Илешев Илдус Ғөбәйҙулла улы

Илдус Ғөбәйҙулла улы Илешев (рус. Илишев, Ильдус Губайдуллович; 1957 йылдың 17 майы, Үрге Сирбай, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй дәүләт эшмәкәре, политолог, филолог, дипломат, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ҡарамағындағы Рәсәйҙең Даими вәкиллеге вәкилe урынбаҫары.

Биографияһы

1980 йылда Мәскәү дәүләт педагогия институтын тамамлай.

1980—1981 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты сит телдәр кафедраһы уҡытыусыһы.

1981—1983 йылдарҙа — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1983—1984 йылдарҙа — «Уфагорремстрой» тресының ВЛКСМ комитеты секретары.

1984—1992 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһының Башҡорт филиалы сит телдәр кафедраһында уҡытыусы, өлкән уҡытыусы.

1992—1994 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт педагогия институты өлкән уҡытыусыһы, «Адонав» ТОО-һының коммерция директоры.

1994—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәте дәүләт-хоҡуҡи идаралығының халыҡ-ара һәм милли мәсьәләләр, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм йәмәғәт берекмәләре менән бәйләнештәр бүлегенең баш белгесе.

1997—1999 йылдарҙа — АҠШ Тыныслыҡ институты, шулай уҡ Кеннан институты Рәсәй тикшеренеүҙәре (Вашингтон, АҠШ) ғалим-тикшеренеүсеһе.

1997—2005 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, директоры; Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институты директоры.

2005—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры.

Хәҙерге ваҡытта Илешев Илдус Ғөбәйҙулла улы Ҡатар дәүләтендә эшләй. 2021 йылға тиклем ул Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһының Даими вәкиллеге вәкилe урынбаҫары вазифаһында эшләй. Почёт грамотаһы менән бүләкләү тураһындағы иғланға ярашлы, ул отставкалағы II класс дипломатик ранглы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының Төбәк үҫеше министрлығы Почёт грамотаһы (2007);
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем (2007);
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының II дәрәжәһе[2];
  • Рәсәй Федерацияһы Президенты Почёт грамотаһы (2022 йылдың 1 сентябре) — Рәсәй Федерацияһының тышҡы сәйәсәт курсын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн[3].

Ғаиләһе

Атаһы — Илешев Ғөбәйҙулла Шәрип улы. Әсәһе — Ғалина Марфуға Ғәлей ҡыҙы. Улы — Илешев Назар Илдус улы (беренсе никахтан). Ҡатыны һәм ҡыҙы бар.

Һайланма хеҙмәттәре

рус телендә:

Инглиз телендә:

  • Tightening the Federation: Will Russia’s Autonomies Disappear?// Analysis of Current Events. — New York: Association for the Study of Nationalities, July 1997.-Vol.9. — No. 7, P. 6-8;
  • From Linguistic Russification to Linguistic Federalism or Back?: On the Ethnolingual Situation in Bashkortostan// Anthropology and Archeology of Eurasia. — Washington, DC, Fall 1998. — Vol. 37. — No. 2, P. 12 — 31;
  • Russian Regional Views on Federalism: Republic of Bashkortostan// Federalism in Russia: How Is It Working? — Washington, DC: US National Intelligence Council and US Department of State' s Bureau of Intelligence and Research, 1998; P. 21-22;
  • Russian Federalism: Political, Legal, and Ethnolingual Aspects — А View From the Republic of Bashkortostan// Nationalities Papers. — New York, Dec.1998. — Vol. 26. — No. 4. P. 723—761;
  • Bashkortostan and Russia After the Soviet Union: the Unfinished Agenda // The Turks, vol. VI, 2002: P.431 — 438, Ankara;
  • Nation-Building and Minority Rights in Post-Soviet Russia: the Case of Bashkortostan // Democracy and Pluralism in Muslim Eurasia. — London: Frank Cass: 2003;

Иҫкәрмәләр