Башҡорт ихтилалдары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт ихтилалдары
Дата XVII—XVIII бб.
Урыны Тарихи Башҡортостан (Нуғай, Ҡазан, Себер һәм Уҫы даруғалары)
Сәбәбе Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы шарттарын боҙоу, һалымдарҙың һәм йөклмәләрҙең артыуы, мосолмандарҙы суҡындырырға тырышыу һ.б.
Ҡаршы тороусылар

Flag of Russia.svg Рәсәй

башҡорт ихтилалсылары

Командирҙар

Д. Полуэктов, И. М. Павлов, У. Сниттер, А. М. Коркодинов, Д. А. Барятинский, Ю. С. Урусов, В. И. Лопатин, Ф. Ф. Волконский, А. М. Волконский, Ю. С. Урусов, Әйүкә, П. И. Хованский, А. С. Сергеев, И. Я. Якушкин, А. И. Румянцев, И. К. Кириллов, Л. Я. Соймонов, А. И. Тевкелев, В. Н. Татищев, В. А. Урусов, Б. Л. Останков, П. Мартаков, М. С. Хрущев, И. И. Неплюев и др.

Сәйет Йәғәфәров, Һары Мәргән, Арыҫланбәк Бәккин, Алдар Иҫәкәев, Күсем Түләкәев, Морат Солтан, Дөмәй Ишкәев, Ураҡай Юлдашбаев, Хажи Аҡҡусҡаров, Ҡараһаҡал, Килмәк Нурышев, Аҡай Күсемов, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Төлкөсура Алдағолов, Мәндәр Ҡарабаев, Байыҡ сәсән, Йосоп Арыҡов, Кинйә Арыҫланов, Баҙарғол Юнаев, Ҡаранай Моратов, Салауат Юлаев, Ҡасҡын Һамаров, Юламан Ҡушаев, Юлай Аҙналин, Байым Ҡыҙраев һ.б. Башҡорт ихтилалдары етәкселәре

Башҡорт ихтилалдары — XVIXVIII быуаттарҙа башҡорттарҙың Рәсәй батшалығының феодаль-колониаль сәйәсәтенә ҡаршы милли-азатлыҡ көрәше.

Тарихы һәм сәбәптәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт ихтилалдары тарихи феномен булып һанала, сөнки азатлыҡ өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшеү миҫалдары тарихта һирәк осрай. Башҡорттар үҙ хоҡуктары өсөн көрәшеп кенә ҡалмай, батша хөкүмәтен етди ташламалар яһарға мәжбүр итә. Ошо мәсьәләләрҙе өйрәнмәйенсә, башҡорттарҙың һәм тотош Урал-Волга буйы халыҡтарының тарихын күҙ алдына тулы баҫтырыу мөмкин түгел.

XVI быуаттың ҡатмарлы осоронда башҡорттар үҙ ирке менән Урыҫ дәүләтенә килешеү нигеҙендә ҡушылыу тураһында ул заман өсөн аҡыллы сәйәси ҡарар ҡабул итә. Урыҫ хөкүмәте уларға тыныс тормош, сит баҫҡынсыларҙан яҡлау гарантиялай, ер биләмәләренә хоҡуҡты ҡалдырыуға ризалаша, эске үҙидаралыҡты һәм дин тотоу иреклеге бирә. Башҡорттар үҙҙәрен Урыҫ дәүләтенең гражданы итеп таный, ер өсөн яһаҡ түләргә, үҙ иҫәбенә хәрби хеҙмәт итергә ризалаша. Башҡортостандың Тубылдан алып Волгаға, Яйыҡтан Камаға тиклемге ҙур территорияһы Рәсәй составында тороп ҡала.

Килешеү башҡорттарҙың да, Урыҫ дәүләтенең дә мәнфәғәттәренә яуап бирә. XVI быуаттың икенсе яртыһында — XVII быуаттың башында урыҫ хөкүмәтенең сәйәсәте килешеү буйынса бара.

XVII-XVIII быуаттарҙа башҡорт ихтилалдары

Әммә XVII быуаттың тәүге яртыһынан батша власы Башҡортостанда ике йөҙлө сәйәсәт үткәрә башлай: ҡушылыу шарттарын рәсми рәүештә таныһа ла, ғәмәлдә уны боҙоуға юл ҡуя. Ерҙәрҙе тартып алыуҙар башлана, яһаҡтар арта, христиан диненә дүндереү ынтылышы яһала. Өфө воеводалары баш-баштаҡлыҡ һәм йәбер-золом ҡыла. XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан урыҫ батшалығы иҙеү сәйәсәтен нығыраҡ көсәйтә, ул колониаль төҫ ала. Яуап итеп башҡорттар ҡоралға тотона. Ике йөҙ йыл дауам иткән башҡорт ихтилалдары ошолай башланып китә.

XVI быуат аҙағында — XVII быуат башында батшалыҡ сәйәсәтенең ҡайһы бер яҡтарына ризаһыҙлыҡ белдергән башҡорттар башҡа күрше халыҡтарҙың Рәсәй батшалығына ҡаршы хәрәкәтенә ҡушыла. Урта Волга буйы халыҡтарының 1572, 1581 һәм 1616 йылдарзағы ихтилалдарында уларзың әүҙем ҡатнашыуҙары ошо хаҡта һөйләй. Артабан башлап йөрөүселәре һәм төп әйҙәүсе көсө башҡорттар булған күтәрелештәр китә. Шундайҙарҙың береһе 1645 йылдағыһы була. Уға батша властарының, башҡорттар менән иҫәпләшмәйенсә, улар ерендә Минзәлә ҡәлғәһен төҙөү сәбәпсе була. Тубылдан Волгаға, Яйыҡтан Камаға тиклемге Башҡортостан еренә йәйелгән дөйөм башҡорт ихтилалдары XVII быуаттың уртаһында башлана.

Яңы сыуалыштарға алдағы ихтилалдарҙың эҙемтәләре (каратель экспедициялары, тотош ауылдарҙы яндырыу, талау һәм ерҙәрҙе тартып алыу, һ.б.) килтерә.

«Был ваҡытта уларҙың ихтилалдары икенсе нигеҙҙә бара; мосолман попагандаһы үҙ әһәмиәтен юғалта, мосолман батшалығын тергеҙеүгә өмөт юҡҡа сыға, әммә башҡорттар, элек ерҙәрен берәм-һәрәм тартып алыуға зарланһа, үҙҙәренең аҫаба ерҙәренең бөтөнләй ҡалмауына хәүефләнә. Ысынлап та, колонизация Башҡортостанға тотош диуар булып яҡынлаша…»

Башкиры // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Ихтилалдарҙың характеры, маҡсаты, идеялары һәм көсө тарих фәнен өйрәнеүҙә төрлөсә баһалана. Ҡайһы бер тарихсылар уларҙа социаль һәм синыф ҡапма-ҡаршылыҡтары сағылышын күреп, башҡорт этносының социаль түбән синыфының алдынғы ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала, уларҙы «хеҙмәт массаларының феодаль һәм милли иҙеүгә ҡораллы ҡаршылығы булып тора» (И. Ғ. Аҡманов, А. Н. Усманов) тип белдерә. Бәғзеләр Рәсәй менән Башҡортостандың мөнәсәбәттәренең, уларҙы төрлө кимәлдәге цивилизацияларҙың этносәйәси системаһы булараҡ, үҙенсәлекле характеры тураһындағы күҙаллауҙарҙан сығып фекер йөрөтә, Башҡортостанда Рәсәйҙең экспансияһын таный, ә Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, башҡорттарҙың барлыҡ баш күтәреүендә урта быуаттарҙағы вассалитет идеологияһы булыуын раҫлап, буйһондороу формаһы тип ҡарай. Башҡорт ихтилалдарында социаль юғары ҡатламдың лидерлығы, рус подданыйлығынан баш тартыу идеяһы, уның милли хәрәкәт билдәләре һәм үҙ дәүләтселеген төҙөү тенденцияһын таный (А. С. Доннелли, Р. Ғ. Кузеев, Р. Порталь, Н. В. Устюгов).

1662—1664[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәбәптәре: Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыу шарттарының үтәлмәүе.
Территория: Верхотур өйәҙе (Ҡатай төрмәһе, Невьян һәм Далматов Успенский монастыры, Ощепкова ҡәлғәһе, Көнгөр, Степанов төрмәһе, Ирбит һәм Ҡарғы слободаһы, Воздвиженка сүллеге һ.б.), Тубыл өйәҙе (Мырҙа слободаһы, Беляковка слободаһы, Мехон төрмәһе), Минзәлә, Өфө һәм башҡалар.
Хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийҙары: Д. Полуэктов, И. М. Павлов, И. Блудов, У. Сниттер, Ф. Ф. Волконский, В. Бланк һ.б.
Башҡортто походҡа оҙаталар
Һығымһа: 1663 йыл һуңында — 1664 йыл башында Нуғай дагуғаһы башҡорттары батша властары менән һөйләшеүҙәр алып бара һәм Мәскәүгә ебәрелгән илселәр Аҡтай Дөсмөхәмәтов менән Динмөхәмәт Юлаев батша Алексей Михайлович менән осрашып баш күтәреүселәрҙең талаптарын ҡәнәғәтләндергән жалованная грамота ала. 1664 йылда Ҡазан даруғаһы башҡорттары Өфө воеводаһы менән һөйләшеүгә үҙ илселәрен ебәрә һәм көрәшен туҡтата. 1665 йылда Себер даруғаһы башҡорттары Тубыл воеводаһы менән килешеү төҙөй. батша хөкүмәте баш күтәреүселәрҙең төп талаптарын ҡәнәғәтләндерә (башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын рәсми раҫлай, һалым йыйыусыларҙың яуызлыҡтарын туҡтатырға һ.б. вәғәҙә бирә).

1681—1684[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Етәкселәре: — Сәйет Йәғәфәров мулла, Көсөк Юлаев.
Сәбәптәре: башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын боҙоп, ерҙәрен талап алыуҙар, Өфө өйәҙе хакимиәтенең башбаштаҡлығы, һалымдарҙың артыуы, башҡорттарҙы көсләп христианлаштырырға маташыу.
Территорияһы: Нуғай даруғаһы, Ҡазан даруғаһы, Себер даруғаһы һәм Уса даруғаһы (Өфө, Минзәлә, Һамар, Көнгөр һ.б.)
Хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийҙары: А. М. Коркодинов, Д. А. Барятинский, Ю. С. Урусов, Н. И. Акинфов, В. И. Лопатин һ.б.
Һөҙөмтәләр: Батша хөкүмәте мосолмандарҙы христианлаштырыу сәйәсәтенән баш тартыу тураһында белдерә, рәсми рәүештә башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен тартып алыу сәйәсәтен ғәйепләй, Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуы шарттары талабын ҡәнәғәтләндерә, Өфө воеводаһын ваҡытынан алда алмаштыра.

1704—1711[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Етәкселәре: Алдар Исәнгилдин, Дөмәй Ишкәев, Көсөм Түләкәйев, Иман батыр, Морат Солтан, Ураҡай Юлдашбаев, Хажи Аҡҡусҡаров һ.б.
Сәбәптәре: башҡорт ерҙәрен баҫып алыу, яңы яһаҡтар, яһаҡ күләмен арттырыу өсөн халыҡтың иҫәбен алыу, христианлаштырыу, Рәсәй хөкүмәтенең 1708 йылда бирелгән вәғәҙәләрен даими үтәмәүе, батша властарының баш-баштаҡлығы.
Территория: Нуғай даруғаһы, Ҡазан даруғаһы, Себер даруғаһы һәм Уса даруғаһы (Өфө, Минзәлә, Һамар, Көнгөр һ.б.)
Хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийҙары: А. С. Сергеев, П. И. Хованский, Л. Парфентьев һ.б.
Һөҙөмтә: Һөҙөмтәлә Рәсәй башҡорттарҙың ер биләмәләренә хоҡуғын рәсми раҫлай, яңы һалымдарҙы, халыҡты иҫәпкә алыуҙарҙы бөтөрә, христианлаштырыуҙы туҡтата, Ҡазан һәм Өфө хакимиәте тарафынан көс ҡулланыуҙы ғәйепләй.

1735—1740[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Етәкселәре: Килмәк Нурышев, Аҡай Күсемов, Йосоп Арыҡов, Төлкөсура Алдағолов, Байрас Йәнырыҫов Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Мәндәр Ҡарабаев, Көҫәп Солтанғолов, Рысай Иғембәтов, Сәйетбай Әлкәлин, Ҡараһаҡал (Миндеғол Юлаев), Әләнейәнғол Ҡотлоғужин, Мәндәр Ҡарабаев, Теләүкәй Олотимеров һ.б.
Сәбәптәре: ерҙәргә аҫабалыҡ хоҡуғы һәм Башҡортостанда эске үҙидаралыҡ системаһы боҙолоу, ерҙәрҙе күпләп тартып алыу өсөн Башҡортостанға Ырымбур хәрби экспедицияһы ойоштороуға, башҡорттарың иҫәбен алыуға ҡаршылыҡ күрһәтеү, 17351736, 1737—1738 йылдарҙағы көрәште аяуһыҙ баҫтырыу
Территория: Нуғай даруғаһы, Ҡазан даруғаһы, Себер даруғаһы һәм Уса даруғаһы.
Хөкүмәт ғәскәрҙәрене командующийҙары: А. И. Румянцев, И. К. Кириллов, Л. Я. Соймонов, А. И. Тевкелев, В. Н. Татищев, В. А. Урусов, Б. Л. Останков, П. Мартаков, М. С. Хрущёв, И. С. Арсеньев, Люткин, Я. Павлуцкий, Языков һ.б.
Һөҙөмтә: А. И. Тевкелева командаһы 50 ауылды яндыра (Һөйәнтүҙ һ.б.), 2 мең кеше үлтерелә. 1736 йылдың 11 һәм 16 февралендәге хөкүмәт указдары Башҡортостанда эске үҙидара системаһын контролләүгә һәм ихтилалды ҡаты баҫтырыуға йүнәлтелә. 1736 йылдың март һуңында И. К. Кирилов отряды 200 ауылды һәм Башҡортостандағы төп — Азиев мәсетен яндыра[1]. Тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса, баш күтәреүселәр 15 меңдән ашыу башҡорт һәләк була, 1737 йыл башына ихтилал етәкселәре ҡулға алына. Хөкүмәт ғәскәрҙәре таарфынан 1737 йылдың йәй-көҙөндә 30-ҙан ашыу ауыл яндырыла, 900 кеше үлтерелә. 1737—1738 йылдарҙағы ихтилалда 10 меңдән ашыу башҡорт ҡырыла. 1739—1740 йылдарҙа 16 мең баш күтәреүсе һәләк була, шулай ҙа батша хөкүмәте башҡорттарҙың ер биләмәләренә хоҡуғын рәсми раҫлай, башҡорттарзың иҫәбен алыуҙан һәм йән башына яһаҡ һалыуҙан баш тарта.

1735—1740 йылғы ихтилалдар барышында 40 мең (В. Н. Татищев мәғлүмәттәре буйынса — 60 мең) башҡорт үлтерелә, язалана йәки һөргөнгә оҙатыла[2].

1755—1756[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Етәкселәре: — Ялан Эткол, Хоҙайбирҙе мулла, Сурағол Миңлебаев, Әликәш Һөйөндөков, Бикбулат Арҡаев, Исмәғил Айытҡолов, Көсөкбай батыр, Аҡбаш Андрюшев, Мостай Теребирҙин, идеологы — Батырша.
Сәбәптәре:башҡорт ерҙәрен баҫып алыу, яһаҡты ҡаҙнанан тоҙ һатып алыу менән алмаштырыу, христианлаштырыу, Ырымбур губернаһы хакимиәтенең башбаштаҡлығы.
Территория: Уса, Нуғай һәм Себер даруғалары.
Хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийҙары: И. И. Неплюев, А. И. Тевкелев, Исаков, Бахмутов һ.б.
Һөҙөмтәһе: ихтилал ҡанға батырыла, бер нисә тиҫтә мең башҡорт һәләк була, күптәр Ҡаҙағстанға ҡаса. Бик күп ауылдар талана һәм яндырыла. Баш күтәреүселәрҙең күпселеге һалдат һәм матрос итеп оҙатыла, бер өлөшө Рогервик ҡәлғәһенә һөргөнгә ебәрелә. Рәсәй батшалығы башҡорттарҙың ер биләмәләренә хоҡуғын, туранан-тура императорға мөрәжәғәт итеү хоҡуғын раҫлай, мосолмандарҙы христианлаштырыу саралары һүрелә[3].

Башҡорт ихтилалдары Рәсәй батшалығының феодаль-колониаль сәйәсәтенә ҡаршы милли-азатлыҡ һыҙатына эйә көрәш булыуы менән тарихи әһәмиәткә эйә. Күп юғалтыуҙар кисерһә лә, башҡорттар заманында шәхси иреген һәм ер биләмәләренә хоҡуғын һаҡлап ҡала алған.

XVIII быуаттың һуңғы сирегендә башҡорт көрәшенең яңы этабы башлана. Улар урыҫ һәм башҡа халыҡтар менән бергәләп күтәрелә. Уның асыҡ миҫалы — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм 1835 йылғы ихтилал.