10 октябрь
10 октябрь (рус. 10 октября) — рәсми календарь буйынса йылдың 283-сө көнө (кәбисә йылында 284-се). Йыл аҙағына тиклем 82 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО: Психик сәләмәтлек көнө.
Ер: Бөтә донъя күреү көнө.
- Бөтә донъя бутҡа көнө.
- Ләүәш көнө.
Польша: Ағас ултыртыу көнө.
Рәсәй Федерацияһы: «ВКoнтaктe» социаль селтәренең тыуған көнө.
Украина: Стандартлаштырыу һәм метрология хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәссамдар көнө.
- 1931: Иглин район гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1931: Өфө район гәзитенең тәүге һаны баҫыла.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Юлбирҙин Арыҫланбәк Харис улы (1925—3.03.1996), инженер, сәнәғәт өлкәһе һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952 йылдан «Двигательмонтаж» тресы Салауат монтаж идаралығының өлкән мастеры, 1954 йылдан — цех, 1956 йылдан — бүлек начальнигы, 1957—1968 йылдарҙа баш инженер. 1970 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, 1975—1987 йылдарҙа мөдире. Башҡорт АССР-ының 9—11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Октябрь Революцияһы (1981), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1963, 1971) кавалеры.
- Фуфаев Анатолий Фёдорович (1935—12.2021), зоотехник, ауыл хужалығы, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. КПСС-тың Мәсетле, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы район комитеттарының элекке беренсе секретары. 1975—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Мәсетле районының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән ошо райондың Барашовка ауылынан.
тулы исемлек
- Хәбиров Илдус Хәйбулла улы (1935—29.05.2007), балет артисы, балетмейстер, педагог. 1955—1978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет солисы, бер үк ваҡытта 1975—1976 йылдарҙа баш балетмейстеры; 1980—1981 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, 1992—1996 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының баш балетмейстеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963). Бөтә Союз балет артистары конкурсы (1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963) лауреаты.
- Ғишваров Әнәс Сәйет улы (1950), ғалим-инженер-механик. 1975 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2001 йылдан авиация двигателдәре кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Коканд ҡалаһынан.
- Шәүәлиев Дамир Әхәт улы (1975), ғалим-химик, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2005—2014 йылдарҙа «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең, 2018 йылдан — «SNH Group» холдингының генераль директоры. Химия фәндәре кандидаты (2017), доцент. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2012).
- Савченко Оксана Владимировна (1990), спортсы, йөҙөүсе, йәмәғәт эшмәкәре. Паралимпия резервы спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Паралимпия уйындарының, 2008 һәм 2012 йылдарҙағы Йәйге Паралимпия уйындарының һигеҙ тапҡыр чемпионы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры. Почёт, Дуҫлыҡ, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абыҙбаев Ибраһим Хафиз улы (1901—8.12.1937), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1926 йылдан ВКП(б)-ның Тамъян-Ҡатай һәм Йылайыр кантон комитеттары хеҙмәткәре; 1928 йылдан — Өфөләге В. И. Ленин исемендәге республика башҡорт мәктәбе директоры; 1930 йылдан — ВКП(б)-ның Арғаяш кантон комитетының яуаплы секретары, 1931—1935 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире; 1937 йылдың июненән Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ивашков Иван Григорьевич (1926—2001), опера йырсыһы. 1960—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының әйҙәүсе солисы, бер үк ваҡытта 1980 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Луганск өлкәһе Троицкий районы Демино ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәбиҙуллин Зәйнулла Ғәйнулла улы (1941—8.08.2014), ғалим-микробиолог, йәмәғәтсе. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, өлкән ғилми хеҙмәткәр, шул иҫәптән 1984 йылдан — микробиология кафедраһы мөдире. 1992—2014 йылдарҙа Бөтә Рәсәй эпидемиологтар, микробиологтар һәм паразитологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987).
- Пантух Борис Израйлевич (1941—6.10.2000), ғалим-химик-технолог. 1967 йылдан Стәрлетамаҡ нефтехимия заводының лаборатория начальнигы, 1980—1982 йылдарҙа завод директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 1992 йылдан — ғилми тикшеренеү үҙәге директоры. Техник фәндәр докторы (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1985), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1989). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән Рыбинск ҡалаһынан.
- Усманов Рәүеф Шәрифйән улы (1941), төҙөлөш тармағы ветераны. 1964—2001 йылдарҙа Кушнаренко колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһының баш инженеры. Башҡортостандының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Вилданов Фәнил Гәрәй улы (1946), ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны, ғалим-агроном. 1995—2001 йылдарҙа Әлшәй район хакимиәте башлығы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Дуҫлыҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Яңы Сәпәш ауылынан.
- Кузнецов Юрий Васильевич (1946), мәҙәниәт өлкәһе ветераны. 1964—1978 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы ойоштороусыһы, директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Тимашевка ауылынан.
- Давыдович Михаил Григорьевич (1956), ғалим-эндокринолог. 1980 йылдан Өфө дауаханалары табибы, шул иҫәптән 2000 йылдан — 3-сө Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире; 2002 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының Дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы. Бер үк ваҡытта 2000 йылғы Паралимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһының һәм 2005—2006 йылдарҙа трамплиндан саңғыла һикереүҙә, саңғы буйынса икебәйгелә Рәсәй олимпия йыйылма командаларының баш табибы. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ҡотләхмәтов Азат Нуриәхмәт улы (1956—7.06.2021), дәүләт эшмәкәре, педагог. 2010—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры, 2012 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мансур ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әбүбәкеров Риза Вәхит улы (1902—10.07.1938), дәүләт хеҙмәткәре. (1930—1935 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Сабитов Сәлих Ғиззәт улы (1912—18.05.1979), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия уҡсылар полкының миномет ротаһы тоҫҡаусыһы, гвардия рядовойы. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
- Илешев Ғөбәйҙулла Шәрип улы (1927—7.08.2009), ғалим-тарихсы, партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1985), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
тулы исемлек
- Лоцманов Юрий Александрович (1927—11.06.2016), ғалим-оториноларинголог. 1973—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры, бер үк ваҡытта 1977 йылдан санитария, гигиена һәм стоматология факультеттарының ЛОР ауырыуҙары кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1972), профессор (1975). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
- Собханғолов Рәүеф Дауыт улы (1927—11.07.1999), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1958 йылдан Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозының Таштуғай бүлексәһе идарасыһы, 1985—1989 йылдарҙа — инженер-гидротехник. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» (1989) һәм Шәжәрә байрамын (1995) беренсе ойоштороусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йомағужа ауылынан.
- Байдәүләтов Мөхәмәт Ғәли улы (1932—2021), педагог. 1953 йылдан Хәйбулла районы Айыулы, 1955 йылдан Иләс мәктәбе уҡытыусыһы, 1966 йылдан — директоры; 1971—1994 йылдарҙа Байғусҡар урта мәктәбе директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1969). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Ҡатралы-Наҙарғол ауылынан.
- Арыҫланғужин Азат Ғәлимйән улы (1937—2001), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөрйән районы элекке «Маяҡ» колхозы рәйесе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Әбделмәнов Салауат Хөсәйен улы (1937—24.06.2002), мәғариф, комсомол һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1961 йылдан (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1962 йылдан ВЛКСМ район комитетының икенсе һәм беренсе секретары; 1966 йылдан Башҡортостан уҡытыусылар белемен камилләштереү институты методисы, 1970 йылдан — директоры; 1976 йылдан Башҡортостан һөнәри-техник белем биреү идаралығы начальнигы урынбаҫары; 1985 йылдан — Өфө ҡала мәғариф бүлеге мөдире; 1990 йылдан республика Мәғариф министрлығының бүлек мөдире; 1996—2001 йылдарҙа «Салют» шифахана-һауыҡтырыу мәктәп-лагеры директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1972) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф (1997) отличнигы.
- Крючков Анатолий Иванович (1947—11.07.2020), ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1987—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советы депутаты.
- Рәхмәтуллин Фәнис Сәлих улы (1947), тау инженеры-нефтсе, рационализатор, шағир. 1965—2003 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, мастеры, инженеры, өлкән инженеры, цех начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы. Ун шиғри йыйынтыҡ авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2002), Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (2001). Дүртөйлө районының Назар Нәжми исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2016). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрге Маншыр ауылынан.
- Ғәзизов Хафиз Солтан улы (1952), спортсы, тренер, йәмәғәтсе. 1998 йылдан Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Туймазы территориаль ойошмаһы рәйесе, «Алые паруса» үҙәк балалар мәҙәниәт паркының элекке баш белгесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Туймазы районының почётлы гражданы (2022).
- Ҡолонбаева Асия Сәфәрғәли ҡыҙы (1952), табип-невролог. 1977 йылдан Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы табибы, 2003 йылдан — неврология бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Сенченко Татьяна Васильевна (1952), тренер. Белорет ҡалаһы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса өлкән тренер-уҡытыусыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
- Мишуковская Галина Сергеевна (1957), ғалим-биолог-биохимик, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры, биология фәндәре докторы (2008).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәйзрәхман Зәғәфүрәнов (1913—5.09.1975), партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1950—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1940), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1963) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
- Туҡаев Рифҡәт Ғәлимйән улы (1923—19.06.1995), уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, айырым разведка ротаһының отделение командиры, старшина. Дан орденының тулы кавалеры. Үзбәк ССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1984).
тулы исемлек
- Яҡупов Фәнүс Даян улы (1938), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1977—1988 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Краснокама район Советы башҡарма комитеты рәйесе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Зиннуров Әйүп Сәхипнур улы (1943—18.12.2020), бейеүсе, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы.
- Абросимов Владимир Сергеевич (1948—15.08.2018), театр актёры, режиссёр. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) артисы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Морат Рәмзи (Мораҙулла бин Баһадирша Абдулла); 1854—2.04.1934), башҡорт тарихсыһы, ислам дине әһеле. Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе. Бөтә Рәсәй мосолмандарының 2-се съезы делегаты.
- Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улы (1924—27.09.2007), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Сураш ауылынан.
тулы исемлек
- Сөләймән Муллабаев (1924—20.04.2003), педагог, шағир. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1990 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районының Иҫке Юлдаш мәктәбе уҡытыусыһы. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1973). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Баязитова Бәширә Мөхөтдин ҡыҙы (1929—2015), (1929—2015), элемтә тармағы хеҙмәткәре. 1968—1985 йылдарҙа Баймаҡ районының Түбә почта бүлексәһе начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе (1978), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Үрге Таһир ауылынан.
- Хәлимуллин Тәлғәт Хәлимулла улы (1929—2018), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1942–1989 йылдарҙа Ҡариҙел районының «Мерәсем» совхозы механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Мерәсем ауылынан.
- Шакирова Фәниә Ғәли ҡыҙы (1934), китапханасы. 1968—1991 йылдарҙа Республика китапханаһының милли һәм тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәте бүлеге мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Исаев Пётр Иванович (1939), технолог-инженер. 1966 йылдан Күмертау авиация етештереү предприятиеһы мастеры, өлкән контроль мастеры, 1977—2000 йылдарҙа – «Искра» заводы мастеры, цех начальнигы урынбаҫары һәм цех начальнигы, прозводство начальнигы урынбаҫары, баш технолог урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1999), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ишбирҙе ауылынан.
- Исмәғилев Флүр Рәшит улы (1944) инженер‑электромеханик-ғалим. 1982 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан — уҡыу‑уҡытыу эштәре, 2009—2013 йылдарҙа — ойоштороу‑хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп (2007) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Нимесләр ауылынан.
- Мәрҙәнов Зиннур Шәйхулла улы (1944), юрист, эске эштәр һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1993—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге етәксеһе. Отставкалағы милиция полковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2009).
- Баймөхәмәтов Ишбулат Бәхтегәрәй улы (1949—2022), механизатор. 1966—2009 йылдарҙа Баймаҡ районы «Алға» колхозы механизаторы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). 2-се (1986) һәм 3-сө (1981) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ғәҙелбай ауылынан.
- Жерехов Владимир Геннадьевич (1949), кино белгесе, йәмәғәтсе. 1992 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 2006 йылдан Өфөлә үҙе ойошторған «Синематека» киноклубы етәксеһе. Рәсәй һәм Башҡортостан Кинематографистар союздары ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Зәйнетдинов Фидус Әнүәр улы (1949), зоотехник, ауыл хужалығы, урындағы башҡарма һәм профсоюз органдары хеҙмәткәре. 1990 йылдан Дүртөйлө район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1992 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Дүртөйлө фәнни лабораторияһы мөдире, 2001—2015 йылдарҙа агросәнәғәт хеҙмәткәрҙәре профоюзының район комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы (1981). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Яндыҙ ауылынан.
- Мөслимов Ғәбделйән Ғабдулхаҡ улы (1949), механизатор. 1966 йылдан Мәсетле районы хужалыҡтары механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән ошо райондың Яңы Мөслим ауылынан.
- Ғәббәсов Камил Хөсәйен улы (1959), Мәләүез районы Салауат исемендәге колхозының элекке хеҙмәткәре. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Низаметдинов Рәйес Йәүҙәт улы (1964), бейеүсе, балетмейстер, режиссёр-ҡуйыусы, ҡурайсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (1997). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2000) һәм Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы (1996) лауреаты.
- Азамат Юлдашбаев (1964), элекке мәғариф һәм матбуғат хеҙмәткәре, шәхси эшҡыуар. Күн әйберҙәр етештереү буйынса оҫтахана етәксеһе. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1913: Клод Симон, Франция яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (1985).
- 1984: Павел Дуров, Рәсәй программисы, «Бәйләнештә» («ВКонтакте») социаль селтәренә программа һалыусы.
- 1875: Алексей Толстой, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1963: Эдит Пиаф, Франция йырсыһы.