17 май
17 май — рәсми календарь буйынса йылдың 137-се (кәбисә йылында 138-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 228 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- Электр элемтәһе һәм телекоммуникациялар көнө.
- Бөтә донъя мәғлүмәти йәмғиәт көнө.
Ер: Интернеттың тыуған көнө.
- Артериаль гипертония менән көрәш көнө.
- Балалар өсөн ышаныс телефоны көнө.
Германия: Атайҙар көнө.
Канада: Гражданлыҡ көнө.
Нигерия: Конституция көнө.
Норвегия: Конституция көнө.
Төбәк байрамдары
- Ҡалмыҡ Республикаһы: Ҡалмыҡ сәйе көнө (майҙың өсөнсө шәмбеһе).
Рәсәй Федерацияһы: Пульмонологтар көнө.
- Түбә ябыусы көнө (майҙың өсөнсө шәмбеһе).
- 1782 йыл: Борай районы Абдулла ауылына нигеҙ һалына.
- 1865 йыл: Халыҡ-ара электр элемтәһе союзы ойошторола.
тулы исемлек
- 1948 йыл: Ишембай—Ермолаево тимер юлын һалыу башлана.
- 1963 йыл: Учалы районындағы «Йәшмә» мәҙәниәт-ял комплексы эшләй башлай.
- 1990 йыл: РСФСР-ҙа Валдай милли паркы ойошторола.
- 1990 йыл: Стәрлетамаҡтан 20 километр көнбайышта метеорит төшә.
- 1991 йыл: Яңауыл ҡала статусын ала.
- 1991 йыл: Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы эш башлай.
- 1993 йыл: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Румыния Хөкүмәте араһында «Сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында» килешеүгә ҡул ҡуйыла.
- 1996 йыл: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты асыла.
- 2007 йыл: Сибай гимназияһы янында Сергей Чекмарёвҡа бюст ҡуйыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Имашева Ғәлиә Шакир ҡыҙы (1915—5.01.1995), театр рәссамы. 1938 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт профессиональ театр декорацияһы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе профессиональ рәссам. РСФСР-ҙың (1973) һәм Башҡорт АССР-ының (1970) халыҡ рәссамы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1943) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967). Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1949, 1971) кавалеры.
- Ерёмин Михаил Иванович (1920—9.05.1945), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының йәйәүле разведка взводы разведчигы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының хәҙер бөткән Денисовка ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡуңысбаев Ҡотлоғафар Фазылғафар улы (1920—1977), Хәйбулла районының элекке малсыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерист, сапёр, взвод командиры ярҙамсыһы, сержант. II һәм ике III дәрәжә Дан ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ураҙбай ауылынан.
- Стрельников Валентин Ильич (1920—1962), хәрби табип, медицина хеҙмәте капитаны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районынан.
- Асҡаров Рәил Исхаҡ улы (1940—2020), педагог, мәғариф һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1966 йылдан Баймаҡ ҡала-район эске эштәр бүлеге начальнигының оператив эштәр, 1968 йылдан — сәйәси-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 1973—1995 йылдарҙа — бүлек начальнигы. Милиция полковнигы (1995). СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1987), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981, 1990). Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы (2000). Сығышы менән ошо райондың Күсей ауылынан.
- Литвинова Лидия Михайловна (1950), металлург, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Белорет металлургия комбинатының ҡыҙҙырыусыһы, 1970 йылдан — сым һуҙыусыһы, артабан — бригадиры. СССР-ҙың X (1979—1984) һәм XI (1984—1989) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хөсәйенов Фәхрәзей Ҡорбан улы (1941—2003), ғалим-иҡтисадсы, спортсы. 1974 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, агрономия факультетының декан урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1974). СССР-ҙың спорт мастеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Яңыбай ауылынан.
- Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы (ижади псевдонимы Шәүлиә Алкинская; 1946), уҡытыусы, яҙыусы, шағир һәм журналист. 2002 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Мөхәммәт Хәйҙәров (2005), Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2006) әҙәби премиялар һәм республика баҫмалары премиялары лауреаты.
тулы исемлек
- Николаева Ирина Евгеньевна (1961), ғалим-табип-кардиолог. 1984 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы, 1990 йылдан — бүлек мөдире, 2006 йылдан – баш табиптың медицина буйынса урынбаҫары; 2012 йылдан Республика кардиология үҙәгенең баш табибы, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы. Медицина фәндәре кандидаты (2003). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Баҡыева Әлфирә Миңнулла ҡыҙы (1966), ғалим-табип, муниципаль хеҙмәткәр. 1993 йылдан Өфө һәм республика дауаханалары табибы, бүлек мөдире; 2006 йылдан Өфөләге 36-сы поликлинканың баш табибы; 2007 йылдан Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, хакимиәттең эштәр идарасыһы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Дим ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хөснуллин Леон Нотфулла улы (1937), ғалим-иҡтисадсы. 1997 йылдан Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университеты Өфө филиалы уҡытыусыһы, профессор (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Ҡалмаҡтар ауылынан.
- Яҡшыбаев Роберт Әсғәт улы (1952), ғалим-физик, физика-математика фәндәре докторы (1993), профессор (1993), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академяһы академигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).
тулы исемлек
- Илешев Илдус Ғөбәйҙулла улы (1957), дипломат, дәүләт эшмәкәре, ғалим-филолог һәм политолог. 2011—2016 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ҡарамағындағы вәкиле урынбаҫары, 2005—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Премьер-Министр урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры. Филология фәндәре кандидаты (1990), сәйәси фәндәр докторы (2000), профессор (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).
- Ғилемханов Илдар Фирҙәүес улы (1977), спортсы, көрәшсе, муниципаль хеҙмәткәр. Дүртөйлө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәсеһе, 1997 йылдан ошо мәктәптең тренер-уҡытыусыһы; 2004—2005 йылдарҙа Дүртөйлө район хакимиәтенең Физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе. Милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1999). Рәсәй (1998), Башҡортостан (1993, 1996—1998, 2001) чемпионы, төрлө кимәлдәге турнирҙар еңеүсеһе һәм призёры. Сығышы менән хәҙерге Иркутск өлкәһенең Звёздный ҡасабаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хафизов Динмөхәмәт Сәмәхужа улы (1883—1966), педагог. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1917 йылдан хәҙерге Учалы районы Ҡаҙаҡҡол, 1919 йылдан Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Ҡолой мәктәбе уҡытыусыһы, 1921—1957 йылдарҙа — Мәтәл мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1951), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1937, 1939).
- Ғиләжев Мансаф Тажетдин улы (1933—13.10.2021), тележурналист, яҙыусы. 1960 йылдан Башҡортостан телевидениеһы мөхәррире, өлкән мөхәррире, баш мөхәррире; 1984—1988 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире. 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1986 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Ғилемдар Рамазанов (2008) исемендәге премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Йомран ауылынан.
тулы исемлек
- Хәйруллина Рәйсә Хәниф ҡыҙы (1953), ғалим-телсе, педагог. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 1985 йылдан филология факультетының декан урынбаҫары һәм деканы, 1997 йылдан рус теле кафедраһы мөдире, 2001 йылдан уҡыу-тәрбиә, 2006—2011 йылдарҙа — социаль һәм тәрбиә эштәре буйынса проректор. 2008 йылдан Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011). Шағир Хәниф Кәримдең ҡыҙы, сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шәйҙуллин Фәнис Басарый улы (1953), спортсы, тренер. Туймазы ҡалаһы 2-се спорт мәктәбенең йөҙөү буйынса тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
- Шәрәфетдинова Венера Таһир ҡыҙы (1953), педагог, мәғариф, партия, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1977 йылдан Архангел һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1979 йылдан район мәариф идаралығы методисы, 1980 йылдан көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу урта мәктәбе, 1984 йылдан — 145-се һөнәри училище директоры; 1990 йылдан КПСС-тың Архангел район комитеты секретары; 1991 йылдан — район советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире; 1996—2008 йылдарҙа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Сығышы менән Архангел районының Тирәкле ауылынан.
- Исхаҡов Фәнил Фән улы (1963—2019), инженер-төҙөүсе. 2001—2019 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы юл төҙәтеү-юл һалыу идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почётлы юлсыһы һәм почётлы төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
- Фәррәхов Рафаил Йосоп улы (1963), ғалим-урман хужалығы инженеры, йәмәғәтсе. 1997 йылдан Туймазы тәжрибә урман хужалығының баш лесничийы, 2000—2016 йылдарҙа — директоры. 2005 йылдан Туймазы район советы рәйесе. Биология фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (2013), Рәсәй урман хужалығының почётлы хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо райондың Имәнғол ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Печёный Борис Григорьевич (1939), төҙөүсе-инженер-ғалим. 1969—1987 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1987). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Орехов ҡалаһынан.
- Ғөбәйҙуллин Хәлил Хәйҙәр улы (1949—4.12.1994), зоотехник. 1971 йылдан Стәрлетамаҡ районы «Искра» колхозының баш зоотехнигы, рәйесе, 1987—1994 йылдарҙа Стәрлетамаҡ совхоз-техникумы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Талас ауылынан.
- Хужин Рәшит Шәмғүн улы (1949), нефть химияһы тармағы һәм профсоюз органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1994 йылдан «Салаватнефтеоргсинтез» берекмәһенең профсоюз комитеты рәйесе, 2001 йылдан — генераль директор урынбаҫары, 2006 йылдан — генераль директор кәңәшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән ошо ҡаланан.
тулы исемлек
- Петишева Виктория Анатольевна (1974), ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 2014 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында факультет деканы. Филология фәндәре докторы (2008), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө ҡалаһынан.
- Радик Юлъяҡшин (1989), йырсы, Башҡортостан (2017) һәм Татарстан (2022) Республикаларының атҡаҙанған артисы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1815 йыл: Ирина Кони, Рәсәй империяһы актрисаһы, прозаик.
- 1820 йыл: Сергей Соловьёв, Рәсәй империяһы тарихсыһы, «История России с древнейших времён» хеҙмәтенең авторы.
тулы исемлек
- 1860 йыл: Мартин Кукучин (төп исеме Матей Бнецур), Словакия яҙыусыһы, драматург, публицист.
- 1865 йыл: Агнес Зорма (төп фамилияһы Заремба), Германияның театр актрисаһы.
- 1895 йыл: Пётр Кириллов, СССР-ҙың кино актёры, ҡуйыусы-режиссёр.
- 1904 йыл: Жан Габен, Францияның театр һәм кино актёры.
- 1918 йыл: Биргит Нильссон, Швецияның опера йырсыһы.
- 1935 йыл: Деннис Поттер, Британия сценарисы, теледраматург һәм журналист.
- 1945 йыл: Наталья Иванова, СССР һәм Рәсәйҙең әҙәби тәнҡитсеһе, публицист, «Литературная газета» лауреаты.
- 1945 йыл: Николай Зиновьев, СССР һәм Рәсәй шағиры.
- 1945 йыл: Удо Линденберг, Германияның рок-йырсыһы.
- 1950 йыл: Валерия Новодворская, Рәсәй сәйәсмәне, диссидент.
- 1955 йыл: Франческо Нути, Италия актёры, сценарист, кинорежиссёр һәм продюсер.
- 1955 йыл: Билл Пэкстон, АҠШ актёры («Титаник» һ. б.), кинорежиссёр.
- 1965 йыл: Трент Резнор, АҠШ-тың «Nine Inch Nails» төркөмөн ойоштороусы һәм уның вокалсыһы.
- 1970 йыл: Анжелика Агурбаш, Белоруссия йырсыһы, актриса һәм телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1980 йыл: Ксения Новикова, Рәсәй йырсыһы, «Блестящие» төркөмө солисы.