Павловка паркы (ял үҙәге)
«Павловка паркы» ял базаһы (шулай уҡ «Павловка паркы» тау саңғыһы үҙәге; рус. База отдыха «Павловский парк», также горнолыжный центр «Павловский парк» — Башҡортостан Республикаһындағы йыл әйләнәһенә эшләүсе әүҙем ял итеү урыны[1].
Башҡортостандың тиҫтәнән артыҡ ял итеү базаһы менән бер рәттән тәбиғәттең матур төбәгендә — Нуриман районының Павловка ауылы эргәһендә, Ҡуштау битләүендә, Павловка һыуһаҡлағысы ярында урынлашҡан. Бында саңғыла, тюбингта йәки сноубордта шыуыу өсөн бар уңайлыҡтары булған тау һырты, һыу ятҡылығы ярында йыһазландырылған уңайлы пляж һәм башҡа ял урындары бар[2].
Ҡышҡы миҙгел
Ҡышҡы осорҙа саңғыла, тюбингта йәки сноубордта шыуырға мөмкин, шулай уҡ инвентарҙе прокатҡа биреү пункты менән каток бар[1], теләгәндәр һыу һаҡлағыс боҙо өҫтөндә ҡышҡы балыҡ тотоу менән ваҡыт үткәрә ала.
Ҡышҡы ял итеү миҙгеле, уртаса алғанда, декабрь башынан апрель аҙағына тиклем дауам итә. Был осорҙа ла парк урынлашҡан төбәктә аяҙ көндәр етәрлек була[3].
Тау саңғыһы комплексында шыуыу өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы яҡшы әҙерләнгән трассалар бар, уларҙың иң оҙоно — 1,2 километр тәшкил итә. Тауға менеү өсөн күтәргес эшләй[4].
Йәйге миҙгел
Йәй айҙарында ял итеүселәр өсөн түбәндәгеләр тәҡдим ителә: [4]
• Һыуҙа күңел асыу үҙәге. Һәр йәй һыуһаҡлағыста һауаға тултырылған аквапарк урынлаштырыла. Көнөнә 350 һумға уның бөтә өлөштәрендә лә сикләүҙәрһеҙ ял итергә мөмкин;
• Бассейндар. Асыҡ һауала йылытылған ике бассейн (өлкәндәр һәм балалар өсөн) ҡуйыла;
• Пляж. Яр буйындағы төҙөкләндерелгән территория һәм буйҙар менән сикләнгән акватория;
• Һыу күңел асыуҙары. Һыу плюшкалары, катерҙар, һыу бананы, гидроцикл һәм һыу саңғыһы;
• «Йөҙөүсе йорт». Ҙур һәм бәләкәй ике йорт байрам саралары ойоштороу һәм һыуһаҡлағыстың һыуы өҫтөндә ял үткәреү өсөн ҡуртымға бирелә. «Йөҙөүсе йорт» ярҙан йыраҡ түгел урында ашыҡмай ғына йөҙөп йөрөй, был ваҡытта балыҡ тоторға һәм урындағы пейзажды һоҡланып күҙәтергә була. Бында дуҫтары, ғаилә ағзалары менән ваҡыт үткәрергә, байрам йә иҫтәлекле даталарҙы күңелле итеп билдәләргә мөмкин;
• Һыуҙағы мунса. Понтондағы уникаль мунса парҙа йылынғандан һуң шунда уҡ һыуға һикереү мөмкинлеген бирә.
Инфраструктураһы
Базаның торлаҡ фонды ике ҡатлы коттедждарҙан һәм өс ҡатлы ҡунаҡхана комплексынан тора. Һуңғыһында төрлө кимәлдәге номерҙар фонды бар, стандарт типтағы номерҙар менән бер рәттән «люкс» кимәлендәге апартаменттар ҙа тәҡдим ителә. Иркен номерҙар заманса стилдә биҙәлгән, уларҙа уңайлы ял итеү өсөн бөтә нәмә бар. Бүлмәләр йомшаҡ мебель менән йыһазландырылған, тумбочкалар, кейем шкафы, телевизор, мини-һыуытҡыс, электр сәй ҡайнатҡыс бар. Санузел душ кабинаһы менән йыһазландырылған, таҫтамалдар бирелә[1].
Эшлекле корпоратив саралар — осрашыу йәки кәңәшмә үткәреү өсөн 120 кешегә иҫәпләнгән конференц-зал йыһазландырылған. Бында шулай уҡ төрлө темаға арналған күсмә семинарҙар, банкеттар, иҫтәлекле юбилейҙарҙы һәм тыуған көндәрҙе лә ойошторорға була[3].
Комплекс биләмәһендә төрлө һыйҙырышлы бер нисә кафе, шул иҫәптән йәйге миҙгелдә һыуһаҡлағыс ярында асыҡ кафе эшләй. Аш-һыу әҙерләү өсөн асыҡ утта бәләкәй һәм ҙур ял беседкалары булған мангал зонаһы булдырылған, унда шәшлек әҙерләү өсөн шампурҙар һәм беседканы ҡуртымға алырға мөмкин[1].
Ял үҙәгендә шулай уҡ ҙур һәм бәләкәй сауна, спорт ҡорамалдары прокаты пункты бар.
Нисек барырға — маршруттар
«Павловка паркы» ял базаһына йәки тау саңғыһы үҙәгенә барыу өсөн төп ориентир — Башҡортостан Республикаһының Нуриман районындағы Павловка ауылы йә Павловка ГЭС-ы.
• 1-се вариант. Йәмәғәт транспорты (күсеп ултырыу менән). Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә автобуста йәки поезда барырға, самолётта ла осоп килергә мөмкин. Алдан шылтыратыу буйынса «Павловский парк» ял базаһы «Өфө» тимер юл вокзалынан трансфер ойоштора. Автопаркта автомобилдәр һәм микроавтобустар бар.
• 2-се вариант. Автомобиль транспорты. Төп юл: М 5 «Урал» трассаһы. Хәрәкәт йүнәлеше: көнсығыштан: Эҫем — Ауструм — Балтика — Иглин. Өфөгә 20 километр барып етмәйенсә, уң яҡҡа — Иглин ауылына боролош[4]; көнбайыштан: Октябрьский — Өфө — унан һуң 20 километр үткәс, уң яҡҡа — шулай уҡ Иглин ауылына боролош. Артабан Красный ключ ауылы — Павловка ГЭС-ы. Плотина алдынан уңға боролош һәм Павловка ауылына тиклем. Уны тулыһынса үткәс, тағы ла 6 километр барырға.
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Горнолыжный портал «Rider Skill». Башкортостан / Павловский Парк (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2025)
- ↑ 1 2 3 Туристический путеводитель по Республике Башкортостан VISIT BASHKORTOSTAN Горнолыжный комплекс «Павловский Парк» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2025)
- ↑ 1 2 Сайт «НеДома.ру». Павловский парк (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2025)
- ↑ 1 2 3 4 5 Туристический портал «TYR74» — Горнолыжные центры Урала → Павловский парк (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2025)
Һылтанмалар
• Круглогодичный центр отдыха «Павловский парк». Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2025)
• Горнолыжный портал «Rider Skill». Башкортостан / Павловский Парк (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2025);
• Туристический портал «TYR74» — Горнолыжные центры Урала → Павловский парк (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2025);
• Сайт «НеДома.ру». Павловский парк (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2025);
• Туристический путеводитель по Республике Башкортостан VISIT BASHKORTOSTAN Горнолыжный комплекс «Павловский Парк» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2025);
• ООО «Система Алеан». «Павловский Парк» база отдыха (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2025).