Аҡтаныш районы

Аҡтаныш районы (татар. Актаныш районы) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы составындағы административ-территориаль һәм муниципаль берәмек (муниципаль район).

Административ үҙәге — Аҡтаныш ауылы.

Физик-географик характеристикаһы

Аҡтаныш районы Татарстан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында, абсолют бейеклек тирбәлеүҙәре 60—235 м тәшкил иткән убалы тигеҙлектә урынлашҡан. Башҡортостан һәм Удмуртия республикалары менән сиктәш. Ауыл хужалығы үҫешкән. Майҙаны — 2037,8 км².

Район биләмәләре буйлап күп йылғалар (шул иҫәптән Кама һәм Ағиҙел) аға. Район урынлашҡан.

Аҡтаныш районы өсөн, йылы йәй һәм уртаса һалҡын ҡыш менән, уртаса континенталь климат хас. Атлантик океандан күскән йылы һәм дымлы һауа массалары төбәк клматын йомшарта. Һалҡын һауа Арктик бассейнынан килә. Ҡышын йыш ҡына урта бүлкәттәрҙең һалҡын континенталь һауа массалары үтеп инә. Йылы тропик һауа массаларының көньяҡ-көнбайыштан, ә йәйен — көньяҡ-көнсығыштан килеүе күҙәтелә.

Райондың үҙәк өлөшө буйлап Көнсығыш һәм Көнбайыш Шәбеҙ йылғалары аға. Районда шулай уҡ күлдәр һәм һаҙлыҡтар күп. Төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә республика биләмәләрендәге иң ҙур Күләгәш һаҙлыҡ массивы (майҙаны — яҡынса 500 га) урынлашҡан. Был һаҙлыҡ массивы сиктәрендә бихисап күлдәр бар, улар араһында иң ҙурҙары — Күләгәш, Әтер, Киндеркүл, Әжебәй һәм Сөйәлекүл. Башҡа күлдәр Кама һәм Ағиҙел йылғаларының үҙәндәрендә урынлашҡан, улар араһында Аҡтаныш ауылы янында Кустовое (Иҫке Иҙел), Ушар (Семиострово) ауылы янында Сәҙәккүл, Ушар, Әжәкүл һ.б.

Тарихы

Райондың яҡынса 100 ауылы башҡорттарҙың байлар (8 ауыл), бүләр (31), гәрәй (21), йәнәй (16), ҡырғыҙ (8) ырыуҙары тарафынан нигеҙләнгән[2].

1920 йылға ҡәҙәр Аҡтаныш районы территорияһы Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе составында була, ә 1920 йылдың 20 майында Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК) һәм РСФСР-ҙың Халыҡ комисарҙары советы (СНК РСФСР) декретына ярашлы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә.

Аҡтаныш районы 1930 йылдың 10 авгусында ойошторола. 1963 йылдың 1 февралендә территорияһы Минзәлә районына бирелә. 1965 йылдың 12 ғинуарында Аҡтаныш районы йәнә тергеҙелә.

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[3]2005[4]2006[5]2007[6]2008[7]2009[8]2010[9]
31 71231 69731 51631 36831 16931 16931 971
2011[10]2012[11]2013[12]2014[13]2015[14]2016[1]
31 93331 74331 59631 32231 09530 831
10 000
20 000
30 000
40 000
2006
2011
2016

Муниципаль-территориаль ҡоролошо

Районда 26 ауыл биләмәһе составында 86 тораҡ пункт бар:

Ауыл биләмәләреАдминистратив үҙәгеТораҡ
пункттар
һаны
ХалҡыМайҙаны,
км2
1Айыш ауыл биләмәһеАйыш ауылы1425[1]
2Аҡкүҙ ауыл биләмәһеАҡкүҙ ауылы6919[1]
3Аҡтаныш ауыл биләмәһеАҡтаныш ауылы19563[1]
4Аҡтанышбаш ауыл биләмәһеАҡтанышбаш ауылы41057[1]
5Иҫке Айман ауыл биләмәһеИҫке Айман ауылы3459[1]
6Иҫке Байсар ауыл биләмәһеИҫке Байсар ауылы4959[1]
7Иҫке Боғаҙы ауыл биләмәһеИҫке Боғаҙы ауылы5956[1]
8Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһеИҫке Ҡормаш ауылы5781[1]
9Иҫке Сәфәр ауыл биләмәһеИҫке Сәфәр ауылы31013[1]
10Киров ауыл биләмәһеКиров исемендәге совхоз ҡасабаһы21223[1]
11Кәзкәй ауыл биләмәһеКәзкәй ауылы2538[1]
12Күжәкә ауыл биләмәһеКүжәкә ауылы4757[1]
13Мәсәҙе ауыл биләмәһеМәсәҙе ауылы2418[1]
14Поисево ауыл биләмәһеПоисево ауылы21642[1]
15Сураҡай ауыл биләмәһеСураҡай ауылы2677[1]
16Таҡталасыҡ ауыл биләмәһеТаҡталасыҡ ауылы2949[1]
17Татар Сыуыҡсыуы ауыл биләмәһеТатар Сыуыҡсыуы ауылы61747[1]
18Татар Ямалы ауыл биләмәһеТатар Ямалы ауылы3784[1]
19Теләкәй ауыл биләмәһеИҫке Теләкәй ауылы2513[1]
20Түке ауыл биләмәһеТүке ауылы3773[1]
21Ураҙай ауыл биләмәһеУразай ауылы5949[1]
22Уҫы ауыл биләмәһеҠасҡын ауылы2504[1]
23Чалманарат ауыл биләмәһеЧалманарат ауылы5587[1]
24Әтәс ауыл биләмәһеӘтәс ауылы6689[1]
25Юғары Яхшый ауыл биләмәһеЮғары Яхшый ауылы4527[1]
26Яңы Әлим ауыл биләмәһеЯңы Әлим ауылы21422[1]

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2016 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2016. Архивировано 11 апрель 2016 года.
  2. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 230—497. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  4. Административно-территориальное деление (АТД) за 2005 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2015. Архивировано 29 март 2015 года.
  5. Административно-территориальное деление (АТД) за 2006 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2015. Архивировано 29 март 2015 года.
  6. Административно-территориальное деление (АТД) за 2007 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2015. Архивировано 29 март 2015 года.
  7. Республика Татарстан. База данных показателей муниципальных образований на 1 января 2008-2014 годов
  8. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  9. Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2010 года
  10. Оценка численности постоянного населения Республики Татарстан на 1 января 2011 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2015. Архивировано 4 апрель 2015 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  13. Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2014 года. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Татарстан. Казань, 2014. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар