Яңы Байсар
Яңы Байсар — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Иҫке Байсар ауыл биләмәһе составына керә.
География
Тарих
Яңы Байсар — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. 1889 йылда нигеҙләнгән[1]. Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Байсар улусы составына керә.
XX быуат башында мәсет, хужалыҡ магазины, тирмән теркәлгән[2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда клуб бар[1].