Павловка (Нуриман районы)

Павловка (рус. Павловка) — Башҡортостан Республикаһының Нуриман районындағы ауыл[2]. 2021 йылда халыҡ һаны 3950 кеше булған[3]. Почта индексы — 452432, ОКАТО коды — 80245844001.

Халыҡ һаны

Халыҡ һаны
1959[4]1970[5]1979[6]1989[7]2002[8]2009
797737323426349242694396
2010[9]2021[10]
41433950
1000
2000
3000
4000
5000
6000
7000
8000
1979
2021

Географик урыны

Ҡариҙел йылғаһының һул ярында Павловка һыуһаҡлағысының иң көньяҡ өлөшөндә район үҙәге Ҡыҙылъяр ауылынан төньяҡҡа табан 26 километр һәм Өфө ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 80 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауыл урман һәм Өфө акваторияһы менән уратып алынған. Ауылдан ҡаршы йылға ярында (ГЭС плотинаһы аша) Үрге Кировский ауылы урынлашҡан. Яҡындағы тимер юл станцияһы Иглинға тиклем 89 километр[2].

1950 йылда ауыл янында Павловка ГЭС-ы төҙөлә.

Тарихы

Павловка ауылына 1920 йылдарҙа нигеҙ һалына, 1950 йылдарҙа ГЭС һәм һыуһаҡлағыс төҙөү менән бәйле әүҙем үҫеш ала.

1952—2005 йылдарҙа Павловка ҡала тибындағы ҡасаба статусына эйә була, артабан яңы ҡануниәт буйынса — ауыл[2].

Инфраструктура

Ауылда дөйөм белем биреү мәктәбе, ике балалар баҡсаһы, балалар шифаханаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто һәм китапхана эшләй, мәсет һәм сиркәү бар. Бында шулай уҡ «Павловка паркы» һәм «Башҡорт Риццаһы» ял итеү базалары, «Звёздный» физкультура-һауыҡтырыу комплексы урынлашҡан[2].

Транспорт бәйләнеше

Ауылдан көньяҡ-көнбайышҡа ГЭС плотинаһы аша Благовещенға (Өфө, Бөрө, М7 трассаһы) һәм көньяҡ-көнсығышҡа йылғаның һул ярында Ҡыҙылъярға (Иглин, Өфө, М5 федераль трассаһы) автомобиль юлдары китә. Һыуһаҡлағыс ярында пристань бар.

Билдәле шәхестәре

Ял базалары

undefined

Ҡышҡы осорҙа саңғыла, тюбингта йәки сноубордта шыуырға мөмкин, теләгәндәр һыу һаҡлағыс боҙо өҫтөндә ҡышҡы балыҡ тотоу менән ваҡыт үткәрә ала[11]. Тау саңғыһы комплексында шыуыу өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы яҡшы әҙерләнгән трассалар бар, уларҙың иң оҙоно — 1,2 километр тәшкил итә. Тауға менеү өсөн күтәргес эшләй[13].

Йәй айҙарында ял итеүселәр өсөн һыуҙа күңел асыу үҙәге, асыҡ һауала йылытылған ике бассейн (өлкәндәр һәм балалар өсөн), пляж, байрам саралары ойоштороу һәм һыуһаҡлағыстың һыуы өҫтөндә ял үткәреү өсөн ҡуртымға бирелеүсе «йөҙөүсе йорт», һыуҙағы мунса тәҡдим ителә.

Базаның торлаҡ фонды ике ҡатлы коттедждарҙан һәм өс ҡатлы ҡунаҡхана комплексынан тора. Һуңғыһында төрлө кимәлдәге номерҙар фонды бар, стандарт типтағы номерҙар менән бер рәттән «люкс» кимәлендәге апартаменттар ҙа тәҡдим ителә.

Эшлекле корпоратив саралар — осрашыу йәки кәңәшмә үткәреү өсөн 120 кешегә иҫәпләнгән конференц-зал йыһазландырылған. Бында шулай уҡ төрлө темаға арналған күсмә семинарҙар, банкеттар, иҫтәлекле юбилейҙарҙы һәм тыуған көндәрҙе лә ойошторорға була.

Комплекс биләмәһендә төрлө һыйҙырышлы бер нисә кафе, шул иҫәптән йәйге миҙгелдә һыуһаҡлағыс ярында асыҡ кафе эшләй. Аш-һыу әҙерләү өсөн асыҡ утта бәләкәй һәм ҙур ял беседкалары булған мангал зонаһы булдырылған, унда шәшлек әҙерләү өсөн шампурҙар һәм беседканы ҡуртымға алырға мөмкин[11].

  • «Башҡорт Риццаһы» ял базаһы шулай уҡ Павловка ауылы янында, Өфө ҡалаһынан 100 километрҙа йәки ике сәғәтлек юлда урынлашҡан, тәбиғәттә тыныс һәм уңайлы ял итеү, дуҫтар һәм яҡындар менән күңелле ваҡыт үткәреү өсөн бик яҡшы урын.
undefined

Ял базаһында 27 уңайлы номер бар, унда шулай уҡ эш көнөнән һуң рәхәтләнеп ял итергә мөмкин. Әүҙем күңел асыу төрҙәрен яратыусыларға караоке һәм бильярд, шулай уҡ ял көндәрендә тере вокал һәм шоу-программалар, ә ҡышҡы миҙгелдә һырғалаҡҡа бушлай трансфер тәҡдим ителә.

Ресторанда төрлө ризыҡтар, шул иҫәптән башҡорт милли аш-һыуы өлгөләре даими әҙерләнә, эсемлектәрҙең бай йыйылмаһы бар. Ресторан 100 урынға иҫәпләнгән һәм туйҙар, корпоративтар, банкеттар, юбилейҙар, шулай уҡ сығарылыш кисәләре үткәреү өсөн дә яраҡлы.

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. 1 2 3 4 Павловка. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  5. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  6. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  7. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  8. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более.
  9. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан.
  10. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx.
  11. 1 2 3 Горнолыжный портал «Rider Skill». Башкортостан / Павловский Парк  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 5 март 2025)
  12. Туристический путеводитель по Республике Башкортостан VISIT BASHKORTOSTAN Горнолыжный комплекс «Павловский Парк»  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 5 март 2025)
  13. Туристический портал «TYR74» — Горнолыжные центры Урала → Павловский парк  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 5 март 2025)

Әҙәбиәт

• Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 2 июль 2025);
Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 2 июль 2025).