Октябрьский (ҡала)
Октябрьский | |
Октябрьский | |
Флаг | |
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:00 |
---|---|
Почта индексы | 452600–452616 |
Административ үҙәге | Октябрьский ҡалаһы ҡала округы[1] |
Рәсми сайт | oktadm.ru (рус.) |
Хөкүмәт башлығы | Шмелёв Алексей Николаевич |
Рәсми атамаһы |
рус. Октябрьский Октябрьский |
Халыҡ һаны | |
Административ-территориаль берәмек | Октябрьский ҡалаһы ҡала округы[1] |
Дәүләт | |
Майҙаны |
|
Нигеҙләү датаһы | 1937 |
Беренсе яҙма телгә алыу | 1632 |
Урындағы телефон коды | 34767 |
Категория для почётных граждан субъекта | Категория:Почётные граждане Октябрьского[d] |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Октябрьском[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 140 метр |
Код КЛАДР | 0200000400000 |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Октябрьский— Башҡортостандағы ҡала, ҙурлығы буйынса республикала 5-се урында. Өфө ҡалаһынан 188 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 38,83 кв.км.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
РСФСР Юғары Советы Президиумы 1946 йылдың 5 апрелендәге указына ярашлы Туймазы районының Октябрьский эшселәр ҡасабаһы республика буйһоноуындағы ҡала тип үҙгәртелә. Октябрьский ҡалаһы составына Мәскәү, Мулла, Нарыш, Үрге Зәйет, Төркмән ауылдары инә.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | х | х | х | х | х |
1920 йыл 26 август | х | х | х | х | х |
1926 йыл 17 декабрь | х | х | х | х | х |
1939 йыл 17 ғинуар | 1239 | 626 | 613 | 50,5 | 49,5 |
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 104536 | 49849 | 54687 | 47,7 % | 52,3 % |
2002 йыл 9 октябрь | 108647 | 50213 | 58434 | 46,2 % | 53,8 % |
2010 йыл 14 октябрь | 109474 | 51129 | 58345 | 46,7 % | 53,3 % |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Октябрьский ҡалаһы Урал буйы зонаһында, Ыҡ йылғаһының уң яҡ ярында, Башҡортостандың Татарстан Республикаһы менән сигендә урынлашҡан. Ҡала янынан федераль әһәмиәттәге М5 (Мәскәү — Һамар — Силәбе) автомобиль юлы үтә.
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡаланың иҡтисади нигеҙе — машиналар эшләү һәм яғыулыҡ сәнәғәте. Октябрьский электр бүлеү селтәрҙәре, «„Башнефть“ АНК» ААЙ «Башнефть—Добыча» ЯСЙ‑ның «Туймазанефть» НГДУ‑һы, «Ойл‑сервис» ЯСЙ, «Автоприбор» сәнәғәт компанияһы ЯСЙ, Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ институты, «ОЗНА», «ОЗНА—үлсәү системалары» ЯАЙ, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, «Пакер» ғилми‑производство фирмаһы ЯСЙ (металл изделиелар етештереү), «Стронег», «Башнефтегазпроект», «Европласт», «Төҙөлөш материалдары», «Тимер‑бетон», «Башҡорт фарфоры», «Октябрьский икмәге» ЯСЙ‑лары, «Алтын мөгөҙ» ит комбинаты һ.б. эшләй. Ҡала аша Куйбышев тимер юлы (Урыссу—Октябрьский тармағы), Һамар—Өфө—Силәбе, Октябрьский—Йәрмәкәй автомобиль юлдары үтә. Туймазы‑Октябрьский сәнәғәт узелына инә.
«2014 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Октябрьский 100 меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡалалар араһында ил буйынса 1-се урынды алды[4].
Уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡалала Өфө дәүләт нефть техник университеты, Иҡтисад һәм сервис университеты филиалдары, Октябрьский коммуналь‑төҙөлөш техникумы, Октябрьский нефть колледжы, Октябрьский музыка колледжы, иҡтисад техникумы, 3 һөнәрселек лицейы, ПУ, 19 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 15‑е урта мәктәп, 4 гимназия, махсус коррекция мәктәбе, 29 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, хореография, һынлы сәнғәт мәктәптәре, 2 балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы,4 ДЮСШ;
Дауаханалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала дауаханаһы, туберкулёзға ҡаршы диспансер;
Башҡа учрежениелары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәштәр һарайы, 11 китапхана, Октябрьский музейы, Спорт һарайы, стадион, «Спартак» спорт‑һауыҡтырыу комплексы; 4 мәсет, сиркәү бар. «Октябрьский нефтяник», «Тыуған яҡ» (татар телендә), «Нарыштау» (башҡорт телендә) гәзиттәре сыға.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1937 йыл Туймазы нефть ятҡылығын үҙләштергәндән һуң Соцгород ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1940 йылдан алып эшселәр ҡасабаһы, 1942 йылдан башлап хәҙерге исемен йөрөтә, 1946 йылда хәҙерге статусын ала, ҡалаға Мулла, Мәскәү, Нарыш, Төрөкмән, Үрге Зәйет ауылдары ингән. Ҡалала 2 мәҙәни мираҫ объекты бар: Гагарин Ю. А. исемендәге мәҙәниәт, фән һәм техника йорто (1953), «Һалдат уйҙары» һәйкәле (1970).
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәтиәтуллин Шакир Йосоп улы (1916—1972), Советтар Союзы Геройы (1944).
- Василий Глухарёв (15.04.1980), спортсы, спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2004).
- Гуторов Юлий Андреевич (21.11.1933), ғалим-инженер-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1998—2013 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты Октябрьский филиалының кафедра мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (1994). СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1978) һәм почётлы ер аҫты байлыҡтарын эҙләүсеһе (1983). Сығышы менән Тула ҡалаһынан[5].
- Ишморатов Ғүмәр Йосоп улы (28.09.1951), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). А. Н. Несмеянов исемендәге премия лауреаты (1999).
- Искәндәрова Ольга Юрьевна (26.12.1953), ғалим-педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2002)[6].
- Маликов Рөстәм Илкәм улы (2.04.1959), ғалми-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2007), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2013), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010)[7].
- Миролюбов Сергей Серафимович (20.03.1949), композитор. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1981)[8].
- Молчанов Анатолий Александрович (15.08.1938), ғалим—геофизик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1979), почётлы геолог (1988), почётлы эколог (2013). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Ҡаланың почётлы гражданы. Сығышы менән Ташкент ҡалаһынан[9].
- Мофазалова Рима Риза ҡыҙы (1.01.1943), ветеран-педагог, 1986—2000 йылдарҙа 4-се башҡорт гимназияһы директоры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, ҡаланың почётлы гражданы.
- Мәрҙәмшин Рифмир Рәхмәтулла улы (9.02.1954), тарихсы-ғалим, хәрби хеҙмәткәр, юғары һәм урта һөнәри мәктәп уҡытыусыһы. 2011 йылдан Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумы (2014 йылдан колледж) директоры. Тарих фәндәре кандидаты (1995). Отставкалағы подполковник.
- Мәрҙәншин Ринат Мөҡәтдәс улы (24.12.1963—19.01.2005), спортсы. Спидвей буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). Башҡортостандың күренекле спортсыһы (1996)[10].
- Ситдиҡова Флүрә Булат ҡыҙы (1.12.1958), музыкант-скрипкасы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2012), профессор (2012). Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре (2017), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2009)[11].
- Фәйзуллин Айрат Рай улы (6.05.1959—26.12.2002) спортсы. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1980). Спидвей буйынса шәхси ярыштарҙа РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1984); СССР чемпионаттарының көмөш (1983) һәм бронза (1982, 1989) призёры[12].
- Шәрәфетдинова Нәзирә Хәмзә ҡыҙы (2.06.1949), ғалим-гигиенист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014), атҡаҙанған табибы (2002) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004)[13].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ http://www.gks.ru/scripts/db_inet2/passport/table.aspx?opt=80735000200620072008200920102011
- ↑ Определены победители конкурса на звание самых благоустроенных поселений России — Официальный сайт Минстроя России, 13 ноября 2015 года 2019 йылдың 21 март көнөндә архивланған. (рус.)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Гуторов Юлий Андреевич(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Искәндәрова Ольга Юрьевна 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Маликов Рөстәм Илкәм улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Миролюбов Сергей Серафимович 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Молчанов Анатолий Александрович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мәрҙәншин Ринат Мөҡәтдәс улы 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Ситдикова Флюра Булатовна 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фәйзуллин Айрат Рай улы 2016 йылдың 22 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шәрәфетдинова Нәзирә Хәмзә ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 30 май 2019)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Октябрьский (ҡала) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Октябрьский, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 май 2019)