Ҡазан

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Ҡазан
татар. Казан
тат. Qazan
KAZ Collage 2015.png
Флаг[d] Герб[d]
Флаг[d] Герб[d]
55°47′27″ с. ш. 49°06′52″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Татарстан
Башлыҡ Метшин Илсур Рәис улы[d]
Тарихы һәм географияһы
Нигеҙләнгән 1005
Тәүге телгә алыу 1391[1]
Майҙаны
  • 425,3 км²
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 60 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00
Халҡы
Халҡы
Милли составы татарҙар,
урыҫтар,
сыуаштар
Катойконим ҡазанлы
Рәсми тел урыҫ теле и татар теле
Һанлы идентификаторҙар
Телефон коды 843
Почта индексы 420000–420999
Автомобиль коды 16, 116
ОКАТО коды 92 401 000 000
ОКТМО коды 92 701 000 001
ГКГН номеры 0012588

kzn.ru

Ҡазан (Рәсәй)
Ҡазан
Ҡазан (Татарстан)
Ҡазан
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Ҡазан (Ҡаҙан; татар. Казан قزان, рус. Казань) — Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы. Рәсәй Федерацияһының Волга буйындағы ҙур иҡтисади, мәҙәни һәм сәйәси үҙәге.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡазан ҡалаһы өс йөҙ йыл дауамында Волга буйында урынлашҡан Болғар дәүләтенең форпосы булып торған, уның исеменән Боронғо Русь дәүләте менән иҡтисади, сауҙа һәм мәҙәни бәйләнешкә ҡатнашҡан.
  • Һуңыраҡ Ҡазан Алтын Урҙа дәүләте өйәҙҙәренең береһендә ҙур административ үҙәк булып китә. Бында һөнәрселек һәм халыҡ-ара сауҙа үҫеш ала.
  • 1438 йылдан 1552 йылғаса ҡала Ҡазан ханлығының үҙәге була.
  • 1552 Иван Грозный ҡаланы баҫып ала.
  • Пётр I осоронда (1708 ҡала Ҡазан губернаһы үҙәге була һәм 200 йыл буйына ошо статуста ҡала.
  • 1756 йылдың 7 авгусындағы батша указы буйынса Ҡазан һәм Ҡазан өйәҙендәге 536 мәсеттең 418-е емертелә.
  • 1921 йылдан Ҡазан — Татар АССР-ының, 1992 йылдан Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы.

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тәлғәт Тажетдин (Тажетдинов Тәлғәт Сафа улы; 12.10.1948), дин әһеле, Шәйех-әл-ислам (1990). 1980 йылдан Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, 1992 йылдан Рәсәйҙең Баш мөфтөйө. IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2013), Почёт (2008), Дуҫлыҡ (1998), Халыҡтар дуҫлығы (2008), Салауат Юлаев, II дәрәжә Дан һәм Намыҫ (2013), II дәрәжә Изге благоверный Мәскәү кенәзе Даниил (2008) ордендары кавалеры[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡазанда йәшәгән халыҡ һаны — 1,130 млн кеше, майҙаны — 425,3 км². Ҡала халҡының үҫеше түбәндәге теҙемдә күрһәтелгән.

Милли состав[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡазан — күп милләтле ҡала. Унда халыҡтың күпслеге татарҙар, урыҫтар һәм сыуаштар.

Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡазанда төрлө дин вәкилдәре, башлыса мосолмандар һәм православ христиандар, йәшәй. Шулай уҡ католиклар, йәһүҙиләр һ. б. дин вәкилдәре бар.

Мәсеттәр

Апанай, Барудия, Борнай, Зәңгәр, Иҫке Таш, Нурулла, Ғәлиев, Ҡабан арты, Әзим, Әл-Мәржәни.

Ҡала исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ҡазан» атамаһының барлыҡҡа килеүе тураһында бер нисә фараз бар:

  • «Ҡазан» татарса «казан» һүҙенән. Риүәйәт буйынса, хан хеҙмәтсеһен йылғаға һыуға ебәргән. Хеҙмәтсе һыу алғанда алтын ҡаҙанын йылғаға төшөрөп ебәрә. Шунан һуң йылғаға ла, ҡалаға ла «Ҡазан» тип исем ҡушҡандар.
  • Ҡайһы берәүҙәр йылғаның исеме «ҡаҙ» һүҙенән килеп сыҡҡан тип иҫәпәләй. Был фараз буйынса, боронғо замандарҙа йылға ярҙарын ҡаҙҙар төйәк иткән. Шунан йылғаға «Ҡазан һыуы» тип исем ҡушылған, һуңыраҡ ҡалаға ла был исем күскән.
  • Башҡорт тел белгесе Жәлил Кейекбаев фекеренсә, «Ҡазан» исеме «ҡайын» һүҙенән килеп сыҡҡан. Мәҫәлән, Башҡортостанда ла Ҡазанлы исемле ауыл бар. Был фараз буйынса, был ауыл элегерәк Ҡайынлы тип аталған — ҡайын урманында нигеҙләнгән булған.

Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Схема районов Казани.jpg
Район исеме Халыҡ һаны
(мең кеше)
Майҙаны
(гектар)
Мәғлүмәт
1 Авиатөҙөлөш районы 110,1 3 891
2 Вәхит районы 83,3 2 582
6 Волга буйы районы 218,8 11 577
3 Киров районы 107,2 10 879
4 Мәскәү районы 130,5 3 881
7 Совет районы 266,1 7 687
5 Яңы Савин районы 204,2 2 066

Мэр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала менән мэр идара итә. 2005 йылдың 17 ноябренән был вазифаны Илсур Метшин башҡара.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тимер юлы вокзалы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вокзал комплексы ҡала үҙәгендә урынлашҡан. Вокзал аша йылына 8 миллион кеше үтә.

Метрополитен[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ентекле:Ҡаҙан метрополитены 2005 йылдан алып эшләй ҡаҙан метрополитены

Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юғары уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡазанда 55 юғары уҡыу йорто эшләй.

Волга буйы федераль университеты (элекке Ҡазан дәүләт университеты)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1804 йылдың 17 ноябрендә нигеҙ һалынған. Уҡыу йортон тамамлаусылар араһында — С. Т. Аксаков, М. А. Балакирев, П. И. Мельников-Печерский, Лев Толстой, В. Хлебников бар . В. И. Ульянов-Ленин да бында уҡый әммә университетты бөтөрмәй, революцион төркөмдә ҡатнашыуы менән бәйле ҡыуыла.

Хәҙерге ваҡытта университтета 14 факультет бар, уның составына шулай уҡ А. М. Бутлеров исемендәге Химия институты, көнсығыш телдәр институты, тел институты, Яр Саллы һәм Зеленодольск ҡалаларындағы ике филиал инә.

Ҡазан авиация университеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

9 факультетты, 58 кафедраны, 57 лабораторияны, 10 фәнни-техник үҙәкте, 3 ғилми-тикшеренеү институтын үҙ эсенә ала. Университетта 15 мең студент уҡый.

Башҡа юғары уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡазан дәүләт технология университеты
  • Ҡазан дәүләт финанс-иҡтисад институты
  • Ҡазан дәүләт медицина университеты
  • Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты
  • Ҡазан дәүләт аграр университеты
  • Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты
  • Ҡазан дәүләт энергетика университеты
  • Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты
  • Н. Э. Бауман исемендәге Ҡазан дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы
  • Ҡазан дәүләт консерваторияһы һәм башҡалар.

Театрҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Театр 1906 йылдың 22 декабрендә асылған. Хәҙерге бинаһында 1987 йылдан эшләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Рогожский летописец
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Сhisl_MO_01-01-2024.xlsx
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Тажетдин (Тажетдинов) Тәлғәт Сафа улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 октябрь 2018)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]