Ирмәш (Татарстан)

Ирмәш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Аҡтанышбаш ауыл биләмәһе составына керә.

География

Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Ирмәш — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. XVIII быуатта нигеҙләнгән.11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Әжәкүл түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип (аҙаҡ Таҡталасыҡ) улусы составына керә.

1848 йылда мәсет теркәлгән. Ауылда Николаевтың поташ заводы эшләгән[2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

Коллективизация осоронда ауылда «Үрләч» колхозы ойошторола, ул 1950 йылдарҙа «Урал» колхозы, ә 1958 йылдан — «Үҙәк» колхозы составына керә[1].

Халыҡ һаны

1795 йылда ир енесле 62 башҡорт; 1816 йылда — 76 башҡорт; 1834 йылда — 128 башҡорт; 1859 йылда — 85 башҡорт; 1912 йылда — 232 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859187018971908192019261938194919581970197919892002
176192177187233222241206233236182126113

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Татарская энциклопедия.
  2. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 335—338. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Тема буйынса өҫтәмә