Уҫы (ҡала)

Уҫы (Усы, Уса; рус. Оса) — Рәсәйҙең Пермь крайындағы ҡала. 1924 йылда ойошторолған Уҫы районының административ үҙәге.

Шулай уҡ ул ҡала округы статусына эйә. Халыҡ һаны — 21 143[3] кеше (2016).

Географик урынлашыуы

Ҡала Каманың урта ағымында, Тол йылғаһы ҡойған ерҙә, Воткинск һыу һаҡлағысының һул ярында урынлашҡан. Край үҙәге Пермдән алыҫлығы: автомобиль трассаһы буйлап — 141 километр, Кама йылғаһы буйлап 193 километр тәшкил итә. Иң яҡын Чернушка тимер юл станцияһы 98 км алыҫлыҡта.

Этимологияһы

Ҡала Уҫы йылғаһы (Каманың ҡушылдығы) атамаһы буйынса аталған.

«Башҡорт АССР-ы топонимдар һүҙлеге»нә ярашлы, Уҫы гидронимы фараз буйынса монгол телендәге «ус» ("һыу, йылға") һүҙенән, ә ул үҙ сиратында боронғо төрки теленең «угуз» ("һыу, шишмә, бәләкәй йылға") һүҙенән барлыҡҡа килгән[4]

Тарихы

Йылъяҙмаларға ярашлы, Уҫы ҡаласығының Яңы Никольск биҫтәһен 1591 йылда башҡорт ерҙәрендә Нечай һәм Филипп Калужениндар Рус дәүләтенең көнсығыш сигендә терәк пункттарының береһе булараҡ нигеҙ һалған[5]. Был ерҙә — Камаға Уҫы йылғаһы ҡойған урында боронғо торама булған.

1621 йылға биҫтә эргәһендә бер нисә рус ауылы барлыҡҡа килә.

XVII—XVIII быуаттарҙа Уҫы биҫтәһе — Өфө өйәҙе составына ингән Уҫы даруғаһы үҙәге була.

1719—1737 йылдарҙа Өфө провинцияһы составындағы биҫтә була. 1733 йылда Уҫыла Витус Берингтың 2-се Камчатка экспедицияһы туҡтай.

Башҡорт ихтиалдары осоронда, 1737 йылдың июленең икенсе яртыһынан 12 авгусҡа ҡәҙәр Мәндәр Ҡарабаев һәм Бәпәнәй Төрөпбирҙин етәкселегендәге баш күтәреүселәр Уҫы ҡалаһы тирәһендә күскенселәрҙең ауылдарын талайҙар һәм яғалар. Уларға ғәйнә башҡорттары ҡушыла.

1737 йылдың 13 авгусында Уҫы ҡала статусын ала һәм унда Сенаттан айырым воевода билдәләнгән, воевода Өфө провинцияһына буйһона. Уға Сарапулға тиклем Һарай крәҫтиәндәре беркетелгән, шулай уҡ башҡорттарҙың Ғәйнә улусы ҡушыла һәр төрлө килем йыйыу өсөн уға буйһонған.

undefined

Крәҫтиәндәр һуғышы барышында, 1773 йылда Әбдей Абдулловтың ихтилалсылар отряды килә. 1773 йылдың декабренең икенсе яртыһынан Әбдей Абдуллов, Әҙел Әшмәнев, Батырҡай Иткинин, Сәйфулла Сәйҙәшев һәм Әҙиғот Темәсовтың отрядтары Уҫы ҡалаһы янын баҫып ала. 1773 йылдың декабрь аҙағында ихтилалсыларҙың отрядтары Уҫы ҡалаһы янында туплана. 1774 йылда Уҫы ҡалаһы йәнә хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡулына күсә. 1774 йылдың июнендә Иван Белобородов һәм Салауат Юлаевтың баш күтәреүселәр отрядтары тарафынан ҡамала, Емельян Пугачёвтың Төп ғәскәре тарафынан яулана. Һуңынан йәнә хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡулына күсә.

1781 йылда Уҫы ҡалаһы Пермь наместниклығының өйәҙ ҡалаһына әүерелә. 1781—1923 йылдарҙа Уҫы өйәҙенең административ үҙәге. XVII быуатта Уҫы аша Себер тракты үткән.

1870 йылда мәхәллә училищеһы, земство дауаханаһы, 2 сиркәү теркәлгән.

1899 йылда Мөхәмәтғата Мансуров тарафынан Уҫы ҡалаһының Ғәйнә урамында (хәҙер Володарский урамы, 41-се йорт) таш мәсет төҙөлә. 1930 йылда мәсет ябыла, манараһы емертелә. 2011 йылда архитектура ҡомартҡыһы — иман йорто мосолмандарға ҡайтарыла[6].

Халҡы

Халҡы иҫәбе
1856[7]1897[7]1913[7]1926[7]1931[7]19391959[8]
13005100580059006300920012 719
1970[9]1979[10]1989[11]1992[7]1996[7]1998[7]2000[7]
15 03819 99324 13225 40026 60026 50026 500
2001[7]2002[12]2003[7]2005[7]2006[13]2007[13]2008[14]
26 50023 45223 50023 00022 80022 60022 500
2009[15]2010[16]2011[7]2012[17]2013[18]2014[19]2015[20]
22 42421 18821 20021 08321 00020 99021 201
2016[3]
21 143
5000
10 000
15 000
20 000
25 000
30 000
1926
1979
2000
2006
2011
2016

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала урында[21] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[22]).

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. 1 2 Численность постоянного населения Пермского края по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2016. Архивировано 30 март 2016 года.
  4. Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980. — 200 с. — С.156.
  5. Ураловед. Город Оса. Исторические прогулки
  6. Пермским мусульманам возвращена последняя мечеть - IslamNews. Ислам и мусульмане в России и в мире (23 декабрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2017.
  7. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Народная энциклопедия «Мой город». Оса (город). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2014. Архивировано 18 июнь 2014 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  9. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  10. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  11. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  12. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  13. 1 2 Оценка численности постоянного населения Пермского края в разрезе муниципальных образований на 1 января 2006 (погрешность 150 человек) и 2007 (погрешность 50 человек) годов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2015. Архивировано 25 ғинуар 2015 года.
  14. Административно-территориальное деление Пермского края на 1 января 2008 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2013. Архивировано 18 август 2013 года.
  15. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  16. ВПН-2010. Численность и размещение населения Пермского края. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2014. Архивировано 10 сентябрь 2014 года.
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  19. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  20. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  21. с учётом городов Крыма
  22. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).

Әҙәбиәт

  • Буканова Р. Г. Города-крепости юго-востока России в XVIII веке. История становления городов на территории Башкирии. — Уфа, 1997.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә