Краснокама районы

Краснокама районы (рус. Краснокамский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Николо-Берёзовка ауылы. Районда 27 821 кеше йәшәй.

Символикаһы

Билдәле шәхестәре

Алексеев Анатолий Алексеевич (18.02.1938—17.09.2008), ғалим—геолог. 1965—2008 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Геология институтының лаборатория мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1994). Арлан ауылынан[3].
Ғүмәров Рәмил Ғәтүф улы (25.04.1953—8.04.2018), төҙөүсе, 1995—2018 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» тресының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе. Иҫке Нуғай ауылынан (хәҙер күсерелгән).
Исламаев Исламғол Исламаевич (10.07.1936—26.08.2017), партия һәм мәғариф хеҙмәткәре. 1971—1997 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһының 1-се урта мәктәбе директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1970), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1997). Ҡырғыҙ ауылынан[4].
Йәһүҙин Мусаниф Садиҡ улы (21.02.1936—12.06.2005), юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир һәм прозаик, фантастик повестар авторы. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Яңы Хажи ауылынан[5].
Мөхәмәтдинов Борис Ғилмрази улы (14.07.1948), юл төҙөүсе. 1996—2014 йылдарҙа Нефтекамалағы «822-се төҙөлөш идаралығы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юл төҙөүсеһе (2001). Ҡыҙғау ауылынан.
Харисова Фәниә Биктимер ҡыҙы (11.10.1958), педагог, 1990 йылдан Николо-Берёзовка урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1996), «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан[6].
Хохрякова Лидия Николаевна (31.08.1958), үҙәк район мәҙәниәт йортоноң «Березонька» халыҡ вокал ансамбле хормейстеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Шәрипова Илүсә Тимерғәли ҡыҙы (7.11.1948), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—2011 йылдарҙа Николо-Берёзовка урта мәктәбенең һәм бер үк ваҡытта 1991 йылдан Нефтекамалағы 1-се лицейҙың рәсем уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрмәт ауылынан[7].
Әсәҙуллин Геман Ғибәҙулла улы (1.05.1949), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Райондың почётлы гражданы. Яңы Нуғай ауылынан.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1930 йылдың 53 800
1939 йылдың 41 557 [8][9]
1959 йылдың 38 180 [10][9]
1970 йылдың 57 700
1979 йылдың 34 406 [11][9]
1989 йылдың 42 669 [12][9]
1995 йылдың 46 200
Йыл Халыҡ һаны
1999 йылдың 27 029 [13]
2000 йылдың 27 629 [13]
2001 йылдың 27 645 [13]
2002 йылдың 27 552 [14][9]
2003 йылдың 27 500 [13]
2004 йылдың 27 260 [13]
2005 йылдың 27 591 [13]
Йыл Халыҡ һаны
2006 йылдың 27 606 [13]
2007 йылдың 27 618 [13]
2008 йылдың 27 753 [15]
2009 йылдың 27 654 [16]
2010 йылдың 27 986 [17]
2012 йылдың 27 830 [18]
2013 йылдың 27 871 [19]
Йыл Халыҡ һаны
2014 йылдың 27 743 [20]
2015 йылдың 27 821 [21]
2016 йылдың 27 641 [22]
2017 йылдың 27 467 [23]
2018 йылдың 27 213 [24]
2019 йылдың 26 554 [25]
2021 йылдың 26 145 [2]
Милли составы[26]:

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 31,3 %, мариҙар — 26,5 %, татарҙар — 25,8 %, урыҫтар — 14,7 %, башҡа милләттәр — 1,7 %[27].

Иҫкәрмәләр

  1. http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst80/DBInet.cgi?pl=8006001
  2. 1 2 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Алексеев Анатолий Алексеевич 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2018)
  4. Официальный сайт Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан. Почетные граждане города Нефтекамск. Исламаев Исламгул Исламаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2018)
  5. Он любил жизнь и людей (К 80-летию со дня рождения поэта Мусанифа Ягудина). ИА «Башинформ», 21 февраля 2016 (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
  6. ЛУЧШИЕ УЧИТЕЛЯ И ШКОЛЫ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. Проект БГПУ им. М. Акмуллы 2021 йылдың 17 ғинуар көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2018)
  7. Проект БГПУ им. М. Акмуллы «ЛУЧШИЕ УЧИТЕЛЯ И ШКОЛЫ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»: Шарипова Илюса Тимиргалиевна(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2018)
  8. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  9. 1 2 3 4 5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  10. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  11. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  12. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  13. 1 2 3 4 5 6 7 8 http://www.bashstat.ru/munstat/MapRegion/Docs/KART_RAI/krasnok/ks.html
  14. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  15. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  16. https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls
  17. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  18. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  19. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  20. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  21. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  22. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  23. https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  24. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  25. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  26. https://archive.is/20120714152848/tatar-bashkort.narod.ru/tb-15.htm
  27. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

Краснокама районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2022)

Тема буйынса өҫтәмә