Кушнаренко районы

Кушнаренко районы (рус. Кушнаренковский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Кушнаренко ауылы. Районда 28 мең 607 кеше йәшәй.

Символикаһы

Билдәле шәхестәр

• Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы (22.10.1912—12.10.1970) — Советтар Союзы Геройы (1943). Совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар взводы командиры, кесе лейтенант. Иҫке Ғүмәр ауылынан.
• Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы (15.02.1936—3.10.2008), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1978), профессор (1985). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981) һәм уйлап табыусыһы (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Ҡарасайылға ауылынан.
• Ғилманов Рим Сабит улы (20.03.1939), мәғариф хеҙмәткәре, 1958—1995 йылдарҙа Яңы Ғүмәр ауыл мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы[2].
• Ғәлиәкбәров Зөфәр Дилмөхәмәт улы (10.11.1923—2012), педагог, Кушнаренко 1-се мәктәбенең элекке военругы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
• Мөҙәрисов Миңлеғәли Закир улы (23.02.1947—24.03.2015), СССР биатлонсыһы, биатлон буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры. 1995—2003 йылдарҙа Рәсәй Йәйге биатлон һәм ғәмәли күпбәйге федерацияһының тренерҙар советы рәйесе. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1989) һәм бөтә Союз категориялы судья (1983), биатлон буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006). Үгеҙ ауылынан.
• Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы [7.11.1908—18.06.1993), Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 1933—1983 йылдарҙағы актёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1955) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955). Түбән Аҡбаш ауылынан.
• Сафиуллин Әбелхәйер Ҡасим улы (15.08.1943), театр режиссёры. 1991 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003). Ҡаратәкә ауылынан[3].
• Солтанов Шәриф Хәбибулла улы (9.08.1913—10.05.1998), ауыл хужалығы эшмәкәре, 1957—1975 йылдарҙа Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Райондың почётлы гражданы (1987). Ҡарасайылға ауылынан.
• Чайников Павел Семенович (5.07.1928—5.01.2017), Кушнаренко ауыл хужалығы техникумының элекке педагогы (1962—1998), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ахлыстин ауылынан.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 63 141 [4][5]
1959 йылдың 40 189 [6][5]
1970 йылдың 36 830 [7][5]
1979 йылдың 31 800 [8][9]
1989 йылдың 28 508 [10][9]
Йыл Халыҡ һаны
2002 йылдың 29 344 [11][9]
2008 йылдың 28 869 [12]
2009 йылдың 28 718 [13]
2010 йылдың 27 491 [14]
2012 йылдың 27 181 [15]
Йыл Халыҡ һаны
2013 йылдың 27 087 [16]
2014 йылдың 27 018 [17]
2015 йылдың 26 919 [18]
2016 йылдың 27 061 [19]
2017 йылдың 27 074 [20]
Йыл Халыҡ һаны
2018 йылдың 26 767 [21]
2019 йылдың 26 274 [22]
2021 йылдың 27 210 [1]

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. ↑ Национальный архив Республики Башкортостан. Календарь знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2019 год 2019 йылдың 14 февраль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 март 2019)
  3. ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сафиуллин Әбелхәйер Ҡасим улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2018)
  4. ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  5. ↑ 1 2 3 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  6. ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  7. ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  8. ↑ 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  9. ↑ 1 2 3 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  10. ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  11. ↑ 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  12. ↑ http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  13. ↑ https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls
  14. ↑ 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  15. ↑ https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  16. ↑ https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  17. ↑ https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  18. ↑ https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  19. ↑ http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  20. ↑ http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  21. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  22. ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.

Һылтанмалар

• Голубченко И. В., Кәбирова Г. Н. Кушнаренко районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Тема буйынса өҫтәмә