Ҡыр-Ҡайынтүбә
Ҡыр-Ҡайынтүбә[3] (Ҡайынтүбә; татар. Кыр Каентүбә, рус. Кыр-Каентюба) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
География
Тарих
Ауылға йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Һуңыраҡ ауылда керҙәш булып башҡорттарҙың бүләр һәм байлар ырыуҙары вәкилдәре төпләнә. 1707 йылдан билдәле. Ауыл Йәнәй улусының Ҡамбар түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә[5].
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[4].
1848 йылда ауылда хужалыҡ магазины, 4 тирмән[5], XX быуат башында мәсет (1853 йылдан билдәле), мәктәп (1862 йылда асыла) теркәлгән[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[4].
Халҡы
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 380. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 1 2 3 4 5 Татарская энциклопедия.
- ↑ 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 346—348. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.