Уразай (Аҡтаныш районы)
Уразай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Уразай ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
География
Тарих
Уразай (Иҫке Ураҙай) — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. 1674 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Әжәкүл түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы составына керә.
XX быуат башында 2 мәсет, мәктәп, икмәк магазины, 2 ел тирмәне (1870 йылда — 5), бакалея кибете теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
1795 йылда ир енесле 119 башҡорт; 1834 йылда — 412 башҡорт; 1859 йылда — 625 башҡорт; 1870 йылда — 518 башҡорт; 1906 йылда — 549 аҫаба башҡорт (Яңы Ураҙай ауылында — 370 аҫаба башҡорт ) йәшәй[2].
| 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 628 | 657 | 777 | 509 | 549 | 548 | 586[3] | 570 | 650 | 659 | 583 | 645 | 586 | 511 | 454 | 406 |
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Билдәле шәхестәре
- Абдулмоталап Әбделкәримов (1785—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.