14 апрель
14 апрель — рәсми календарь буйынса йылдың 104-се (кәбисә йылында 105-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 261 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Бөтә донъя квант көнө.
- «Күберәккә иреш көнө».
Венгрия: Китапханасылар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Яза башҡарыу системаһының медицина хеҙмәте көнө.
- 1618 йыл: Новокузнецк ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1923 йыл: СССР-ҙа донъялағы иң эре булып танылған «Наука» фәнни нәшриәте эш башлай.
тулы исемлек
- 1927 йыл: Швецияла тәүге «Вольво» автомобиле эшләп сығарыла.
- 1945 йыл: СССР Фәндәр академияһының Мәскәүҙәге Баш ботаника баҡсаһы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Жарков Евсей Фокеевич (1900—31.08.1983), хәрби хеҙмәткәр, подполковник. Граждандар, совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919—1955 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы һәм Совет Армияһы политругы. Ленин (1983), ике Ҡыҙыл Байраҡ (1924, 1945) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Хворостянка ауылынан.
- Русских Николай Андреевич (1920—16.05.1979), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры.
тулы исемлек
- Маслов Владимир Петрович (1925—24.9.1988), хәрби хеҙмәткәр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1974—1980 йылдарҙа Тымыҡ океан флоты командующийы, адмирал (1975). РСФСР-ҙың 9-сы саҡырылыш (1975—1980) Юғары Советы депутаты. Ленин, Октябрь Революцияһы, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Дурасов ауылынан.
- Ҡотлоғилдин Заһир Мораҙым улы (1930—1994), механизатор. 1948—1991 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Первомайский» игенселек совхозының машинист-тракторсыһы. Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы (1981). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1979). Ленин (1981), Октябрь Революцияһы (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан.
- Шәмсиә Нагаева (1940—17.04.2022), йырсы, педагог. 1974—1983 йылдарҙа Ишембай ҡалаһы балалар музыка мәктәбе директоры, 1990—2008 йылдарҙа Салауат музыка училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).
- Фәхретдинов Фәтхинур Әүлийәр улы (1945), инженер. 1979—2004 йылдарҙа Кушнаренко районының Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Әхмәт ауылынан.
- Вәлитов Миҙхәт Хәбибулла улы (1950), зоотехник, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1995—2002 йылдарҙа Ауырғазы районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының I саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы (1989) һәм БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән элек Туҡай ауыл советына ҡараған һәм хәҙер бөткән Шишмә ауылынан.
- Хантимеров Фоат Ғәләүетдин улы (1950), иҡтисадсы-ғалим, мәғариф, ауыл хужалығы, юғары мәктәп, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһының финанс министры, 2002 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексә идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының I—V (1995—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Уҫман-Ташлы ауылынан.
- Шәрипов Глүс Ләбиб улы (1950), физик-химик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1996—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумының баш ғилми секретары, 2011—2016 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Президиум рәйесе урынбаҫары. Химия фәндәре докторы (1992), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Борай ауылынан.
- Ғәҙелшин Рөстәм Рәшит улы (1955—10.05.2016), математик-ғалим. 2003 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының математик анализ кафедраһы, 2011—2016 йылдарҙа — математика һәм статистика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).
- Абзалов Рөстәм Рабис улы (1965), табип-ғалим. 2001 йылдан Республика кардиология үҙәгенең анестезиолог-реаниматологы, бүлек мөдире. Медицина фәндәре кандидаты (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Малиев Николай Михайлович (1841—1906), табип, этнограф, антрополог. Медицина докторы (1874). Статский советник. 1869 йылдан Ҡазан университеты уҡытыусыһы. Өфө губернаһына 1875 йылғы экспедиция ваҡытында Көньяҡ Урал халыҡтарының антропологик типтарын өйрәнеүсе, башҡорттарҙың дала (Дим һәм Өршәк йылғалары бассейнында йәшәгән) һәм урман (Эҫем йылғаһы бассейнында йәшәгән) типтарын асыҡлаусы. 4-се дәрәжә Изге Владимир, 2-се һәм III дәрәжә Изге Анна, II дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск ҡалаһынан.
- Тяжёва Александра Павловна (1901—14.10.1978), ғалим-геолог. 1928 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан экспедицияһы геология отрядының геология разведка партияһы хеҙмәткәре; 1931—1958 йылдарҙа Көньяҡ Урал геология идаралығының төп геологы, партия начальнигы; 1952—1973 йылдарҙа Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1958—1970 йылдарҙа стратиграфия һәм палеонтология лаборатория мөдире. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1947). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1951). Ленин (1954) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры.
- Гәрәев Гәбдрәүеф Сәләх улы (1926), водитель. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танкист, механик-водитель; артиллерист, танкка ҡаршы орудие командиры. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылынан.
- Баязитов Нуритдин Мөхитдин улы (1931), инженер, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1974—1985 йылдарҙа КПСС-тың Нуриман район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 9-сы (1975—1980) һәм 10-сы (1980—1985) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1979). Райондың почётлы гражданы (2010).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Юлдашев Марс Тимербулат улы (1937), табип-хирург-ғалим, йәмәғәтсе. 1965—1966 йылдарҙа һәм 1969 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994 йылдан Дипломдан һуң белем биреү институты деканы, 1996—2011 йылдарҙа В. М. Романкевич исемендәге оператив хирургия һәм хирургик анатомия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001—2004 йылдарҙа педиатрия факультеты деканы. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәйҙең (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған табибы.
- Сөнәғәтуллина Мәрйәм Сафи ҡыҙы (1947), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 2004—2019 йылдарҙа «Ҡарағай» шифаханаһының табип-рефлексотерапевы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әжекәй ауылынан.
тулы исемлек
- Рахманов Марат Ғарифйән улы (1952), сәнәғәт өлкәһе, комсомол һәм партия органдары, дәүләт хеҙмәте ветераны. 1975 йылдан Өфө электр лампалары заводы инженеры; 1977—1989 йылдарҙа комсомол һәм партия органдары, 1994 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2001 йылдан — бүлек мөдире, 2004 йылдан — бүлек мөдире — мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы урынбаҫары; 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президент Советының техник секретары. 1-се класлы дәүләт советнигы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Түбәнге Ҡаръяуҙы ауылынан.
- Суфиянов Риф Мөхәмәткәрим улы (1962), уҡытыусы, комсомол органдары һәм дәүләт хеҙмәткәре. Афған һуғышында ҡатнашыусы. 1999 йылдан ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республика комитетының башҡарыусы директоры. 2009—2012 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, СССР Юғары Советы Президиумынының «Афғанстан Республикаһында интернациональ бурыс үтәгәне өсөн» грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Бәрҫеүән ауылынан.
- Ҡәйепова Рәсимә Насирйән ҡыҙы (1967), педагог. 1985 йылдан Хәйбулла районының Сәғит мәктәбе, 2001 йылдан — Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицейы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Хәлил ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Халиҡов Мәсғүт Хәбибрахман улы (1918—15.10.2006), инженер, нефть сәнәғәте, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, республиканың 5-се саҡырылыш (1959—1963) Юғары Советы депутаты. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ғәлин Рәшит Ғата улы (1923—3.12.2012), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1985 йылдарҙа Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр урта мәктәбе директоры. РСФСР һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Андрианова Клавдия Александровна (1928—30.11.1998), һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. 1944 йылдан Хәйбулла районы дауаханалары, шул иҫәптән 1962—1987 йылдарҙа Сиҙәм ауыл участка дауаханаһының шәфҡәт туташы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1956). Сығышы менән ошо райондың Ивановка ауылынан.
тулы исемлек
- Агиш Ғирфанов (1928—8.11.1999), башҡорт сатирик яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, Башҡорт АССР-ының (1978) һәм РСФСР-ҙың (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Маркин Васиий Андреевич (1928—?), водитель. 1944—1988 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы шофёры. Ленин (1976) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Ҡағы ауылынан.
- Мөхтәрова Рәйсә Мөхәмәҙи ҡыҙы (1943), педагог. 1964—2008 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Әбйәлил районы Сиҙәм урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1976 йылдарҙа кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы, 1983 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 1986 йылдан — мәктәп директоры, 1998—2008 йылдарҙа — социаль педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1994), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән ошо райондың «Ҡыҙыл Башҡоростан» совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһынан.
- Өмөтҡужина Хәмдениса Әүбәкер ҡыҙы (1948), педагог. 1966 йылдан Әбйәлил районы Амангилде, 1982—2009 йылдарҙа — Таштимер урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2001). Сығышы менән ошо райондың Әбделғәзе ауылынан.
- Субботина Лидия Вячеславовна (1958), педагог, Балаҡатай районы Ҡарлыхан урта мәктәбе уҡытыусыһы, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Касеев Рөстәм Рәсиҡ улы (1929—29.10.1997), цирк артисы, акробат, дрессировщик. Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1975) халыҡ артисы. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1997). Бөтә Союз цирк сәнғәте конкурсы лауреаты Мәскәү, 1977).
- Һөйәрғолова Мөслимә Мәхмүтдин ҡыҙы (1934—?), педагог. 1956—1975 йылдарҙа Бөрйән районы мәктәптәре уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1979).
тулы исемлек
- Байымов Илсур Әхтәр улы (1974), театр артисы. 1995 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1695 йыл: Пьетро Гварнери, Италияның скрипка яһау оҫтаһы.
- 1870 йыл: Виктор Борисов-Мусатов, Рәсәй империяһы рәссамы.
тулы исемлек
- 1870 йыл: Нариман Нариманов, Рәсәй империяһы, СССР һәм Әзербайжандың дәүләт эшмәкәре, табип, шағир һәм үҙешмәкәр артист.
- 1900 йыл: Ғүмәр Толомбай, СССР яҙыусыһы, Татарстандың юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- 1915 йыл: Пётр Глебов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1920 йыл: Ирина Ликсо, театр һәм кино актрисаһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1925 йыл: Род Стайгер, АҠШ актёры, «Оскар» кинопремияһы лауреаты.
- 1930 йыл: Витаутас Жалакявичус, кинорежиссёр, сценарист, РСФСР һәм Литва ССР-ының халыҡ артисы.
- 1930 йыл: Брэдфорд Диллман, АҠШ актёры.
- 1930 йыл: Таһир Нурмөхәмәтов, СССР журналисы, тәржемәсе, Татар АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- 1945 йыл: Ричи Блэкмор, Бөйөк Британияның рок-музыканты, йырсы һәм композитор.
- 1950 йыл: Ирек Сабиров, муниципаль орган хеҙмәткәре, шағир. 1999—2017 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Яманйылға район хакимиәте башлығы урынбаҫары, «Илһам шишмәләре» шиғри фестиваль лауреаты (Бәләбәй, 2002).
- 1965 йыл: Юкихиро Мацумото, Япония программисы, «Ruby» программалау телен төҙөүсе.
- 1759 йыл: Георг Фридрих Гендель, Германияның барокко эпохаһында ижад иткән композиторы.
- 1969 йыл: Гүзәл Сөләймәнова, башҡорт балет артисы, РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) халыҡ артисы.