Иҫке Әлим
Ауыл | |
Иҫке Әлим | |
---|---|
татар. Иске Әлем | |
55°37′39″ с. ш. 54°02′38″ в. д.HGЯO | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Федерация субъекты | Татарстан |
Муниципаль район | Аҡтаныш |
Ауыл биләмәһе | Яңы Әлим |
Тарихы һәм географияһы | |
Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00 |
Халҡы | |
Халҡы | 187 кеше (2008) |
Милли составы | татарҙар[1] |
Һанлы идентификаторҙар | |
Почта индексы | 423762 |
Код ОКАТО | 922 058 340 02 |
Код ОКТМО | 92 605 434 106 |
|
Иҫке Әлим — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Яңы Әлим ауыл биләмәһе составына керә.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Бәжәҙә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡҡа табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫке Әлим — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы. 1738 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Байсар түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҡтаныш улусы составына керә.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].
ХХ быуат башында бакалея кибете, хужалыҡ магазины, тирмән, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1795 йылда ир енесле 88 башҡорт тархандары; 1816 йылда — 99 башҡорт, 28 типтәр; 1848 йылда — 207 башҡорт, 42 типтәр; 1870 йылда — 399 башҡорт; 1912 йылда — 746 аҫаба башҡорт, 33 типтәр (керҙәштәр) йәшәй[2].
1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
399 | 479 | 516 | 620 | 779 | 821 | 616 | 626 | 348 | 346 | 477 | 377 | 274 | 185 | 187 |
Инфраструктура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, клуб, китапхана, мәсет бар[1].
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әбсәләмов Зөбәйер Мөҙәй улы — зауряд-сотник. 19-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «1812 йыл иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры[2].