Көнсығыш
Көнсығыш — донъяның Ҡояш ҡалҡҡан тарафы. Көнсығыш йүнәлеше төньяҡ һәм көньяҡ йүнәлештәренә, йәғни Ерҙең географик полюстарына перпендикуляр, һәм көнбайыш йүнәлешенә ҡапма-ҡаршы яҡ. Көнсығышҡа йүнәлеш геодетик азимут буйынса +90° һәм астрономик азимут буйынса −90° тигеҙ.
Тәүҙә, моғайын, был һүҙ «Ҡояш сыҡҡан яҡ» тигәнде аңлатҡандыр, ә һуңынан мәғәнәһе үҙгәргән.
Көнсығыштың русса билдәһе — В, халыҡ-ара билдәһе — E (ингл. east).
Көн менән төн тигеҙләшкән көндәрҙә Ҡояш тура көнсығышта ҡалҡып сыға.
Навигация
Ерҙең хәҙерге карталарында көнсығыш, ҡағиҙә булараҡ, уң яҡта урынлашҡан. Был килешеү компасты ҡулланыуҙан барлыҡҡа килгән, компас магнит төньяҡты күрһәткән магнит уғын нуль билдәһенә ҡуя. Әммә Венера һәм Уран кеүек ретроград әйләнеше булған планеталарҙың карталарында көнсығыш һул яҡта урынлашҡан.
Көн менән төн тигеҙләшкән көндә Ҡояш менән Ай тап көнсығышта ҡалҡып сыға.
Мәҙәниәттә
Көнсығыш — Ерҙең үҙ күсәре тирәләй әйләнеү йүнәлеше; күҙәтеүсе Ҡояшты көнсығышта ҡалҡып сығыуын күрә. Көнсығыш күп кенә диндәрҙә, шул иҫәптән христианлыҡҡа тиклем барлыҡҡа килгәндәрҙә лә телгә алына. Христиан сиркәүҙәрен төҙөгәндә шулай уҡ донъя яҡтарын да иҫәпкә алғандар[1][2].
Православие сиркәүҙәренең һәм лютеран сиркәүҙәренең алтары көнсығышҡа ҡарай, ҡыңғырау манараһы ғәҙәттә көнбайышҡа ҡарай; сиркәү көмбәҙендәге тәре аҫҡы перекладинының күтәрелгән осо төньяҡҡа ҡарай; католик сиркәүҙәренең алтары көнбайышҡа ҡарай[3]
Көнсығыш макрорегионы
Көнсығыш шулай уҡ Азия илдәре макрорегионын аңлата (шул уҡ ваҡытта Европа көнбайыш донъяһы тигәнде аңлата). Был термин Европа илдәрендә барлыҡҡа килһә лә, Азия ысынлап та Ерҙең географик үҙәгенән көнсығыштараҡ урынлашҡан.
Донъя тарафтары
|
|---|
- ↑ Orientation of Churches. Catholic Encyclopedia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2013. Архивировано 8 июль 2018 года.
- ↑ Peters, Bosco Architectural Design Guidelines 1. Liturgy.co.nz (30 апрель 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2013. Архивировано 26 октябрь 2013 года.
- ↑ А. А. Евдокимов. Военная топография. Пособие для практических занятий. — Санкт-Петербург: ГУАП, 2008. — С. 152. Архивная копия от 30 сентябрь 2021 на Wayback Machine