Татар Ямалы
Татар Ямалы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Татар Ямалы ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
География
Тарих
Ямалы (Моншино, Татар Ямалы) — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 1896 йылда ауылда йәшәүсе мариҙар бүленеп сығып яңы ауылға нигеҙ һала, урыҫ телендә ул Черемисские Ямалы[2] тигән исемде йөрөтә, ә төп ауыл — Татарские Ямалы[3] тип атала башлай. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Таҡталасыҡ түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы составына керә.
ХХ быуат башында мәсет (1808 йылдан билдәле), икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
1795 йылда ир енесле 87 башҡорт; 1816 йылда — 139 башҡорт, 45 типтәр; 1834 йылда — 162 башҡорт, 35 типтәр; 1859 йылда — 156 башҡорт; 1870 йылда — 320 башҡорт, 66 мари; 1912 йылда — 625 аҫаба башҡорт (Чирмес Ямалыһында — 76 керҙәш татар) йәшәй[4].
| 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 355 | 386 | 424 | 484 | 575 | 593 | 624 | 425 | 577 | 381 | 516 | 516 | 435 | 408 | 398 |
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].