Омск
Омск (рус. Омск, себ. Ҡара-тора) — Омск өлкәһенең үҙәге. Халыҡ һаны буйынса илдә 8-се урынды биләй (Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Ҡазан, Силәбе ҡалаларынан һуң).
География
Иртыш йылғаһы ярында урынлашҡан.
Тарих
Билдәле шәхестәре
- Гладких Ирина Фаат ҡыҙы (13.06.1954), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2005)[2]
- Фәйзуллин Әғзәм Шакир улы (23.1921—19.03.1984), комсомол органдары эшмәкәре, мәғариф хеҙмәткәре. 1946 йылдан ВЛКСМ‑дың Өфө ҡала комитеты, 1947 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары; 1953 йылдан Өфөләге 2‑се урта мәктәптең директор урынбаҫары, 1955 йылдан 39‑сы урта мәктәп директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1948) ордендары кавалеры[3].
- Шәһиев Эдуард Мөстәҡим улы (17.03.1944), рәссам. СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1983)[4].
- Шлеменко Александр Павлович (20.05.1984) — Рәсәйҙең ҡатнаш стилдәге уртаса ауырлыҡ категорияһы алышсыһы. Ике тапҡыр Bellator гран-прийын яулай, уртаса ауырлыҡта Bellator чемпионы титулына эйә һәм уны өс тапҡыр раҫлай. M-1 Global, League S-70, Fight Nights, Super Fight League, ShoXC, Jungle Fight кеүек бик күп алыш промоушендарында сығыш яһай, уртаса ауырлыҡта донъяның иң көслө алышсылары иҫәбенә инә. Заманса панкратион буйынса Азия, Рәсәй чемпионы, панкратион буйынса Рәсәй кубогы эйәһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Мәғариф
- Ф. М. Достоевский исемендәге Омск дәүләт университеты
- Омск дәүләт аграр университеты
- Омск дәүләт медицина университеты
- Себер дәүләт автомобиль-юлдар университеты
- Себер дәүләт физик культура һәм спорт университеты
- Омск дәүләт техник университеты
- Омск дәүләт педагогия университеты
- Себер кадет корпусы
Климат
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 4,2 | 8,0 | 14,1 | 31,3 | 35,5 | 40,1 | 40,4 | 38 | 32,9 | 27,4 | 16,1 | 4,5 | 40,4 |
| Уртаса максимум, °C | −12 | −10,3 | −2,5 | 9,1 | 19,0 | 23,9 | 25,3 | 22,7 | 15,9 | 8,1 | −3,7 | −9,8 | 7,1 |
| Уртаса температура, °C | −16,3 | −15 | −7,3 | 3,7 | 12,5 | 18,0 | 19,6 | 16,9 | 10,4 | 3,5 | −7,3 | −13,8 | 2,1 |
| Уртаса минимум, °C | −20,5 | −19,4 | −12 | −1 | 6,3 | 12,0 | 14,1 | 11,6 | 5,7 | −0,3 | −10,5 | −17,9 | −2,7 |
| Абсолют минимум, °C | −45,1 | −45,5 | −41,1 | −26,4 | −12,9 | −3,1 | 2,1 | −1,7 | −7,6 | −28,1 | −41,2 | −44,7 | −45,5 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 23 | 18 | 17 | 21 | 35 | 51 | 66 | 54 | 37 | 30 | 34 | 29 | 415 |
| Сығанаҡ: Погода и климат | |||||||||||||
Транспорт
Омск — илдең эре транспорт-логистик үҙәге.
Иҫкәрмәләр
- ↑ География Омска. INFOMSK (22 июнь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2016.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Гладких Ирина Фаат ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 1 март 2021)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фәйзуллин Әғзәм Шакир улы (Тикшерелеү көнө: 1 март 2021)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шәһиев Эдуард Мөстәҡим улы (Тикшерелеү көнө: 1 март 2021)