31 июль
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Ғәҙәти булмаған музыка ҡоралдары көнө.
Австралия: Ағас көнө.
АҠШ: Бейеү көнө.
- Ҡурай еләге бәлеше көнө.
- Африка: Африка ҡатын-ҡыҙҙары көнө.
Гавайҙар: Флаг көнө.
Доминика Республикаһы: Атайҙар көнө.
Иран: Донорҙар көнө.
Польша: Казначейство көнө.
Ер:
- Һыуҙа ҡотҡарыусылар көнө.
БМО:
- Бөтә донъя рейнджерҙар көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Хәрби-Диңгеҙ флотының хәрби табибтары көнө.
- Ҡурсаулыҡтар, милли парктар һәм заказниктарҙың дәүләт инспекторҙары көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1656 йыл: Байкал күленә Рәсәй империяһының тәүге экспедицияһы юллана.
- 1748 йыл: Преображенский баҡыр иретеү заводы янында Йылайыр ауылына нигеҙ һалына.
тулы исемлек
- 1946 йыл: Белорет районындағы Үҙәнбаш ауылына нигеҙ һалына.
- 1953 йыл: Өфөлә «Родина» кинотеатры эшләй башлай.
- 1956 йыл: Мәскәүҙә «Лужники» спорт комплексы асыла.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Делов Василий Константинович (1935), механизатор. 1949–1996 йылдарҙа Әбйәлил районы «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозы тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Сегал Наум Михайлович (1941), педагог, Өфөләге Фәрит Камаев исемендәге 2-се балалар сәнғәт мәктәбенең хор уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Суркова Валентина Константиновна (1941), офтальмотравматолог-ғалим. 1968—1973 йылдарҙа һәм 1976 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1977 йылдан — ғилми секретарь, 1986 йылдан — директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 2006 йылдан күҙ мөгөҙсәһе һәм күҙ яҫмығы хирургияһы бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Ҡаҙаҡбаев Филүз Хәсән улы (1971), бейеүсе, балетмейстер, мәҙәниәт хеҙмәткәре. 2013 йылдан — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, 2014—2018 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Никитин Геннадий Михайлович (1932—?), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1963 йылдан КПСС-тың Салауат ҡала комитетының беренсе секретары; 1972 йылдан КПСС Үҙәк Комитеты инструкторы; 1975 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары; 1987 йылдан Башҡорт АССР-ының халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министры. Башҡорт АССР-ының 7—11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың 24-се съезы (1971) делегаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1965, 1986) ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1982). Сығышы менән Грозный ҡалаһынан.
- Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы (1942), журналист, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1986—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының, 1997—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры; 1990—1996 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Салауат Юлаев ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Әхмәтйәнова Хәлиҙә Ғәлиәхмәт ҡыҙы (1942—2020), төҙөүсе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының почётлы гражданы (1997). Сығышы менән ошо райондың Илсе ауылынан.
- Яковлева Лидия Ивановна (1947), химик-технолог. 1970—2003 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе технологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Макарова Хәлиҙә Сафуан ҡыҙы (1962), нәшерсе. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең производство бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006).
- Фёдоров Виталий Кимович (1962—23.01.2024), тарихсы-ғалим, археолог. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (2002), доцент[1].
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Деменко Иван Тимофеевич (1923—4.05.2000), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956—1970 йылдарҙа Хәйбулла районы «Матрай» совхозы агрономы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1971), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966), райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1984). Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһенән.
- Ғарипов Талмас Мәғсүм улы (1928—19.05.2022), тел белгесе-ғалим, спортсы, тренер. 1980 йылдан хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдың авгусына тиклем дөйөм тел белеме кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1974), профессор (1979). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1979). Бадминтон буйынса Башҡорт АССР-ының тәүге чемпионы. (1966); 1965—1981 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының бадминтон буйынса йыйылма командаһы тренеры.
тулы исемлек
- Хисмәтуллин Марат Мәғәфүр улы (1938—21.02.2018), опера йырсыһы (баритон), педагог. 1967 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры солисы, 1976 йылдан баш режиссёры, 1982 йылдан — режиссёры; бер үк ваҡытта 1976—2018 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының опера студияһы мөдире, профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының Яңы Ҡобау ауылынан. Йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың улы.
- Шәйхулов Марат Алмас улы (1973), дәүләт органы хеҙмәткәре, социолог-ғалим. 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе. Социология фәндәре кандидаты (2009). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Туймазы ҡалаһынан. Тел белгесе-ғалим Алмас Шәйхуловтың улы.
- Йыһангирова Диана Рафиҡ ҡыҙы (1983), спортсы, хоҡуҡ белгесе-ғалим. 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, 2008 йылдан — Санкт-Петербург университеты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2006). Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
- 1800 йыл: Фридрих Вёлер, Германия химигы, табип, органик химияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1885 йыл: Башкиров Алексей Степанович, СССР ғалимы, антик тарих белгесе, археолог.
тулы исемлек
- 1910 йыл: Сергей Каштелян, СССР-ҙың оригиналь жанр артисы, режиссёр һәм педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1985).
- 1914 йыл: Луи де Фюнес, Франция киноактёры, кинорежиссер, сценарист, донъя киноһының бөйөк комиктарының береһе.
- 1915 йыл: Герберт Аптекер, АҠШ-тың марксист-тарихсыһы, сәйәси публицист.
- 1930 йыл: Юрий Белов, СССР киноактёры.
- 1930 йыл: Олег Попов, СССР һәм Рәсәйҙең цирк артисы, клоун, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1937 йыл: Эдита Пьеха, йырсы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1988).
- 1945 йыл: Ян Табачник, СССР һәм Украинаның эстрада композиторы, виртуоз аккордеонсы, Украинаның халыҡ артисы (1994).
- 1945 йыл: Леонид Якубович, СССР һәм Рәсәй актёры, телетапшырыуҙар алып барыусы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2002).
- 1950 йыл: Лэйн Дэви, АҠШ актёры, режиссёр.
- 1965 йыл: Джоан Кэтлин Роулинг, Англия яҙыусыһы, Гарри Поттер тураһындағы китаптар авторы.
- 1986 йыл: Евгений Малкин, хоккейсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
Был көндә вафат булғандар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Скоропостижно скончался известный уфимский археолог Виталий Федоров. ИА «Башинформ», 24 января 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2024)