Иртыш
Ирты́ш (рус. Иртыш, ҡаҙ. Ертіс, ҡыт. 额尔齐斯河 — É'ěrqísī hé, себ. Эйәртеш, хант. Ԓаӈаԓ) — Ҡытайҙағы, Ҡаҙағстандағы һәм Рәсәй Федерацияһындағы йылға, Обь йылғаһының һул һәм төп ҡушылдығы[1].
География
Иртыш — донъялағы иң оҙон йылға ҡушылдығы (икенсе урында — Миссури), уның оҙонлоғо 4248 км тәшкил итә. Бассейн майҙаны — 1643 мең км². Ауышлығы 1 километрға яҡынса 0,03 метр тәшкил итә[2].
Инеше Монголия һәм Ҡытай сигендә, Монголия Алтайы һырттарының көнсығыш битләүҙәрендә урынлашҡан[3]. Ҡытайҙан Ҡара Иртыш, Эрцисыхэ[4] атамаһы менән Ҡаҙағстанға сыға һәм Зәйсән котловинаһы аша үтеп Зәйсән күленә ҙур дельта барлыҡҡа килтереп ҡоя. Зәйсән күленә Мәғдәнле Алтайҙан, Тарбағатай һәм Саур һырттарынан бихисап йылғалар ҡоя. Зәйсән күленән сыҡҡас Иртыш төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә ағып Бухтарминск һәм Усть-Каменогорск ГЭС-тары аша үтә. Түбәнге ағымында Шульбинск ГЭС-ы һәм Семей ҡалаһы урынлашҡан. Павлодар ҡалаһынан юғарыраҡ урында Иртыш йылғаһы һыуҙарының бер өлөшөн көнбайышҡа йүнәлтелгән Иртыш—Караганда каналы ала. Ханты-Мансийск ҡалаһы тирәһендә Иртыш Обь йылғаһына ҡоя.
Ҡушылдыҡтары
Тораҡ пункттары
Инешенән тамағына ҡәҙәр Иртыш буйындағы ҡалалар: Кёктокай (Фуюнь), Бурчун (барыһы ла — Ҡытай), Серебрянск, Усть-Каменогорск, Семей, Курчатов, Аксу, Павлодар (барыһы ла — Ҡаҙағстан), Омск, Тара, Тобольск, Ханты-Мансийск (барыһы ла — Рәсәй).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Белявский П. Е. Иртыш // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Захарчева Е. Г., Вяткина Г. А. «Иртыш — главная водная артерия Омской области», Омский филиал ФГУ «ТФГИ по Сибирскому федеральному округу» Федерального агентства по недропользованию"
- ↑ Иртыш // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Карта бите L-45-А.
Һылтанмалар
- Иртыш — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Иртыш(недоступная ссылка) в «Словаре современных географических названий»
- Пётр Бологов — «Арал номер два» — о судьбе Иртыша при активной эксплуатации Китаем.