Иҫке Балтас (Татарстан)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Балтас (Татарстан)
Административ-территориаль берәмек Старокурмашевское сельское поселение[d][1]
Дәүләт
Уникальный номер ГАР bbb2096e-f49c-4b97-8e30-bf4005951748
Почта индексы 423733
Халыҡ һаны
Код КЛАДР 1600500004200

Иске Балтач[3] (Иҫке Балтас[4]; татар. Иске Балтач, рус. Старое Балтачево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан[5].

Ауылға гәрә ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге тапҡыр 1732 йылда телгә алына[4]. Ауыл Гәрәй улусының Әжәҡул түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы, ә артабан Таҡталасыҡ улусы составына керә[6].

Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[5].

1870 йылда ауылда мәсет (1808 йылдан билдәле), мәктәп, 3 тирмән (шул иҫәптән 1 ел тирмәне) теркәлгән[6].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[5].

1795 йылда ауылда 66 аҫаба башҡорт, 1816 йылда — 104 башҡорт, 1834 йылда — 163 башҡорт, 1848 йылда — 183 башҡорт һәм 37 типтәр иҫәпләнгән. 1902 йылда 72 ихатала — 200 йән ир затлы аҫаба башҡорт, 1912 йылда 82 ихатала — 451 аҫаба башҡорт йәшәй[6].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [5][4])
17951834187018841897190619131920192619381949195819701979198920022008
70163471321371405451454493473271294325248146135130
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  3. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 383. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  4. 1 2 3 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Иҫке Балтас (Татарстан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
  6. 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 293—296. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.