975 йыл: Яков Цвиркунов, Рәсәйҙең рок-музыканты «Король и Шут» һәм «Северный Флот» төркөмдәре гитарасыһы.