31 ғинуар
31 ғинуар (рус. 31 января) — рәсми календарь буйынса йылдың 31-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 334 көн ҡала (кәбисә йылында 335). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Шәғбан айының 2-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 8 сәғәт 58 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 39 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 8 сәғәт 41 минут. 🌑 Яңы Ай (йәше 1.92 көн).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Австрия: Ҡарауһыҙ балалар көнө
: АҠШ: Ҡайнар шоколад көнө.
Науру: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Араҡының тыуған көнө.
- 1727 йыл: Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылына нигеҙ һалына.
- 1812 йыл: Благовещен районының Богородский ауылына нигеҙ һалына.
тулы исемлек
- 1921 йыл: Мәскәү элемтә һәм информатика техник университеты (рус. Московский технический университет связи и информатики (МТУСИ) асыла.
- 1921 йыл: РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарарына ярашлы Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы тарафынан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе М. Д. Халиҡов етәкселегендә «Оло Башҡортостан» сиктәрен билдәләү буйынса комиссия ойошторола.
- 1924 йыл: Стәрлетамаҡ ҡалаһының хәҙерге В. И. Ленин исемендәге 2-се интернат-лицейы эш башлай.
- 1935 йыл: Башҡортостан АССР-ында яңы 14 район ойошторола: Асҡын, Благовар, Боҙаяҙ, Иглин, Илеш, Йомағужа, Йәрмәкәй, Көйөргәҙе, Краснокама, Малаяҙ, Тәтешле, Фёдоровка, Шаран, Әлшәй.
- 1937 йыл: Ағиҙел йылға пароходствоһы эшләй башлай.
- 1968 йыл: Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Указы менән «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе» тигән маҡтаулы исем булдырыла.
- 1975 йыл: Өфө ҡалаһының хәҙерге Рәсәй Федерацияһы Геройы М. В. Серафимов исемендәге айырым предметтарҙы тәрән өйрәнеү буйынса 40-сы мәғариф үҙәге асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шәрифә Тимерғәлина (1910—26.02.1939), СССР-ҙың комсомол органдары хеҙмәткәре. 1931 йылдан РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, 1936—1939 йылдарҙа РКСМ Үҙәк Комитетының бүлек мөдире урынбаҫары һәм мөдире, Үҙәк Комитеттың ауыл ҡатын-ҡыҙҙары араһында эшләү буйынса секретары. СССР-ҙың I саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Әлхәйҙәров Нурғәлей Хәйҙәр улы (1930—18.10.2004), киномеханик, 1950–1994 йылдарҙа Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауыл мәҙәниәт йорто киномеханигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976), СССР-ҙың кинематография отличнигы (1980). Сығышы менән ошо райондың Ҡорғат ауылынан.
тулы исемлек
- Монасипов Мөхтәр Абдулфәйез улы (1950), педагог, йәмәғәтсе. 1978 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы, завучы һәм директоры, шул иҫәптән 1987—1995 һәм 2007—2010 йылдарҙа Ярат урта мәктәбе директоры, 2000—2007 йылдарҙа — уҡытыусыһы; 1995—2000 йылдарҙа район мәғариф бүлеге инспекторы. 2002 йылдан Ярат ауылының «Атайсал» клубы рәйесе. РСФСР Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1986).
- Нурлығаянов Флүр Фәтҡулғаян улы (1960), инженер, транспорт тармағы, дәүләт һәм йәмәғәт органдары хеҙмәткәре. 2006 йылдан «Инвалидтарҙың Рәсәй спорт берлеге» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- Шәрипов Илгиз Ҡадир улы (1960), инженер-ғалим, муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1983—2007 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Красный пролетарий» заводының инженер-техник һәм етәксе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1991 йылдан — баш инженеры, 1996 йылдан — генераль директоры; 2007—2009 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Түбәнге Әүрез ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нәбиев Вәли Нәби улы (1916—6.03.2000), Хәсән күле буйындағы алыштарҙа һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Бохара өлкәһе Гиждуван районынан.
- Нәбиуллин Финат Йәдкәр улы (1961), рәссам. Тюлькин исемендәге музей мөдире. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дәүләтшин Фәррәх Дәүләтша улы (1887—12.01.1956), шағир-импровизатор. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1939).
- Доброрез Василий Павлович (1917–04.04.1999), Бөйөк Ватан һуғышында һәм Еңеү Парадында ҡатнашҡан яугир. Айырым инженер‑сапёр батальонының отделение командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). СССР-ҙың почётлы тимер юлсыһы (1950).
тулы исемлек
- Дәүләтшина Луиза Ҡаһарман ҡыҙы (1957), мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1989—1999 һәм 2001—2016 йылдарҙа Баймаҡ район үҙәк китапханаһы директоры; 1999—2001 йылдарҙа район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004), «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылынан.
- Таһиров Хәмит Харис улы (1957), ветеринария табибы-ғалим. 1984—2000 йылдарҙа Бөтә Рәсәй ит малсылығы ғилми-тикшеренеү институтының (Ырымбур) өлкән ғилми хеҙмәткәре, 2001 йылдан Ырымбур аграр университеты ғилми-тикшеренеү бүлегенең өлкән, 2002 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре. 2005 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 2009 йылдан ит һәм һөт технологияһы кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005), профессор (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
- Черток Юрий Владимирович (1957), спортсы, тренер. Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан йыйылма командаларының элекке баш тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1998), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994), халыҡ-ара мастер (1998), СССР-ҙың спорт мастеры (1978). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2001).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ежов Борис Дмитриевич (1908—14.11.1978), рәссам. Башҡортостандың профессиональ һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1976). Сығышы менән Пермь ҡалаһынан.
- Зарудий Феликс Срульевич (1938—15.04.2021), ғалим-фармаколог. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971—1977 йылдарҙа йәмәғәт профессиялар факультеты деканы, 1995—2013 йылдарҙа — клиник фармакология курсы мөдире, бер үк ваҡытта 1974—1977 йылдарҙа ғилми-тикшеренеү секторы етәксеһе; 1987 йылдан — Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 2002 йылға тиклем лаборатория мөдире. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Винница ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғәлиуллина Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы (1953), ғалим-философ. 1974 йылдан Өфө һәм Ырымбур ҡалаларында китапхана хеҙмәткәре. 1980—1992 йылдарҙа Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты, 1997 йылдан — Силәбе дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000 йылға тиклем идара итеүҙең гуманитар-хоҡуҡи нигеҙҙәре кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (1992), профессор (1997). 2009 йылдан АҠШ-та йәшәй һәм эшләй.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Арыҫланова Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы (1919—27.01.2012), театр актёры. 1949—1987 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. 1951 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974).
- Сафин Әмир Әхәт улы (1939), малсылыҡ белгесе. Салауат районы элекке «Лағыр» совхозының баш зоотехнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Яҙғыйорт ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡыуандыҡова Таңһылыу Зәки ҡыҙы (1954), педагог, йәмәғәтсе. Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбенең элекке математика уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1797 йыл: Франц Шуберт, Австрия композиторы.
- 1924 йыл: Тенгиз Абуладзе, кинорежиссёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
тулы исемлек
- 1953 йыл: Иванов Сергей Борисович, Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре.