7 июль
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
Рәсәй Федерацияһы,
Беларусь,
Украина:
- Иван Купала көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Хәрби дан көнө (Рәсәй империяһы флотының Чесмән алышында төрөк флотын еңеүе, 1770).
Соломон Утрауҙары:
- Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Япония:
- Танабата йәки Йондоҙҙар фестивале (илдең милли мөхәббәт байрамы)
Төбәк байрамдары
Төньяҡ Осетия — Алания: Республика көнө.
Башҡортостан: Республика авиацияһы көнө.
Танзания: Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1770 йыл: 1768—1774 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышындағы Чесмән алышында Рәсәй империяһы флотының төрөк флотын еңеүе.
- 1787 йыл: Өфөлә тәүге шәхси дарыухана асыла.
тулы исемлек
- 1920 йыл: Бельгияның ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһы Антверпенда Йәйге Олимпия уйындары башлана.
- 1940 йыл: Львов ҡалаһында Иван Франконың әҙәби музейы асыла.
- 1941 йыл: Өфө пехота училищеһы эш башлай.
- 1950 йыл: Англияның Фарнборо ҡалаһы янындағы авиасалонда донъялағы тәүге авиашоу үтә.
- 1985 йыл: Германия тенниссыһы 17 йәшлек Борис Беккер, Уимблдон теннис турнирында еңеү яулап, тарихтағы иң йәш чемпион була.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Филиппов Николай Никитич (1930— 6.09.2007), иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1968—1996 йылдарҙа хәҙерге Екатеринбург ҡалаһындағы Урал иҡтисад университеты проректоры, бер үк ваҡытта 1980 йылдан иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1993), профессор (1989). РСФСР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1982), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районының Мәсәғүт ауылынан.
- Гальперин Давид Самойлович (1925—1993), СССР журналисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Башҡорт АССР-ының «Ленинец» йәштәр гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, 1970—1993 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы идараһының яуаплы секретары.
тулы исемлек
- Төхвәтов Миңлеғәли Бәҙретдин улы (1930), математик-ғалим. 1994—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1991). Үзбәк ССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Теләш ауылынан.
- Байҡара Тунжер (1940), Төркиәнең тарихсы-ғалимы. 2009 йылдан Ушак университетының Төркиә тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1971), профессор (1987). Фәнни тикшеренеүҙәре төрки телле халыҡтарҙың милли хәрәкәттәренә арналған. Әхмәтзәки Вәлиди тураһындағы китап авторы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Зәки Вәлиди исемендәге премияһы лауреаты (1993). Сығышы менән хәҙерге Төркиәнең Ятаған ҡалаһынан.
- Лукьянов Валериян Михайлович (1960), спортсы, Өфө авиация институтының спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе; тренер. 1995 йылдан Октябрьский ҡалаһының «Электронефтегаз» спорт клубы, 2001 йылдан — «Спартак» спорт һауыҡтырыу комплексы директоры. Спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2002), СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1988). Хәрбиҙәр араһында СССР һәм донъя чемпионы (икеһе лә — 1990), «Социалистик илдәрҙең Дуҫлыҡ кубогы» халыҡ-ара ярыштары еңеүсеһе (1988).
- Ғиниәтуллина Светлана Ғәйнулла ҡыҙы (1975), театр артисы. 1997 йылдан Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2008).
- Әхмәтйәнов Дмитрий Альберт улы (1975), инженер‑механик-ғалим. 1997 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2014 йылдан — авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (2007), профессор (2012).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ишмөхәмәт сәсән (төп исеме Мырҙаҡаев-Балапанов Мырҙаҡай Мәһәҙей улы; 1781—1878), шағир-импровизатор, йырсы һәм ҡурайсы. 1830-сы йылдарҙа 6-сы башҡорт кантонында йорт старшинаһы, хорунжий (1829).
- Андреев Кирилл Дементьевич (1901—2.01.1972), граждандар һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар дивизияһының батальон парторгы, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Баҙлыҡ) ауылынан.
тулы исемлек
- Бушмелёв Сергей Адольфович (1966—28.08.1992), спортсы. 1990—1991 йылдарҙа шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың, 1992 йылда — БДБ илдәренең йыйылма командалары ағзаһы. РСФСРхалыҡтарының ҡышҡы спартакиадаһы (1981) һәм Бөтә донъя универсиадаһы (1989) чемпионы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Алексеев Павел Фёдорович (1912—28.04.1985), хәрби осоусы, подполковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Степанова Зинаида Ивановна (1937—5.09.2002), төҙөүсе. 1954—1992 йылдарҙа «Туймазынефтестрой» тресының Дүртөйлөләге 2-се һәм 1-се төҙөлөш идаралыҡтарының штукатур-маляры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1988), Дүртөйлө ҡалаһының почётлы гражданы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районынан.
тулы исемлек
- Хунафин Һәүбән Нурлығаян улы (1937), хирург-ғалим. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989—2010 йылдарҙа термик травма һәм трансфузиология курстары менән ашығыс ярҙам һәм һәләкәттәр медицинаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1989—2006 йылдарҙа дипломдан һуң белем биреү институты директоры, 2001—2003 йылдарҙа дауалау эштәре буйынса проректор. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған табибы. Рәсәйҙең атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967) һәм уйлап табыусыһы (1983). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Ҡаръяуҙы ауылынан.
- Закиров Ринат Закир улы (1947), зоотехник-ғалим, хужалыҡ һәм партия органдары хеҙмәткәре, банкир. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, II дәрәжә Бөйөк Петр, Хаҡас Республикаһының «Хаҡасия алдындағы хеҙмәттәре өсөн» һәм «Изге эштәре өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән Тәтешле районының Кәлтәй ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Иблиев Ғәбделбарис Иблиәмин улы (1928—?), механизатор. 1952—1992 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы автотранспорт цехының күтәргес машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мишкә районының Оло Шаҙы ауылынан.
- Яҡупов Нәзим Мөхәмәтйән улы (1928—20.02.2009), хәрби хеҙмәткәр һәм тарихсы-ғалим, юғары мәктәпуҡытыусыһы. 1956 йылғы Венгрия ваҡиғаларында ҡатнашыусы, гвардия подполковнигы. Советтар Союзы Геройы (1957). Тарих фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Украина ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының Ҡарасайылға ауылынан.
тулы исемлек
- Зәйнуллина Сәүиә Исмай ҡыҙы (1948), педагог. Ҡариҙел районы Ҡариҙел ауылы 1-се балалар баҡсаһының элекке мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Бондаренко Виктор Николаевич (1953), философ-ғалим. 2003 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1996), профессор ([1997).
- Әмирова Гөлнара Ирнес ҡыҙы (1968), театр актёры. 1991 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019).
- Хәкимова Айгөл Мираҫ ҡыҙы (1973), театр артисы. 1995 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы (1909—10.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яүгир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Ҡара Көсөк утарынан.
Дөйөм исемлек
- 1860 йыл: Густав Малер, Австрия композиторы.
- 1882 йыл: Янка Купала, белорус әҙәбиәте классигы, шағир, драматург, публицист.