26 декабрь
26 декабрь (рус. 26 декабря) — рәсми календарь буйынса йылдың 360-сы көнө (кәбисә йылында 361-се). Йыл тамамланыуға 5 көн ҡала. Мосолман календары буйынса 1447 йылдың Рәжәб айының 8-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 9 сәғәт 43 минутта ҡалҡа, 16 сәғәт 54 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 7 сәғәт 11 минут.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ер:
- Тәрән ҡар (көрт) байрамы
Австралия,
Бөйөк Британия,
Яңы Зеландия,
Канада,
Кирибати: Бүләктәр көнө.
АҠШ: Рәхмәт хаты көнө.
Болгария: Атайҙар көнө.
Намибия: Ғаилә көнө.
Словения: Бойондороҡһоҙлоҡ һәм берҙәмлек көнө.
Ер: Крупье көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең Һауа һөжүменән һаҡлау ғәскәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1825 йыл: Декабристар восстаниеһы.
- 1898 йыл: Пьер Кюри менән Мари Кюри радий химик элементын асыуҙары тураһында рәсми белдереү яһай.
тулы исемлек
- 1970 йыл: Нефтекама яһалма күн берекмәһе эшләй башлай.
- 1975 йыл: Советтар Союзында тауыштан шәберәк осоусы «Ту-144» пассажир самолёты файҙаланыуға тапшырыла.
- 1991 йыл: СССР Юғары Советының Республикалар Советы Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе ойошторолоу менән бәйле СССР-ҙың бөтөрөлөүе тураһында декларация ҡабул итә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ишбирҙин Сәғит Ғәтиәт улы (1925), хужалыҡ һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1982 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1982—1990 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының производство идаралығы кадрҙар бүлеге етәксеһе. III дәрәжә Дан һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәйетгәрәев Сәйетмәғрүф Сәйетгәрәй улы (1916—6.04.2002), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ат ҡараусыһы, гвардия рядовойы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алчинов Михаил Герасимович (1937), хәрби хеҙмәткәр, йәмәғәтсе. Отставкалағы гвардия полковнигы. 1956—1990 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәре хеҙмәткәре, 1990—1993 йылдарҙа Баҡалы районы граждандар оборонаһы штабы начальнигы. 2008 йылдан райондың һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары советы рәйесе. Сығышы менән ошо райондың Яңы Кәстәй ауылынан.
- Таңатаров Марат Әхсән улы (1937—17.03.1997), инженер‑технолог-ғалим. 1960 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978 йылдан дөйөм химик технологиялар, 1984 йылдан — хеҙмәт һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау кафедраһы мөдире. 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ғәмәли экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу проблемалары институты директоры, 1996 йылдың февраль—июнендә баш ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1980). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983) һәм уйлап табыусыһы (1977).
тулы исемлек
- Ҡорманаев Азат Тәлғәт улы (1962), иҡтисадсы, банк хеҙмәткәре. 1993 йылдан «Башкредитбанк» республика инвестиция-кредит банкы директоры; 1996—2003 йылдарҙа «УралСиб» банкы президенты. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2000). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аксакова Ольга Григорьевна (1848—7.04.1921), Башҡортостандағы беренсе ҡымыҙ дауаханаһын (хәҙер С. Т. Аксаков исемендәге шифахана) ойоштороусы. Рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың ейәнсәре. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск ҡалаһынан.
- Иванов Иван Дмитриевич (1903—14.10.1969), юрист. 1939—1943 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы прокуроры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1947). Сығышы менән хәҙерге Тверь өлкәһенең Вышний Волочёк ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Базанова Серафима Владимировна (1908—5.01.1994), терапевт-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937—1943 йылдарҙа һәм 1952 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1952—1981 йылдарҙа факультет терапеяһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1964), профессор (1965). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957). «Почёт Билдәһе» ордены (1968) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Ляхов ауылынан.
- Степанов Лев Борисович (1908—25.06.1971), композитор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Беренсе башҡорт балеты «Сыңрау торна» авторҙарының береһе. 1939 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сталин премияһы лауреаты (1951).
- Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы (1913—2.11.1998), педагог-ғалим, мәғариф, комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1955—1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. РСФСР-ҙың 5‑се саҡырылыш Юғары Советының Президиум ағзаһы, Башҡорт АССР-ының 4‑се, 6-сы һәм 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Философия фәндәре кандидаты (1950). РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). Ленин (1960) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) ордены кавалеры.
- Усманова Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы (1918—21.05.1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хирург-табип, санитар ротаһы командиры, медицина хеҙмәте капитаны. Артабан Өфө ҡалаһы 1-се дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1944) кавалеры.
- Якубовский Виктор Тихонович (1923—30.09.2008), нефть сығарыу тармағы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947—1980 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы ОРС-ы товароведы һәм өлкән товароведы, ОРС начальнигы урынбаҫары. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Могилёв өлкәһе Тригубово ауылынан.
- Баҡиева Хариҙә Миңлислам ҡыҙы (1938), малсы, йәмәғәтсе. 1961 йылдан Ҡырмыҫҡалы районы Илтуған һөт-тауар фермаһының быҙау ҡараусыһы һәм һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. Ленин ордены кавалеры (1971). Райондың почётлы гражданы (2018).
- Искәндәрова Ольга Юрьевна (1953), педагог-методист-ғалим. 1991—2004 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһынан.
- Рухтин Николай Владимирович (1953), спортсы, тренер. 1983—1990 йылдарҙа Өфөләге Н. Ф. Гастелло исемендәге спорт клубы тренеры һәм бер үк ваҡытта 1985—1994 йылдарҙа Н. Ф. Гастелло исемендәге спорт‑һауыҡтырыу лагеры директоры. Грек-рим көрәше буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1981). РСФСР чемпионы (1980—1981), И. М. Поддубный иҫтәлегенә халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (Өфө, 1981). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәкимов Ниғмәтулла Ғиниәтулла улы; 1899—3.08.1937, лингвист, төрҡиәтсе. 1930—1935 йылдарҙа Ҡазандағы Көнсығыш педагогия институты доценты. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Йыланлы ауылынан.
- Вәлиуллин Мөхәмәҙулла Ғәтиәтулла улы (1919—29.07.2024), колхозсы, йөҙйәшәр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Ҡарман ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәлиуллин Заһиҙулла Талип улы (1929—28.03.2016), инженер-механик-ғалим. 1962—2004 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Газ сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының (Газпром ВНИИГАЗ) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977 йылдан — институт директорының беренсе урынбаҫары, 1994 йылдан — «Газ транспорты» бүлеге директоры. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1974). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1977), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1974). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1974).
- Лебединцева Надежда Ивановна (1949), инженер. 1972—2013 йылдарҙа «Салауатбыяла» йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2002 йылдан — техник директорҙың, 2004—2010 йылдарҙа — йәмғиәт директорының сифат буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2002). Сығышы менән хәҙерге Ростов өлкәһенең Русское ауылынан.
- Зидиханова Суфия Биктимер ҡыҙы (1954), сауҙа һәм мәҙәниәт өлкәләре хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2002 йылдан Салауат ҡалаһының «Ағиҙел» мәҙәниәт-ял үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1994) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2013). Ҡаланың почётлы гражданы (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының Салауат ҡалаһы биләмәләренә ингән Кесе Аллағыуат ауылынан.
- Хәкимов Ризуан Ғәлимйән улы (1954), йырсы, композитор. «Нәфисә» эстрада йыр театры етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Дүртөйлө районының почётлы гражданы (2019). Сығышы менән Исмаил ауылынан.
- Васильев Дмитрий Викторович (1979), спортсы. Трамплиндан саңғыла һикереү буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). 1998 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Күп тапҡыр Рәсәй чемпионы (1998—2006, 2012). Команда зачётында Бөтә донъя универсиадаһының бронза призёры (1999). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2006, 2014). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1194 йыл: Фридрих II Гогенштауфен, Изге Рим императоры.
- 1791 йыл: Чарльз Бэббидж, Англия математигы.
тулы исемлек
- 1869 йыл: Генрих Графтио, Рәсәй империяһы һәм СССР инженер-энергетигы, беренсе совет ГЭС-тарын төҙөүсе.
- 1869 йыл: Моисей Наппельбаум, Рәсәй империяһы һәм СССР фотография (портреттар) оҫтаһы.
- 1891 йыл: Генри Миллер, Америка яҙыусыһы, рәссам.
- 1893 йыл: Мао Цзэдун, Ҡытай дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, маоизм тәғлимәте теоретигы.
- 1893: Владимир Стржижевский, Рәсәй империяһының Беренсе донъя һуғышында билдәлелек алған хәрби осоусыһы.
- 1949: Михаил Боярский, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, йырсы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1990).
- 1949: Евгения Добровольская, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, йырсы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2005).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1890 йыл: Бабур, Һиндостан һәм Афғанстан хакимы, Бөйөк Моголдар империяһын нигеҙләүсеһе (1526)
- 1890 йыл: Генрих Шлиман, Германия археологы, ялан археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
тулы исемлек
- 1933 йыл: Анатолий Васильевич Луначарский, СССР-ҙың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, СССР Фәндәр Академияһы академигы.
- 1937 йыл: Баязитов Мөхәммәтсафа Атаулла улы, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре,
- 1997: Жаһит Арф, Төркиә математигы.
- 2009: Ив Роше, Франция сәнәғәтсеһе, косметика тауарҙары етештереүсе «Yves Rocher» компанияһын ойоштороусы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]