Ауыл

Ауыл (рус. Село) — Рәсәй, Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Молдавия, Болгария, Румыния, Израиль , Босния һәм Герцеговиналағы тораҡ пункттарының бер төрө, ауыл тораҡ пункттарына ҡарай. Элек рус телендәге «село» һүҙе «деревня» менән бергә крәҫтиән торамаһының тибын аңлатҡан[1].

undefined

Этимологияһы

Бында — рус телендәге «село» һүҙенең сығышы тураһында. Ул боронғо славян термины, «поселение» мәғәнәһендә ҡулланылған[1]. Боронғо рус телендәге село — «жилище; селение; поле» мәғәнәһендәге һүҙ тәү славян телендәге *selo «пашня» һүҙенән килеп сыҡҡан, көнсығыш славян ерлегендә фонетик яҡтан *sedlo «поселение» һүҙе менән тап килгән[2]. Артабан боронғо һинд-европа тамырҙарынан *sel — «торлаҡ бина»[3]. Литва телендәге salà — «деревня» һүҙенә туғандаш.

Атамалары

Күп ауылдарҙың рус телендәге атамалары традицион рәүештә-о, мәҫәлән: Котово, Петрово, Темкино, Балобаново; йәки-ое менән тамамлана, мәҫәлән: Екатерининское, Солонешное. Хәҙерге әҙәби нормаларға ярашлы, рус телендә бындай атамалар килеш менән үҙгәрә: из Петрова, в Тёмкине, в Балобанове.

undefined

«Село» һүҙе ҡайһы бер тораҡ пункттарҙың атамаһы составына (рус.)баш. инә: Красное Село, Большое Село. Ауыл исемдәренең шулай уҡ башлыса ҡала атамаларына хас булған ялғауҙарға тамамланғандары ла бар, мәҫәлән, Новоникольск, Печёрск.

Ауыл тораҡ пункттарының төрҙәре

Ауыл тораҡ пункттарына түбәндәгеләр ҡарай: мәҫәлән:

  • деревня — ҙур булмаған крәҫтиән ауылы; XX быуат башында «деревня»ның «село»нан төп айырмаһы — тәүгеһендә сиркәүҙең юҡлығы һәм уның ҙурлығында торған;
  • ҡасаба — башта ҙур булмаған тораҡ пункт (рус.)баш., ул башлыса төп тораҡ пункттан айырылып барлыҡҡа килгән;
  • станица — бер йәки бер нисә казак торамаһынан (хутор, ҡасаба) торған ауыл берәмеге;
  • утар хутор — бер, ҡайһы саҡта бер нисә йорт хужалығынан торған бәләкәй тораҡ пункт; айырым хужалыҡлы айырым крәҫтиән усадьбаһы;
  • ҡышлаҡ — Урта Азияның ҡайһы бер халыҡтары йәшәгән даими ауыл тораҡ пункты, ҡайһы бер илдәрҙә шулай уҡ ҡышлау урыны йәки ҡышҡы торлаҡ;
  • аул — төрки халыҡтарында, шулай уҡ Урта Азия һәм Кавказдың ҡайһы бер башҡа халыҡтарында традицион тораҡ пункты;
  • кордон — урман һаҡсыларының йәки ҡурсаулыҡтарҙы һаҡлауҙың стационар (даими) йәки ваҡытлыса посы;
  • кампонг — Индонезияның ауыл тораҡ пункттарының дөйөм атамаһы.
undefined

Боронғо Русь

Киев Русе ваҡытында, айырымланған дәүерҙә һәм үҙәкләштерелгән Рус дәүләте осоронда «село» һүҙе бер-береһе менән бәйле бер нисә мәғәнәгә эйә була: «торлаҡ, йәшәү урыны»; ҡала булмаған тораҡ пункты; «имение, биләмә, ерле усадьба»; шулай уҡ «ялан, һөрөнтө ер» тигән элекке мәғәнә һаҡланған [4]. Боронғо Рустә шулай уҡ ауыл старостаһы идара иткән кенәз йәки бояр поместьеһының (рус.)баш. айырым өлөшө (Каролингтар империяһындағы виллаға тап килгән) «село» тип аталған [5]. «Село» кенәздеке генә түгел, уның ҡатыныныҡы ла, бояр менән алпауыттыҡы ла (һуңыраҡ), шулай уҡ архиерей йәки монастырҙыҡы ла була алған.

Рәсәй империяһы

1917 йылғы революцияға тиклем Рәсәй империяһында «село» (артабан «ҙур ауыл») ер биләүҙең административ һәм хужалыҡ үҙәге хеҙмәтен үтәгән («село с деревнями» — «бәләкәй ауылдары менән ҙур ауыл»). Ҙур ауылда, ғәҙәттә, сиркәү булған. Нәҡ ошонан сығып артабан ҙур ауыл яҡын-тирәләге бәләкәй ауылдар өсөн өсөн хужалыҡ һәм административ үҙәк булған ҙур крәҫтиән торағы итеп билдәләнгән[1].

undefined

XVIII быуат ғалимы Пётр Паллас яҙып ҡалдырғанса, ҙур ауыл бәләкәйенән аныҡ айырылған, сөнки тәүгеһендә мотлаҡ сиркәү булған[6]. Ҙур ауыл — яҡын-тирәләге бер нисә бәләкәй ауылды берләштергән сиркәү мәхәлләһенең үҙәге. Шулай уҡ мәхәллә үҙәге погост (рус.)баш.та булыуы мөмкин, әммә, ҙуур ауылдан айырмалы рәүештә, погоста руханиҙар һәм причта йорттары ғына була.

СССР-ҙа һәм унан һуңғы Рәсәйҙә ҙур ауыл менән бәләкәй ауыл араһында рәсми айырма юҡ. Ҡағиҙә булараҡ, ҙур ауыл — ҡала сиктәренән һәм төҙөлөшөнән ситтә урынлашҡан тораҡ пункты, унда элек манаралы йәки ҡыңғыраулы сиркәү эшләгән[7]. СССР-ҙа ҙур ауыл ауыл районы йәки ауыл советы биләмәһе үҙәге, ә хеҙмәтсәндәр депутаттарының ауыл советы — унда дәүләт власы органы була[1].

undefined

Советтар Союзынан һуңғы осорҙа революцияға тиклем сиркәү булмаған күп кенә ваҡ ауылдарҙа улар төҙөлә башлай, был бындай тораҡ пункттарға ҙур ауыл статусын (рус.)баш. биреүгә килтерә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ҙур ауылдарҙа совет осоронда сиркәү тулыһынса емерелә һәм артабан тергеҙелмәй. Тораҡ пунктты «село» тибына индереү уның хәҙерге ваҡыттағы статусын түгел, ә үткәндәгеһен сағылдыра.

Статистика

2017 йылға ҡарата Рәсәйҙә ҙур һәм бәләкәй ауылдарҙың һаны буйынса айырым статистик иҫәп юҡ, улар дөйөм иҫәпләнә. 1989 йылда — 162 231[8], 2002 йылда — 155 288[8], 2010 йылда — 153 124[9], 2021 йылда — 153 157 ауыл тораҡ пункты иҫәпкә алынған, шул уҡ ваҡытта 24 751 ауыл биләмәһендә даими халыҡ йәшәмәй (Рәсәй Федерацияһындағы ауыл биләмәләренең дөйөм һанынан 16,16 процент)[10].

undefined

Башҡортостан ауылдары

Тарихи Башҡортостан ерҙәрендә ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа күсеү менән бәйле була. Улар башлыса йылға йәки күл буйҙарында, тау итәктәрендә урынлаша. Башҡортостанда тәүге ауылдар ырыу-ҡәбилә заманында уҡ нигеҙләнгән, артабан ҡайһы бер ҙур ауылдар улустарҙың административ-иҡтисади үҙәге булып китә. XVIIXVIII быуаттарҙа башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында күп кенә ауылдар яндырыла[11].

Халыҡ һаны арта барыу менән ауылдарҙа яңы урамдар, ә ҡайһы саҡта бүлендек ауылдар һәм утарҙар барлыҡҡа килгән. Улар тәүге төпләнеүсенең исеме менән йәки төп ауылдың атамаһына «Яңы», «Үрге», «Түбәнге», «Урта» һ. б. өҫтәлмәләр ҡушып яһалған һүҙҙәр менән нарыҡланған. Күп кенә ауылдарҙың рәсми атаманан тыш халыҡ телендә таралған икенсе исеме лә бар.

1843 йылда Ырымбур губернаһы хакимиәте тарафынан ауылдарҙы үҙгәртеү планы ҡабул ителә, уға ярашлы ауыл урамдары төҙөк булырға, йорт-ҡаралтылар билдәле бер тәртиптә урынлашырға тейеш була. ХХ быуат башында халыҡ күп тупланып ултырған ҙур ауылдарҙа кантон, район, ауыл советы үҙәктәре ойошторола. Башҡортостандың ҡайһы бер ауылдары (Дәүләкән, Дүртөйлө, Яңауыл һ. б.) ҡалаға тиклем үҫешкән[11].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 БСЭ
  2. Vasmer's dictionary : Query result. Этимологический словарь русского языка Макса Фасмера. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025. Архивировано 27 сентябрь 2020 года.
  3. Черных П. Я. Историко-этимологический словарь современного русского языка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026. Архивировано 27 февраль 2012 года.
  4. Словарь русского языка XI—XVII веков, 2000, с. 46—48
  5. Вернадский, 1996
  6. Паллас, 1788, с. IV
  7. Ушаков, 1940
  8. 1 2 Об итогах Всероссийской переписи населения 2002 года. Госкомстат России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2025. Архивировано из оригинала 21 март 2012 года.
  9. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Госкомстат России. — Таблица 3. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026. Архивировано 16 ғинуар 2014 года.
  10. Группировка сельских населённых пунктов по численности населения по субъектам Российской Федерации (табл. 11) // Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года / Федеральная служба государственной статистики (Росстат). — М., 2021. — Т. 5.
  11. 1 2 Шитова С. Н. Ауыл (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (12 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026. (баш.)

Әҙәбиәт

  • Село // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Повесть временных лет : Подготовка текста, перевод и комментарии О. В. Творогова / Библиотека литературы Древней Руси РАН. ИРЛИ; под ред. Д. С. Лихачёва, Л. А. Дмитриева, А. А. Алексеева, Н. В. Понырко. — публикация Института русской литературы (Пушкинский Дом) РАН. — СПб. : Наука, 1997. — Т. I: XI—XII века. — (Ипатьевский список Повести временных лет на языке оригинала и с синхронным переводом), кн. электронное издание.
  • Словарь русского языка XI—XVII веков : [рус.] / Российская академия наук, Институт русского языка имени В. В. Виноградова РАН; Гл. ред. Г. А. Богатова. — М. : Наука, 2000. — Вып. 24: Се — Скорый. — 254 с. — ISBN 5-02-022673-4.
  • Вернадский Г. В. Киевская Русь / Пер. с англ.. — М. : Аграф; ЛЕАН, 1996. — 442 с. — (История России). — [Перевод издания: Kievan Russia / by G. Vernadsky (New Haven; L., 1948].
  • Паллас П. С. Путешествие по разным местам Российского государства. — СПб., 1788. — 442 с. — (Часть 3, половина 1, предисловие).
  • Село // Толковый словарь русского языка / Под ред. Д. Н. Ушакова. — М.: Государственное издательство иностранных и национальных словарей, 1940. — Т. 4.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар