Ахун (Татарстан)

Ахун — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Аҡкүҙ ауыл биләмәһе составына керә.

География

Башҡортостан Республикаһы сигендә, Аҡтаныш ауылынан көньяҡҡа табан 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Ахун — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. 1747 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Бүләр түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.

ХХ быуат башында мәсет (1831 йылдан уның ҡарамағында мәктәп эшләй), икмәк магазины теркәлгән[1][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

Коллективизация осоронда ауылда «Ҡыҙыл Сөн» колхозы ойошторола, 1950 йылдарҙа ул эреләтелгән «Гранит» колхозы, ә хәҙерге ваҡытта «Ярыш» колхозы составына керә[1].

Халыҡ һаны

1795 йылда ир енесле 76 башҡорт, 38 типтәр; 1834 йылда — 33 башҡорт, 52 типтәр, 5 керҙәш башҡорт (йәнәйҙәр); 1870 йылда — 322 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591870188419061913192019261938194919581970197919892000
252322680568680631568495375352522431279274

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 Татарская энциклопедия.
  2. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 282—284. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә