Нуриман районы

Нуриман районы (рус. Нуримановский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Ҡариҙел йылғаһының һул яры буйлап түбәнге ағымында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылдың авгусында Иҫке Күл районы итеп ойошторолған, 1933 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — Ҡыҙылъяр ауылы, Өфөнән — 100 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Иглиндән 40 км алыҫлыҡта ята.

Халыҡ һаны 2010 йылда 21,5 мең кеше (1970 — 34,3 мең; 1979 — 28,1 мең; 1989 — 22,9 мең; 1995 — 22,4 мең).

Районда 2 ҡасаба — Ҡыҙыл Шишмә (3,1 мең кеше), Павловка (1989 — 3,9 мең кеше) һәм 50 ауыл бар. Халҡының күпселеген татарҙар, башҡорттар, урыҫтар, мариҙар тәшкил итә.

Билдәле шәхестәр

Географияһы

Территорияһы төньяҡлап — Өфө яҫы таулығында, ә көньяҡлап Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Территорияһының 78 процентын урман биләй. Ҡариҙел йылғаһы үҙенең ҡушылдыҡтары менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә.

Тупрағы: һоро урман, аҡһыл һоро, ҡара һоро урман, кәҫле-көлһыу. Тәбиғәт ҡомартҡылары: һыу сәтләүеге үҫкән Упҡанлы күле; Ҡыҙыл Шишмә карст сығанағы; Саруа күле шишмәһе. Районда аҡ шыршы, ҡарағай, ҡайын, йүкә, имән һәм уҫаҡ урмандары үҫә.

Доломит (Ильин), эзбизташ (Ҡыҙыл Шишмә), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ҡыҙылъяр, Түбәнге Ахлыстин), кирбес балсығы (Ҡыҙылъяр) ятҡылыҡтары табылған.

Иҡтисад

Нуриман — урман сәнәғәте һәм ауыл хужалығы районы. 205,5 мең гектар ере урман менән ҡапланған. Ағас әҙерләүселәр: Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Нуриман урман хужалығы, хужалыҡ-ара урман хужалығы, “Башлеспром”дың Яманйылға урман сәнәғәте хужалығы (Ҡыҙыл Шишмә ҡас.), Саруа ағас әҙерләү бүлексәһе (“Башнефть” АНК) һ.б. Ҡариҙел йылғаһында — Павловка ГЭС-ы, Ҡыҙылъярҙа РТП һәм май заводы эшләй.

44,6 мең гектарҙы (район территорияһының 16,9 проценты) ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 27,8 мең, сабынлыҡтар — 6,8 мең, көтөүлектәр 10,0 мең гектар. Районда эре панелле йорттар төҙөү тресының ярҙамсы хужалығы (Өфө ҡалаһы) бар. Төп тармаҡтары — һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡасылыҡ, игенселек, картуф үҫтереү. Умартасылыҡ үҫешкән.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 62 249 [2][3]
1959 йылдың 42 205 [4][3]
1970 йылдың 34 119 [5][3]
1979 йылдың 28 077 [6][3]
1989 йылдың 22 985 [7][3]
Йыл Халыҡ һаны
2002 йылдың 21 932 [8][3]
2008 йылдың 21 421 [9]
2009 йылдың 21 410 [10]
2010 йылдың 20 824 [11]
2012 йылдың 20 667 [12]
Йыл Халыҡ һаны
2013 йылдың 20 723 [13]
2014 йылдың 20 620 [14]
2015 йылдың 20 591 [15]
2016 йылдың 20 522 [16]
2017 йылдың 20 353 [17]
Йыл Халыҡ һаны
2018 йылдың 20 120 [18]
2019 йылдың 19 906 [19]
2021 йылдың 20 523 [20]

Транспорт

Район территорияһы аша Иглин — Ҡыҙылъяр — Павловка автомобиль юлы үтә. Ҡыҙылъяр ауылы, Ҡыҙыл Шишмә һәм Павловка ҡасабаларында пристандәр бар.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 35 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 12 урта; музыка мәктәбе (Ҡыҙылъяр ауылы), лицей һәм һөнәрселек училищеһы (Павловка ҡасаба), Б.Й.Нуриманов музейы (Яңы Күл ауылы), 25 дөйөм китапхана, 33 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 участка дауаханаһы бар.

Районда урыҫ телендә “Красный Ключ” гәзите сыға.

Иҫкәрмәләр

  1. Башҡортостан энциклопедияһы — Исмәғилев Фоат Ришат улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2019)
  2. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  3. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  4. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  5. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  6. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  7. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  8. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  9. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  10. https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls
  11. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  12. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  13. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  14. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  15. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  16. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  17. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  18. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  19. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  20. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx

Тема буйынса өҫтәмә