Ғалим

Ғалим — ниндәй ҙә булһа ғилми өлкәлә фәнгә өлөш индергән белгес.

Ғәҙәттә, фәнни ысул ҡулланған кешеләрҙе ғалимдар тип атайҙар[1]. Ғалим фәндең бер йәки бер нисә өлкәһендә эксперт була ала[2]. «Ғалим» һәм «фән» төшөнсәләре оҙайлы үҫеш һәм үҙгәртеп ҡороу үткән, һәм уларҙың төрлө мәҙәниәттәрҙә аңлашылыуы төрлөсә булырға мөмкин, әммә шул уҡ ваҡытта донъя фәнни берләшмәһе барлыҡҡа килгән, ул төрлө илдәрҙәге фән һәм ғалимдар тураһында күҙаллауҙарҙы яҡынайтҡан. «Ғалим» (ингл. scientist) терминының авторы тип инглиз философы Уильям Уэвелл һанала.

Ғалимдар ҡулланған фәнни методология, атап әйткәндә, яҡшы тикшерелгән факттарҙы дөйөмләштереүҙе, абстракт төшөнсәләрҙе ҡулланыуҙы, гипотезалар булдырыуҙы һәм тикшереүҙе, дөйөм кимәлдәге факттар булараҡ теориялар булдырыуҙы, фәнни тасуирлауҙы, яҡшы өйрәнелгәндән башлап, билдәһеҙгә табан үҫтереүҙе үҙ эсенә ала.

Фәнни квалификация билдәләре

Фәнни квалификацияны таныуҙың төп формаль билдәләре — абруйлы ғилми журналдарҙа тикшеренеү материалдарын баҫтырыу[3], абруйлы ғилми конференцияларҙа докладтар яһау (баҫылған докладтар ғилми баҫмаларға тиңләштерелә[4]) һәм абруйлы ғилми нәшриәттәрҙә китаптар нәшер итеү[5].

Рәсәйҙә абруйлы ғилми баҫмаларҙы башҡаларынан айырырға формаль ынтылыш яһалған һәм махсус исемлек төҙөлгән. Уларҙа донъя күргән мәҡәләләр Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡарамағындағы Юғары аттестация комиссияһы (ВАК) тарафынан таныла. Әммә абруйлы баҫмаларҙы һәм конференцияларҙы өҫтөнлөклө итеү таныуҙың да үҙ системаһы бар. Ҡағиҙә булараҡ, халыҡ-ара баҫмалар һәм конференциялар өҫтөнлөклө, халыҡ-ара кимәлдә танылыу милли кимәлдән юғарыраҡ. Ғалимдың абруйы һәм квалификацияһын таныу уның белгестәр даирәһендә билдәлелеге менән бәйле. Теге йәки был ғалимдың хеҙмәттәренә һылтанмалар һаны буйынса рейтингты башҡа ғалимдарҙың хеҙмәттәренә нигеҙләнеп төҙөүгә лә ынтылыштар бар.

Иҫкәрмәләр

  1. Исаак Ньютон (1687, 1713, 1726). [4] «Rules for the study of natural philosophy», Philosophiae Naturalis Principia Mathematica, Third edition. The General Scholium containing the 4 rules follows Book 3, The System of the World. Reprinted on pages 794—796 of I.Bernard Cohen and Anne Whitman’s 1999 translation, University of California Press. ISBN 0-520-08817-4.
  2. Oxford English Dictionary, 2nd ed. 1989
  3. Численным показателем авторитетности научного журнала чаще всего является импакт-фактор.
  4. Высшая аттестационная комиссия (ВАК): Ответы на часто задаваемые вопросы Архивная копия от 30 ноябрь 2012 на Wayback Machine
  5. Таких как издательство Наука в СССР и России или Springer Science+Business Media, издательство Гарвардского университета и др. Среди учёных принято завершать достаточно длительную работу по исследованию определенной темы публикацией монографии по этой теме, которая обычно содержит детальное описание методики исследования, изложение результатов проведённой работы, а также их интерпретацию.

Һылтанмалар

Категориялар