Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы
Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы — 1798–1865 йылдарҙа Башҡортостан биләмәләрендә инднрелгән хәрби идара итеү формаһы.
Кантон системаһын индереү сәбәптәре
Кантон системаһын индереү бер нисә мөһим мәсьәләне хәл итеүгә бәйле булған. Улар араһында түбәндәгеләрҙе айырырға мөмкин: башҡорт ихтилалдарын иҫкәртеү, илдең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен нығытыу зарурлығы, төбәкте колонизациялау, һәм Урта Азияны яулап алыу мөмкинлектәрен киңәйтеү.
Тарихы
Кантон системаһы XIX быуат аҙағында Европаның бер нисә дәүләтендә ҡулланылған. Бындай идара итеү системаһы Австро-Венгрияла һәм Пруссияла ла булған. Башҡортостан биләмәләрендә кантон системаһын индереү Рәсәй империяһында бындай системаны киң ҡулланыуҙың тәүге тәжрибәһе булған. Кантон системаһын индереү проекты 1784–1792 йылдарҙа Уфа һәм Симбир наместниклыҡтарының генерал-губернаторы вазифаһын башҡарған О. А. Игельстром тарафынан әҙерләнгән. Ул, күрәһең, был идара итеү формаһы менән таныш булған.
О. А. Игельстром башта башҡорттарҙы һәм мишәрҙәрҙе хәрби-казак сословиеһына күсерә башлай. 1789 йылдың 22 апрелендә башҡорт старшиналары менән алдан һөйләшеүҙәрҙән һуң, 20 908 башҡорт ихатаһы 103 командаға (йортҡа) бүленә. Командаларҙы идара итеү өсөн О. А. Игельстром 103 йорт старшинаһын һәм уларҙың ярҙамсыларын (52 кеше) тәғәйенләй. Шулай уҡ 63 поход старшинаһы һәм 213 йөҙбашы һайлана, уларҙың бурысы башҡорттарҙың хәрби-ҡарауыл хеҙмәтен күҙәтеү була.
Был бүленеш халыҡты контролдә тотоуҙы күпкә еңеләйтә, сөнки бер чиновникҡа уртаса 48,5 ихата тура килә. Әммә хәрби хеҙмәт үтәгән башҡорттар 1797 йылға тиклем граждан идаралығы аҫтында ҡала. 1797 йылдың 30 ғинуарында башҡорттар хәрби ведомствоға күсерелә, һәм улар хәрби губернаторға буйһона башлай. Шул уҡ ваҡытта «йорт эштәре һәм суд мәсьәләләре» буйынса башҡорттар граждан ведомствоһына буйһоноуын дауам итә. О. А. Игельстром үткәргән был идаралыҡ бүленеше 1797 йылдың 23 февралендә хөкүмәт тарафынан рәсми рәүештә раҫлана[1]. 1798 йылдың башында О. А. Игельстром Ырымбур һыҙаты торошо тураһында хөкүмәткә отчетында сиген һаҡлау хеҙмәтен ойоштороуҙағы етешһеҙлектәргә күрһәтте. Был етешһеҙлектәр түбәндәгесән: башҡорт старшиналары һәм земство исправниктарының хоҡуҡ боҙоуҙары, башҡорт байҙарын аҡса түләп хәрби хеҙмәттән ҡотҡарып, үҙ урынына ярлы башҡорттарҙы, ҡоралһыҙ, атһыҙ йәки хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ кешеләрҙе ебәреү мөмкинлеге биргән; Ырымбур һыҙаты казак йорто хужалыҡтарының алыҫ урынлашыуы хеҙмәткә әҙерлек кимәлен түбәнәйтә; һәм хужаларҙың оҙаҡ ваҡыт хеҙмәттә булыуы арҡаһында хажалыҡтар бөлгөнлөккә төшә.
Проблеманы хәл итеү өсөн О. А. Игельстром Ырымбур сик һыҙығын биш дистанцияға бүлеүҙе тәҡдим итә. Сиктең Көнбайыш Себерҙән алып Верхнеуралға тиклемге участкаһы беренсе дистанция, Верхнеуралдан Ор ҡәлғәһенә тиклем икенсе дистанция, Ор ҡәлғәһенән Ырымбурға тиклем өсөнсө дистанция, Ырымбурҙан Уралға тиклем дүртенсе дистанция, Уралдан Атырауға тиклем бишенсе дистанция тип билдәләнә.
Дистанцияла хеҙмәт алып барыу өсөн башҡорттарҙы, мишәрҙәрҙе, Ставрополь ҡалмыҡтарын, Ырымбур һәм Урал казактарын кантондарға бүлеп ойоштороу планлаштырыла. 1798 йылдың 3 ғинуарында О. А. Игельстром үҙенең бойороғо менән кантон системаһын индерә һәм сик буйындағы хеҙмәтте ойоштороуҙың яңы тәртибен билдәләй. Был үҙгәрештәр 1798 йылдың 10 апрелендә император Павел I указы менән раҫлана.
|
1840—1850 йылдарҙа Ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушҡандан һуң, Башҡортостан сик буйы статусын юғалтты. 1840 йылда казак кантондары юҡҡа сығарылды.
1848 йылда булған кантондар 2 төргә бүленде: хеҙмәтлеләр — 4 һыҙыҡ буйы кантонында йәшәгән халыҡ (яҡынса 101 мең кеше) һәм хеҙмәтһеҙҙәр — 9 кантонда йәшәгән халыҡ (яҡынса 200 мең кеше). Хеҙмәтһеҙҙәр хәрби бурыслыҡтан азат ителде, әммә хәрби ведомство ҡарамағында ҡалды.
1861 йылдан, А. П. Безак етәкселегендәге Оренбург губернаторы бойороғона ярашлы, кантондарҙағы халыҡты дөйөм полиция ҡарамағына буйһондороуға, һыҙыҡ буйы хеҙмәтенә команда ебәреүҙе бөтөрөүгә һәм башҡа сараларға йүнәлтелгән реформалар башланды.
1863 йылдың 14 майында ҡабул ителгән «Башҡорттар тураһында положение» буйынса, башҡорттарға, мишәрҙәргә, бобыльдәргә һәм типтәрҙәргә ирекле ауыл халҡы хоҡуғы билелде.
1865 йылдың 2 июлендә Рәсәй империяһының Дәүләт советының «Башҡорттарҙы хәрби ведомствонан гражданлыҡ ведомствоһына тапшырыу» тураһындағы ҡарарына ярашлы, Башҡортостандағы кантон идаралығы системаһы бөтөрөлдө. Был реформаның юҡҡа сығарыу өлөшө 1861 йылдағы Крәҫтиән реформаһының бер өлөшө булды.
1866 йылдың 1 февраленә, кантондарҙа йәшәгән халыҡты гражданлыҡ ведомствоһына тапшырыу тамамланды. Был реформалар Ырымбур губернаһы, Өфө губернаһы, Вятка губернаһы, Пермь губернаһы һәм Һамар губернаһы территорияларын солғап алды.
Кантондар системаһын үҙгәртеү
1798 йылда 11 башҡорт, 5 мишәр кантондары, шулай уҡ 5 Ырымбур кантондары, 2 Урал казак кантондары һәм 1 ставрополь ҡалмыҡ кантон ойошторола. Кантондарҙы бүлеүҙең нигеҙендә территориаль (өяз) принцип ята. Башҡорт һәм мишәр кантондары юрттарға бүленә, ә казак кантондары полктарға бүленә. Башта кантондарға махсус атамалар бирелмәй, улар тәртип һаны буйынса айырыла.
Башҡорт кантондары Пермь губернаһы һәм Ырымбур губернаһы территорияларында урынлашҡан була (Таблицаны ҡарағыҙ: Таблица 1). Мишәр кантондары Ырымбур губернаһы территорияһында урынлашҡан була (Таблицаны ҡарағыҙ: Таблица 2).
1803 йылда, 2-се башҡорт кантонына ингән Шадринск өязе башҡорттары айырым итеп бүленә һәм яңы һан бирелгән кантон барлыҡҡа килә (3-сө башҡорт кантоны). Кантондар менән идара итеү формаһы Вятка губернаһының ҡайһы бер территорияларына ла индерелә. Шул уҡ ваҡытта кантондарҙың һаны үҙгәреш кисерә (Таблицаны ҡарағыҙ: Таблица 3). Ә.Вәлидов фаразы буйынса, 12 өлөшкә бүлеү ханлыҡ дәүеренән килә, ул саҡта халыҡ 12 ырыуға бүленгән[2]. Кантондарҙың территориялары ҙур булмаған һәм уларҙың һәр береһенә төрлө һанлы халыҡ һәм ауылдар ингән[к 1]. Кантондар командаларға (йорттарға) бүленгән, ә улар үҙ сиратында бер нисә ауылдан торған. Һәр команда (йорт-юрта) 700-ҙән 1000-гә тиклем ир-ат йәненән торған. Башҡорттарҙың хатта Башҡортостан эсендә ирекле күсенеүҙәре тыйылған, халыҡҡа күҙәтеү көсәйтелгән.
Артабан кантон структураһы идара итеү уңайлылығы өсөн оптималләштерелә. 1832 йылда Троицк өязендә урынлашҡан, Урал тауҙары менән айырымланған 4-се кантон ике өлөшкә бүленә: 4-се Таулы һәм 4-се Көнбайыш кантондарға.
1847 йылда 1-се мишәр кантоны бөтөрөлә. Уның составына ингән юрттар 4-се Таулы, 4-се Көнбайыш һәм 5-се кантондар араһында бүленә. Шул уҡ йылда 4-се Таулы һәм 4-се Көнбайыш кантондарға үҙ аллы статус һәм яңы һандар бирелә. 4-се Таулы кантон 4-се булып ҡала, ә 4-се Көнбайыш кантон 5-се була. Шуға ярашлы, башҡа кантондарҙың һаны ла үҙгәрә: элекке 5-се кантон 6-сы, 6-сы кантон 7-се булып китә һ.б. Шундай уҡ үҙгәрештәр мишәр кантондарының нумерацияһында ла була.
1835 йылда 17 башҡорт һәм мишәр кантондары 6 попечителлеккә (округҡа) берләштерелә. Попечителлектәр менән штаб офицеры етәкселек иткән, уға 6 тәржемәсе һәм 6 писарь беркетелгән[3]. 1855—1863 йылдарҙа кантондар һаны 28-гә еткән.
1855 йылда Башҡорт ғәскәре 9 попечителлеккә, 28 кантонға һәм 394 юртҡа бүленгән.
1863—1865 йылдарҙа бөтә 28 кантон уезд принцибы буйынса 11 кантонға берләштерелгән. Шуға күрә кантондар һан менән дә, уезд атамаһы менән дә билдәле булған: 1-се кантон – Ырымбур, 2-се – Верхнеурал, 3-сө – Троицк, 4-се – Силәбе, 5-се – Красноуфим, 6-сы – Бөрө, 7-се – Минзәлә, 8-се – Бугуруслан, 9-сы – Бәләбәй, 10-сы – Өфө, 11-се – Стәрлетамаҡ кантондары тип аталғайны.
Идара итеү
Башҡорт һәм мишәр кантондары кантон начальниктары тарафынан идара ителгән, улар тураһынан-тура генерал-губернаторға буйһонған, ә 1834 йылдан башлап Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийына буйһынған. Кантон идаралығы вазифалары башҡорт һәм мишәр феодаль өҫтөнлөктәре вәкилдәре менән тәьмин ителгән[4].
Чиновниктар һалымдарҙан азат ителгән. Хәрби һәм административ хеҙмәт өсөн уларға офицер званиелары бирелгән, был уларға дворянлыҡҡа дәғүә итергә хоҡуҡ биргән.
1834 йылда кантондарҙағы халыҡҡа күҙәтеүҙе көсәйтеү маҡсатында Башҡорт-мещәр ғәскәренә командующий вазифаһы менән бер рәттән, ғәскәрҙең канцелярияһы булдырылған һәм попечителлек институты индерелгән.
Кантондар менән идара итеү яйлап Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийының етәкселегенә күсә башлай. Ғәскәр менән идара итеүҙә хәрби эштәр менән Ырымбур казак ғәскәре штабы начальнигы, ике хәрби чиновник, өлкән адъютант, хәрби-суд эштәре өсөн аудиторҙар штабы шөғөлләнә. Граждандар эштәрен үҙаллы канцелярия башҡара, уның составына идара итеүсе һәм дүрт столоначальник инә. Ер эштәре менән стряпчийҙар шөғөлләнә, улар башҡорт вәкилдәре менән берлектә ерҙәрҙе үлсәүҙә, ер сиктәрен боҙоу факттарын тикшереүҙә ҡатнаша.
Талаштар һәм енәйәт эштәре хәрби һәм граждандар суд учреждениеларында ҡарала, ә айырым осраҡтарҙа генерал-губернатор тарафынан хәл ителә. Министрҙар кабинетының 1834 йылдың 26 февралендәге Указына ярашлы («О суждении военным судом находящихся в Оренбургском крае отставных казаков уральских и оренбургских, калмыков, тептярей, башкир и мещеряков»), барлыҡ енәйәт эштәре хәрби судтарҙың ҡарамағына тапшырыла[5]. Ер полицияһы хеҙмәттән тыш ваҡытта эшләнгән енәйәттәр буйынса тикшереүҙәрҙе алып барған. Ауылдарҙа хөкүмәт күрһәтмәләренең үтәлешен, земство йөкләмәләрен сотскийҙар, унлыҡ һәм ауыл начальниктары күҙәткән. 1838 йылда башҡорт һәм мишәр кантондарында сотский һәм унлыҡ вазифалары юҡҡа сығарыла. Шулай уҡ ауыл ерҙәрендә һалым йыйыусылар, иген запас магазины ҡараусыһы, урман һәм юл күҙәтеүселәре һәм башҡа вазифалар булды. Улар халыҡ тарафынан һайланған һәм юрт старшинаһы һәм кантон начальнигы тарафынан раҫланған.
1819 йылдан кантон вазифаларының һаны әкренләп кәмей башлай: 1819 йылда улар 5 569 кеше булһа, 1838 йылда – 3 657, ә 1861 йылда – ни бары 1 160 кеше генә иҫәпләнә.

Кантон идаралығының ҡайһы бер вазифалы кешеләре түбәндәге хәрби титулдарға эйә булған:
- действительные (армейские) офицерские (подпрапорщик, прапорщик, поручик, капитан, майор һ.б.);
- казачьи офицерские (урядник, хорунжий, сотник, есаул һ.б.);
- классные (зауряд-хорунжий, зауряд-сотник, зауряд-есаул һ.б.).
Халыҡ өҫтөнән күҙәтеүҙе көсәйтеү маҡсатында ирекле хәрәкәт итеү хоҡуғы сикләнә, ауылдарҙан рөхсәтһеҙ сығып китеү тыйыла. Сенаттың 1806 йылдың 24 сентябрендәге Указына ярашлы, башҡорттарға башҡа губерналарға күсенеп китеүе тыйыла. 1798 йылдың 10 апрелендәге Павел I Указының 12-се пункты буйынса башҡорттарға бер йорттан (юрт) икенсе юртҡа барыу юрт старшиналары биргән документтар нигеҙендә, икенсе кантонға – кантон начальниктары, ә икенсе губернаға генерал-губернатор рөхсәте менән генә мөмкин булған.
Традицион үҙидара институттары, шул иҫәптән йыйындар, юҡҡа сығарыла: 1831 йылда губерна властары йыйындарҙы тыйыу тураһында хәбәр итә. Әммә 1837 йылда был тыйыу кире алына, ләкин ул офицерҙар һәм һалдаттар ҡатнашлығында ғына үткәрелеү рөхсәт ителә.
Кантон халҡының йөкләмәләре
Кантондар халҡының төп бурысы – хәрби хеҙмәт. Ир-егеттәр илдең көньяҡ-көнсығыш сиген һаҡлауға, Рәсәй империяһы алып барған һуғыштарҙа ҡатнашыуға йәлеп ителгән.
Хәрби хеҙмәттән тыш, кантон халҡы хеҙмәт йөкләмәләрен бушлай үтәй:
- юлдар һәм күперҙәр төҙөү;
- яңы сик һыҙыҡтарын төҙөү һәм йыһазландырыу;
- Ырымбур һыҙығы нығытмаларына аҙыҡ-түлек һәм башҡа йөк ташыу;
- урман әҙерләү;
- Ырымбур губернаһы ҡалаларын төҙөкләндереү һәм башҡа эштәр.
Шулай уҡ юл йөкләмәләре (юлдар һәм күперҙәрҙе ремонтлау һәм ҡарау өсөн түләү), транспорт йөкләмәләре (чиновниктарҙың хеҙмәт ихтыяждары өсөн ат һәм транспорт биреү), почта йөкләмәләре[6] (почта, курьерҙарҙы ташыу һ.б.), торлаҡ йөкләмәләре (ҡаршылағы көтөүлектәрҙе файҙаланыу, лазареттар һәм ат һарайҙары төҙөү) һәм башҡалар йөкмәтелгән.
Кантон халҡынан түбәндәге аҡсалата йыйымдар алынған:
- йәмәғәт ихтыяждары өсөн (хат яҙышыу, яҙыусылар һәм кантон идаралығы өсөн);
- иген магазиндары өсөн;
- төрлө бер тапҡыр ғына йыйылған аҡсалата йыйымдар.
Юл йөкләмәләре иң ауырҙарҙан һаналған: мәҫәлән, 1853 йылда ғына юлдарҙы төҙәтеүгә 162 361 кеше һәм 102 793 ат ебәрелгән[1]. Иң ауыр йөкләмәләрҙең береһе йортҡа бирелгән йөкләмәләр булған: мәҫәлән, 1853-1855 йылдарҙа ғына башҡорттар һәм мишәрҙәр 2298149 ат һәм 1191905 оҙатыусы ебәргән[1].
Кантон системаһын индереү эҙемтәләре
Кантон системаһын индереү төбәк халҡының үҫешенә ҙур йоғонто яһаған һәм уны ғәмәлгә ашырыуҙың төп маҡсаттарына өлгәшкән.
Шул уҡ ваҡытта кантон системаһын индереүҙең кире яҡтары ла булған. Беренсе сиратта, ябай халыҡтың матди хәле насарайған, сөнки улар нәҫел-ырыу элитаһы һәм администрацияның тулы контроле аҫтына эләккән. Сик буйы хеҙмәтенең ауыр шарттары, күҙәтеү-полиция режимы, чиновниктарҙың йыш ҡына ҡулланыуҙан тайпылыуы, һалымдар һәм йөкләмәләр артыуы, дәүләттең дини һәм социаль сәйәсәтенә ризаһыҙлыҡ халыҡ араһында ҡаршылыҡ уятҡан. Был, айырыуса, 1834–1835 йылдарҙағы ихтилалда сағылыш тапҡан, унда башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм урыҫ крәҫтиәндәре ҡатнашҡан. Ихтилал аяуһыҙ баҫтырылған. Шулай ҙа кантон системаһы XIX быуаттың беренсе яртыһында башҡа ҙур ҡораллы сығыштарҙы булдырмауҙа тотҡарлыҡ яһаған.
Кантон системаһын индереүҙең ыңғай яҡтары ла булған. Ул күсмә халыҡтың ултыраҡ тормошҡа күсеүенә һәм ер эшкәртеүгә булышлыҡ иткән, әммә был күбеһенсә көсләү саралары менән тормошҡа ашырылған. Ауылдарҙың хужалыҡ һәм мәҙәни үҫешенә этәргес бирелгән. Мәҫәлән, башҡорт ауылдарында ужым ашлығын үҫтерә башлағандар, картуф һәм йәшелсәләр менән танышҡан. Мәғариф мөмкинлектәре лә киңәйгән.
Дөйөм алғанда, кантон системаһы идара итеүҙең һуңғы колониялаштырыу этабы булған. Ул ғәмәлдә булған осорҙа төбәкте Рәсәй империяһына интеграциялау өсөн бар шарттар ҙа әҙерләнгән: улар административ, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни яҡтан берҙәмлек булдырыуҙа сағылыш тапҡан.
Сәнғәттә һәм фольклорҙа
- Башҡорт фольклорында кантон начальниктарына арналған йырҙар йәшәп килә: «Абдрахман кантон», «Ҡолой кантон», «Ҡаһарман кантон», «Төхфәт» һәм башҡалар.
- 1837—1844 йылдарҙа Ырымбурҙа кантон халҡының аҡсаһына һәм уларҙың туранан-тура ҡатнашлығында Карауанһарай тарихи-архитектура комплексы төҙөлә. 1865 йылға тиклем унда Башҡорт ғәскәре канцелярияһы урынлашҡан, ә 1917 йылдың 16 ноябренән 1918 йылдың 14 февраленә тиклем Карауанһарайҙа Башҡорт хөкүмәте эшләгән. РСФСР Министрҙар Советының 1960 йылдың 30 авгусындағы ҡарарына ярашлы, тарихи-архитектура комплексы дәүләт әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡылары категорияһына индерелгән.
Әҙәбиәт
- Асфандияров А. 3. Кантонное управление в Башкирии (1798—1865). — Уфа: Китап, 2005. — 256 с. — ISBN 5-295-03586-7.
- Асфандияров А. З. Участие башкир в войнах и походах России в период кантонного управления // Из истории феодализма и капитализма в Башкирии. Уфа, 1971.
- Бауман Р. Подвластные народы на военной службе в имперской России на примере башкир. М., 1987.
- Документы и материалы по истории башкирского народа (1790–1912). Сост. А. 3. Асфандияров, Р. Н. Рахимов, Ф. Г. Хисамитдинова. — Уфа, 2012. — 544 с. — ISBN 978-5-916-08094-0.
- Еникеев 3. И., Еникеев А. 3. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — СПб.: Наука, 2011. — Т. IV. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
- История Башкортостана. Ч. 1. С древнейших времен до 1917 г. — Под ред. И. Г. Акманова. — Уфа: Китап. 1996. — 240 с.
- История Башкортостана с древнейших времен до 60-х годов XIX века. // Под ред. Х. Ф. Усманова. Уфа: Китап, 1991. — 520 с.
- Раимов Р. М. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башгосиздат, 1943.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. Уфа, 1964.
- Усманов А. Н. Кантонное управление в Башкирии.// Советская историческая энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. Под ред. Е. М. Жукова. 1973—1982.
- Хадыев М., Фахретдинов А. История башкир. — Уфа: Китап, 2007. — 136 с. — ISBN 978-5-295-04231-7.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Асфандияров А. 3. Кантонное управление в Башкирии (1798—1865). — Уфа: Китап, 2005. — С. 19. — 256 с. — ISBN 5-295-03586-7.
- ↑ Ахмет-Заки Валиди Тоган. История башкир. — Уфа: Китап, 2010. — С. 173. — 352 с. — ISBN 978-5-295-05000-8.
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — С.-Пб.: Наука, 2011. — Т. IV. — С. 37. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
- ↑ Кантонная система управления в Башкирии (1798—1865).// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 322. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- ↑ Еникеев 3. И., Еникеев А. 3. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — С. 208. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.
- ↑ 1834 йылда почта өсөн аҡсалата йыйым индерелә.
- ↑ Мәҫәлән, 1826 йылда 12 башҡорт кантонында 1 804 ауыл булған, уларҙа 47 480 ихата иҫәпләнгән, ә 5 мишәр кантонында 356 ауыл һәм 7 652 ихатанан торған.