Ҡалмаш (Татарстан)
Ауыл | |
Ҡалмаш | |
---|---|
татар. Калмаш | |
55°45′16″ с. ш. 53°44′11″ в. д.HGЯO | |
Ил |
![]() |
Федерация субъекты | Татарстан |
Муниципаль район | Аҡтаныш |
Ауыл биләмәһе | Чалманарат |
Тарихы һәм географияһы | |
Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00 |
Халҡы | |
Халҡы | 77 кеше (2002) |
Милли составы | татарҙар[1] |
Һанлы идентификаторҙар | |
Почта индексы | 423752 |
Код ОКАТО | 922 058 850 03 |
Код ОКТМО | 92 605 485 111 |
|
Ҡалмаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Чалманарат ауыл биләмәһе составына керә.
География
Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
Ҡалмаш — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы. 1731 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусы Ҡамбар түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда мәсет (тәүге тапҡыр 1813 йылда телгә алына), мәктәп, ел тирмәне, икмәк магазины теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
1929 йылда ауылда Фрунзе исемендәге колхоз ойошторола, ул 1950 йылда — «Алға» колхозы, ә аҙаҡ — «Ағиҙел» колхозы составына керә[1].
Халыҡ һаны
1795 йылда ир енесле 238 башҡорт; 1834 йылда — 255 башҡорт; 1848 йылда — 287 башҡорт; 1859 йылда — 381 башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1908 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
381 | 423 | 511 | 495 | 419 | 253 | 266 | 191 | 171 | 152 | 131 | 79 | 77 |
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп бар[1].
Билдәле шәхестәре
- Аҡанов Ҡотлояр Йәркәй улы — 6-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы[2].