Тубыл

Тубыл (рус. Тобол, ҡаҙ. Тобыл) — Ҡаҙағстанда һәм Рәсәйҙә аҡҡан йылға, Иртыштың һул ҡушылдығы. Төньяҡ Боҙло океандың бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо 1591 км, бассейнының майҙаны — 426 мең км².

Көньяҡ Урал менән Турғай платоһының сигендә башлана. Урта һәм түбән ағышы — Көнбайыш Себер тигеҙлегендә, киң үҙәнле, бормалы.

Тубылдың бассейнында 20 меңләгән күлдәр бар.

Өлкән ҡушылдыҡтары

Һул ҡушылдыҡтары: Уй, Иҫәт, Тура, Тавда; уң ҡушылдығы: Убаган.

Ҡалалар