Пермь губернаһы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй империяһы Губерния
Пермь губернаһы
Prokudin-Gorsky - Perm. Summertime location of the exchange.jpg
Герб
Герб
58°00′50″ с. ш. 56°14′56″ в. д.HGЯO
Ил
Адм. үҙәк Пермь
Тарихы һәм географияһы
Ойошторолған 1781
Тарҡатылған 12 ноябрь 1923
Майҙаны 332 052 км²
Пермь губернаһы на карте
Күсәгилешлелек
← Пермь берәмек Урал өлкә (РСФСР) →
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Пермь губернаһы — 17811923 йылдарҙа Рәсәй империяһының административ-терриориаль берәмеге.

Административ үҙәге — Пермь ҡалаһы.

Тарих

Пермь наместниклығы 12 өйәҙенән ойошторола. Губерна Верхотур, Эрбет, Ҡамышлы, Оханск, Соликамск, Чердынь, Шадринск өйәҙҙәренән торған. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Екатеринбург, Красноуфимск, Уҫы, Пермь, Шадринск өйәҙҙәренең бер өлөшө 1—3‑сө башҡорт кантондары составынва инә. Урал өлкәһенең Үрге Кама, Көңгөр, Пермь, Сарапул округтары составына инә, 1938 йылдан Пермь өлкәһе ойошторола.

География

Майҙаны — 332 052 км² (1897). XVIII быуат аҙағында төньяҡта — Вологда губернаһы, көнсығышта — Тубыл губернаһы, көньяҡта — Ырымбур губернаһы, көнбайышта Вятка губернаһы менән сиктәш була. Ҡалалары: Пермь, Алапаевск, Верхотурье, Далматов, Дедюхин, Екатеринбург, Эрбет, Ҡамышлы, Красноуфимск, Көңгөр, Уҫы, Оханск, Соликамск, Чердынь, Шадринск (1869).

Иҡтисад

Тау сәнәғәте (мәғдән сығарыу, металлургия һәм химия тармаҡтары) һәм ауыл хужалығы киң үҫеш алған. Эре пр‑тиеларҙың төп өлөшө Верхотур, Екатеринбург, Красноуфимск, Пермь, Соликамск өйәҙҙәрендә урынлашҡан. Йәрминкәләр (иң билдәлеләре — Эрбет һәм Крестовский-Иваново) үткәрелгән, сауҙа һәм баҙар ойошторолған. XIX быуат уртаһында Котлас (1899), Пермь—КөңгөрЕкатеринбург (1909) һәм башҡалар 783 сиркәү, 181 мәсет иҫәпләнгән (1870).

Халҡы

Халҡы: 1795 йылда — 900589 кеше, 1897 йылда — 2 994 302 (башҡорттар — 85 395, коми-пермяктар — 92 641, мариҙар — 15 687, мишәрҙәр — 21 163, татарҙар — 46 711, типтәрҙәр — 5 295, удмурттар — 6 505, урыҫтар — 2 705 327 һәм башҡалар). XIX быуат аҙағында губернала 2 849 166 крәҫтиән, 97 241 мещан, 17 482 дворян, 5 118 сауҙагәр һәм башҡалар иҫәпләнә; мосолмандар — 151495, православие динендәгеләр — 2815573 (шул иҫәптән 218 396 старообрядсы), католиктар — 2441, йәһүдтәр — 2119, протестанттар — 1184 һәм башҡалар.

Административ-территориаль бүленеше

Файл:Permskaya gubernia.png
Пермь губернаһы административ-территориаль бүленеше

Пермь губернаһы составында 12 улус иҫәпләнә

Көнбайышта Пермь губернаһы 7 өйәҙҙәре:

Исем Өйәҙ ҡалаһы Майҙаны (км2) Халыҡ (1896—1897 йй)
Пермь өйәҙе Пермь 27 270,9 240 428
Красноуфимск өйәҙе Красноуфимск 24 485 244 310
Көңгөр өйәҙе Көңгөр 11 373 126 258
Уҫы өйәҙе Уҫы 19 246 284 547
Оханск өйәҙе Оханск 14 280,17 276 986
Соликамск өйәҙе Соликамск 29 334,3 237 268
Чердынь өйәҙе Чердынь 70 790 101 265

Көнсығышта Пермь губернаһы 5 өйәҙҙәре:

Исем Өйәҙ ҡалаһы Майҙаны (км2) Халыҡ (1896—1897 йй)
Верхотур өйәҙе Верхотур 60 117 208 237
Екатеринбург өйәҙе Екатеринбург 28 291 347 133
Ирбит өйәҙе Ирбит 10 119 147 786
Ҡамышлы өйәҙе Ҡамышлы 15 411 248 860
Шадринск өйәҙе Шадринск 18 035,6 319 286

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Пермская губерния: список населённых мест по сведениям 1869 года. — СПб., 1875;
  • Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 год. Т.31. Пермская губерния. — СПб., 1904.

Һылтанмалар