2 июль
2 июль — рәсми календарь буйынса йылдың 183-сө көнө (кәбисә йылында 184-се). Йыл аҙағына тиклем 182 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Бөтә донъя уфологтар көнө.
- Эттәр көнө.
Рәсәй Федерацияһы
- Саха Республикаһы: Лена йылғаһы көнө.
- Сюрприздар көнө.
Үзбәкстан: Дәүләт гербын ҡабул итеү көнө.
Норвегия: Король көнө.
Кюрасао: Дәүләт флагы көнө.
Ер:
- Спорт журналистары көнө.
АҠШ: Инженер-йылылыҡ технигы көнө.
Ҡаҙағстан: Дипломатик хеҙмәт көнө.
Әзербайжан: Полиция хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1853 йыл: Ҡырым һуғышы башлана.
- 1860 йыл: Владивосток ҡалаһына нигеҙ һалына.
тулы исемлек
- 1865 йыл: Рәсәй императоры Александр II «Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһын ғәмәлдән сығарыу, башҡорттарҙы хәрби сословиенан граждандар сословиеһына күсереү тураһында положение»ға ҡул ҡуя.
- 1900 йыл: Беренсе дирижабль осорола.
- 1900 йыл: Парижда 2-се Олимпия уйындары башлана.
- 1910 йыл: Мәскәү футбол лигаһының ойоштороу йыйылышы була.
- 1924 йыл: Спорт прессаһының халыҡ-ара ассоциацияһы (AIPS) ойошторола.
- 1970 йыл: КПСС-тың сираттағы Пленумы эш башлай, ул «Ауыл хужалығы өлкәһендә партияның сираттағы бурыстары» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1976 йыл: Төньяҡ һәм Көньяҡ Вьетнамдың ҡайтанан берләшә.
- 1990 йыл: КПСС-тың XXVIII съезы үҙ эшен башлай, партия тарихында ул һуңғыһы була.
- 1990 йыл: Кушнаренко педагогия училищеһы (2000 йылдан колледж) эш башлай.
- 1994 йыл: Йәш экологтарҙың 1-се республика слёты асыла.
- 2010 йыл: Баҡалы районында республика «Шәжәрә байрамы» уҙғарыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәләх Кулибай (1910—15.10.1976), журналист, яҙыусы, шағир, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1930—1950 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Башҡурдистан» (хәҙер «Башҡортостан» гәзите, «Үктәбер» (хәҙерге «Ағиҙел») журналы хеҙмәткәре. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945) кавалеры.
- Абдулхаҡ Игебаев (1930—27.09.2016), журналист, шағир. 1971—1990 йылдарҙа «Ағиҙел» журналы редакцияһының бүлек мөдире. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2010); РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1990), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1968), Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы (1997) лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005). Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Бәширов Фазылйән Рәүил улы (1955), хирург-табип. 2000—2020 йылдарҙа Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ район үҙәк дауаханаһы баш табибының дауалау эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2006) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999). Сығышы менән ошо райондың Яңы Мөслим ауылынан.
- Мөҡминов Фәрит Хәмзә улы (1955—6.06.2025), математик-ғалим. Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән Күмертау ҡалаһынан.
- Сәлимов Мәхмүт Бакир улы (1960), отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, гвардия подполковнигы, хәрби хәрәкәттәр ветераны, йәмәғәтсе. Дондағы Ростов ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сабин Александр Иванович (1926—1.10.2017), комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1962 йылдан КПСС-тың Хәйбулла район комитетының икенсе секретары, 1969 йылдан — хеҙмәтсәндәр депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1978—1984 йылдарҙа ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре профсоюзының район комитеты рәйесе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1971) һәм Почёт Билдәһе (1967) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Яңы Ергән ауылынан.
- Сәғәҙиев Нәзиф Миңлеғәли улы (1936), урман жужалығы хеҙмәткәре. 1966—1996 йылдарҙа Талбазы урман хужалығы мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (1995), Ауырғазы районының почётлы гражданы (2020). Сығышы менән ошо райондың Яңы Ҡарамалы ауылынан.
тулы исемлек
- Сафина Миңлеғаян Миңләхмәт ҡыҙы (1951), театр сәнғәте ветераны. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының ҡурсаҡ йөрөтөүсе артисы. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).
- Андреев Александр Григорьевич (1961), муниципаль хеҙмәткәр. 2005 йылдан Баҡалы районы хакимиәте башлығы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондың Холодный Ключ ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Цыплухина Нина Николаевна (1937), төҙөлөш тармағы хеҙмәткәре. 1967—1993 йылдарҙа Баймаҡ механизацияланған күсмә колоннаһының биҙәүсеһе, мастеры һәм штукатур-буяусылар бригадиры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны (1978) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Буғабаш ауылынан.
- Балабанов Борис Васильевич (1942), Өфө автотранспорт колледжының элекке уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы урта һөнәри белем биреү, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Линник Виктор Николаевич (1942), педагог-методист. 1987—2001 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы директоры. Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Әлшәй районы Шафран ауылынан.
- Горбунов Михаил Афанасьевич (1947), нефтехимик. 1965—2000 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Дарьино ауылынан.
- Ҡасимов Рафаил Ғәбделхәй улы (1947), композитор, педагог. 1972—1978 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль-әҙәби лекторийының художество етәксеһе, 1988 йылдан — филармонияның баш режиссёры; 1979—2010 йылдарҙа Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы һәм концертмейстеры, бер үк ваҡытта 2000—2009 йылдарҙа 8-се балалар музыка мәктәбе концертмейстеры. Башҡорт музыка сәнғәтендә симфоник жанрға нигеҙ һалыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2010).
- Хафизов Мирсаяф Миәссәр улы (1947), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, полковник, ике Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» һәм Афғанстан Демократик Республикаһының «Афған йондоҙо» ордендары кавалеры. Сығышы менән Йәрмәкәй районы Иҫке Турай ауылынан.
- Махней Николай Иванович (1957), музыкант, педагог. Өфөләге Урта махсус музыка колледжының баян буйынса уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Мусин Илдар Ғаяз улы (1957), ғалим-социолог, инженер-төҙөүсе, комсомол органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1983—1985 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Ҡариҙел район комитетының беренсе секретары; 1985—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары; 1994 йылдан — район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары, 2001 йылдан — район хакимиәте башлығы; 2012—213 йылдарҙа «Башкиравтодор» йәмғиәте директоры. Социология фәндәре кандидаты (2007). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондың Үреш-Битулла ауылынан.
- Мусин Илдус Ғаяз улы (1957), педагог, 2012—2015 йылдарҙа Ҡариҙел район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондың Үреш-Битулла ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кашапова Светлана Мырҙахан ҡыҙы (1938), педагог. 1967—1999 йылдарҙа Дүртөйлө ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Тереғолова Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы (1943), табип-ғалим (терапевт, токсиколог, профпатолог), юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1995—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры. Медицина фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1983).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәнекәев Ғайса Хәмиҙулла улы (1864—03.1931), дәүләт органдары хеҙмәткәре, уҡытыусы, фольклорсы, йәмәғәтсе. 1907—1917 йылдарҙа Ҡазан һәм Ырымбур губерналарынан Рәсәй империяһының 3-сө һәм 4-се Дәүләт Думаһы депутаты. 1923—1928 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы банкының (Башсельхозкредит) инспекторы.
- Невоструев Владимир Григорьевич (1914—21.02.2012), техник-электрик. 1940—1946 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводы ТЭЦ-ының ҡорамалдар буйынса технигы, 1949—1978 йылдарҙа завод директорының материаль-финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары. РСФСР һәм Башҡорт АССР-ы Юғары Советтары Президиумдарының Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Удмурт Республикаһының Глазов ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Тулыбаев Айса Далха улы (1929—2010), урмансы. 1966—1989 йылдарҙа Баймаҡ урман сәнәғәте хужалығының Ишбирҙе урман әҙерләү участкаһы начальнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылынан.
- Мәжитова Флүрә Ғариф ҡыҙы (1934—18.05.2018), китапханасы. 1978—1992 йылдарҙа Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985) һәм Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1960, 1976). Сығышы менән ошо райондың Бүребай ауылынан.
- Кәримов Мөҙәрис Рәсүл улы (1949), финансист, ауыл хужалығы, партия органдары һәм банк системаһы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2012). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982).
- Бродская Наталья Юрьевна (1954), иҡтисадсы. 1991—2011 йылдарҙа Һаҡлыҡ банкының Күмертауҙағы 7722-се бүлексәһе идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2010). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Кулагина Галина Михайловна (1954), педагог. 1999 йылдан Октябрьский ҡалаһы 1-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010).
- Шәмғунов Дауыт Вәдүт улы (1959), педагог, йәәмәғәтсе. 1981 йылдан Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм директоры, 2017 йылдан Өфө ҡалаһының М. К. Нагаев исемендәге 160-сы лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районының Үтәкәй ауылынан.
- Мор Сергей Ярославович (1969), спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы (1997) һәм атҡаҙанған (1999) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡарағанды өлкәһе Тимертау ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1489 йыл: Томас Кранмер, Британияның реформация дәүере эшмәкәре.
- 1775 йыл: Надежда Пушкина (тыумыштан Ганнибал), шағир Александр Сергеевич Пушкиндың әсәһе.
тулы исемлек
- 1840 йыл: Павел Кузьминский, Рәсәй империяһы инженеры, реверслы газ турбинаһын уйлап сығарыусы.
- 1862 йыл: Уильям Генри Брэгг, Англия физигы.
- 1877 йыл: Герман Гессе, Германия яҙыусыһы.
- 1910 йыл: Моррис Коэн, СССР разведчигы, сығышы менән АҠШ-тан, Рәсәй Геройы (үлгәндән һуң).
- 1925 йыл: Патрис Лумумба, бойондороҡһоҙ Конго Республикаһының беренсе премьер-министры, илдең милли геройы.
- 1925 йыл: Ольга Олейник, СССР һәм Рәсәйҙең математик-ғалимы, академик (1991).
- 1930 йыл: Ия Арепина, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актрисаһы.
- 1935 йыл: Сергей Хрущёв, СССР, Рәсәй һәм АҠШ ғалимы, публицист, Никита Сергеевич Хрущёвтың улы.
- 1940 йыл: Георгий Иванов, Болгарияның 1-се космонавы, Советтар Союзы һәм Болгария Халыҡ Республикаһы Геройы.
- 1985 йыл: Эшли Тисдейл, Америка актрисаһы, йырсы, продюсер.
- 1990 йыл: Марго Робби, Австралия актрисаһы.
- 1566 йыл: Нострадамус, Франция күрәҙәсеһе.
- 1778 йыл: Жан Жак Руссо, Франция яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1961 йыл: Эрнест Хемингуэй, Америка яҙыусыһы.
- 1977 йыл: Владимир Набоков, Рәсәй империяһы һәм АҠШ яҙыусыһы.