29 февраль
29 февраль — рәсми календарь буйынса кәбисә йылында йылдың 60-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 306 көн ҡала. Кәбисә түгел йылда берҙән-бер булмаған көн. Мосолман календары буйынса 1447 йылдың Рамаҙан айының 12-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 7 сәғәт 57 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 40 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 10 сәғәт 43 минут. 🌔 Тулыусы Ай (йәше 12.02 көн).
| ← февраль → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | ||||||
| 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
| 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
| 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
| 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | |
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар
- 1504 йыл: Христофор Колумб Ай тотолоу күренешен Ямайка индеецтарын ҡурҡытыу өсөн файҙалана.
- 1696 йыл: Пётр I Аҙау походына тәүге караптар төҙөүгә үҙе етәкселек итер өсөн Воронежға килә.
тулы исемлек
- 1720: Швеция королеваһы Ульрика Элеонора үҙенең ире ландграф Фридрих Хессе-Кассель (Фридрих I) файҙаһына тәхеттән баш тарта.
- 1880: Альп тауҙары аша Италия менән Швейцарияны тоташтырған Готард тимер юл тоннелен төҙөү тамамлана.
- 1888: АҠШ инженеры Герман Холлерит табулятор (тәүге электр иҫәпләү машинаһы) уйлап таба.
- 1936: Нильс Бор атомдың планетар төҙөлөшөн тәҡдим итә.
- 1952: Дик Баттон фигуралы шыуыу буйынса бишенсе тапҡыр донъя чемпионы була.
- 1976: Танэгасима япон космодромынан «Ume» фәнни-тикшеренеү юлдашы осорола.
- 2004: Жан-Бертран Аристид төшөрөлгәндән һуң Гаитиҙың ваҡытлы президенты итеп Гаити Юғары судының баш судьяһы Бонифас Александр антҡа килтерелә, был вазифаны ул 2006 йылға тиклем үтәй.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Йәнтилин Рәхмәтулла Һибат улы (1928—12.06.2004), шахтёр. 1970—1985 йылдарҙа Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының Сибай карьеры бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған шахтёры (1986). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Кәрешкә ауылынан.
- Нәбиуллин Ревинер Сәмиғулла улы (1933—18.11.2009), киномеханик. 1957 йылдан Дүртөйлө районы Йосоп ауылы киномеханигы, 1993—1995 йылдарҙа мәҙәниәт йорто директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973), СССР-ҙың кинематография отличнигы. Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Гаврилова Валентина Борисовна (1948—18.03.2007), педагог. 1969 йылдан Салауат ҡалаһының 15-се урта мәктәбе, 1988 йылдан — 10-сы лицей уҡытыусыһы, 1998—2007 йылдарҙа — директор урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1983). Сығышы менән Анджеро-Судженск ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Чугаев Александр Георгиевич (1924—22.02.1990), СССР композиторы, музыка белгесе, педагог. Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы нигеҙендә ижад ителгән шул уҡ исемдәге башҡорт балеты авторы (1965, Халиҡ Заимов менән берлектә).