Благовещен (ҡала, Башҡортостан)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Благовещен
рус. Благовещенск
Флаг
Flag of Blagoveshchensk (Bashkortostan).svgCoat of Arms of Blagoveschensk (Bashkortostan).png
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00
Почта индексы 453430 и 453431
Административ үҙәге Благовещен районы и Благовещен ҡалаһы ҡала округы[d][1]
Рәсми сайт adm-blagrb.ru
Уникальный номер ГАР da7ef573-cdbe-458e-a790-b29ad3a3d140
Рәсми атамаһы рус. Благовещенск
Халыҡ һаны
Административ-территориаль берәмек Благовещен ҡалаһы ҡала округы[d][1], Благовещен районы и Өфө кантоны
Майҙаны
  • 65 км²
Нигеҙләү датаһы 1756
Рәсем
Урындағы телефон коды 34766
Беренсе яҙма телгә алыу 1756
Дәүләт
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 120 метр
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Благовещен — ҡала. Башҡортостандың Өфө ҡалаһынан төньяҡтараҡ 42 км алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Благовещен районының административ үҙәге.

2009 йылда 33,8 кеше иҫәпләнә.

Ҡала тарихы 1756 йылда төҙөлгән баҡыр эретеү фабрикаһы менән бәйле (хәҙер Благовещен арматура заводы). Ошо уҡ йылда христиан байрамы Благовещения көнөндә сиркәүгә нигеҙ һалына һәм ҡасабаны Благовещен исеме менән йөрөтә башлайҙар.

Рәсәйҙә был ҡала 2004 йылдың 10 декабренән 14 декабренә тиклем милиция хеҙмәткәрҙәре ҡала кешеләрен туҡмағандан һуң билдәле булды.

Йыл Халыҡ һаны
1939 11,7
1959 12,9
1970 14,8
1989 27,7
2002 33,0
2008 33,6

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 27694 13069 14625 47,2 52,8
2002 йыл 9 октябрь 32989 15588 17401 47,3 52,7
2010 йыл 14 октябрь 34239 16099 18140 47,0 53,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ҡалалағы төп иҡтисади ойошмалар:

  • Арматура заводы
  • «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Сибур Холдинг» ААЙ ҡулында)
  • «Волготанкер» базаһы
  • Өфө йылылыҡ электр станцияһы (Приуфимская ТЭЦ).
  • Благовещен тимер-бетоны
  • Ҡошсолоҡ фабрикаһы
  • Мебель фабрикаһы