Архангел районы
Архангел районы — Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә, Өфөнән көньяҡ.-көнсығыш, Инйәр йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Район үҙәге Архангель ауылы, Өфөнән 88 км алыҫлыҡта.
Географияһы
Район территоряһының көнбайыш яртыһы тау алды тигеҙлеген, Көнсығыш Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыштағы алғы һырттарын үҙ эсенә ала. Тупраҡ-климат шарттары һәм үҫемлек япмаһы ер өҫтө төҙөлөшө формаһы менән бәйләнгән. Тигеҙ өлөшөнә — йылы, бер аҙ ҡоро климат, асыҡ һоро урман ландшафты һәм көлһыу ҡара тупраҡлы урман-дала ландшафты, таулы өлөшөнә яуым-төшөм муллығы, һыуыҡ климат, ҙур майҙандарҙың урмандар менән ҡапланыуы (урыны менән 70 % тиклем һәм унан да күберәк), асыҡ һоро таулы урман тупрағы өҫтөнлөк итеүе хас. Район территорияһы буйлап ҡушылдыҡтары менән Инйәр һәм Ләмәҙ йылғалары аға. Райондың төньяҡ-көнбайыш ситенән — Эҫем, көнбайыш — Ағиҙел, көньяҡ-көнбайыш — Еҙем йылғалары ағып үтә. Тәбиғи ландшафты туризм һәм ял ойоштороуҙы үҫтереү өсөн уңайлы. Аҫҡын боҙ мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы, Орловка ауылы эргәһендәге Мүк еләге һаҙлығы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Һыу ҡоштарын ҡурсыу буйынса Архангель дәүләт заказнигы ойошторолған.
Район территоряһының төп өлөшө Урал алды бөгөлө сиктәрендә ятауылы Нефттең (Архангель, Карташевка, Малышевка), кирбес сеймалының (Аҙау, Князево балсығы), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ғәйфулла, Воробьёвка), ҡырсынташ (Баҫыу, Подгорский), эзбизгә яндырыу өсөн эзбизташ (Кинтерле), агрономик рудаларҙың (Сикйылға) һ.б. бәләкәйерәк ятҡылыҡтары асылды.
Символикаһы
Билдәле шәхестәре
•
Пстыго Иван Иванович (10.04.1918—23.02.2009), хәрби эшмәкәр, Советтар Союзы Геройы, авиация маршалы, СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы, Волгоград ҡалаһының почётлы гражданы. Сухополь ауылынан.
•
Саевич Тимофей Александрович (23.02.1919—26.11.2003), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан совет хәрби хеҙмәткәре, осоусы, разведка авиация полкының звено командиры. Советтар Союзы Геройы (1945). Сухополь ауылынан.
• Брянцева Людмила Ивановна фәнни эшмәкәрлеген урыҫ халҡының йыр фольклорын өйрәнеүгә бағышлай. «Башҡортостандың Архангел районындағы урыҫ йыр традицияһы» йыйынтығының (2006) йыр текстары һәм нота эшкәртмәләре авторы. 1997—2006 йылдарҙа Рәсәй халыҡтары фольклоры буйынса йыйынтыҡ әҙерләүҙә әүҙем эшләгән яуаплы мөхәррир була. Башҡортостан радиоһында урыҫ фольклорына арналған «Малахит ҡумта» тип аталған махсус тапшырыуҙар циклын әҙерләү авторҙашы булып сығыш яһай. «Таусень» урыҫ халыҡ фольклор ансамбленең ғилми консультанты[3].
• Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы (8.03.1949), ғалим-хирург, медицина өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2010 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2‑се һәм 3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1999), Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған табибы (1995). Салауат Юлаев ордены кавалеры. Ҡыҙылъяр ауылынан[4].
• Анохин Виктор Фёдорович (18.07.1951), совет спортсыһы. 1976 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1974—79). Еңел атлетика буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1991). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Ырныҡшы ауылынан[5].
• Фәтих Иҡсанов (1.09.1935—19.10.1992), актёр, режиссёр. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. «Йәдкәр» фольклор төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986). Тирәкле ауылынан[6].
• Йосопова Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы (5.01.1949), педагог, журналист, йәмәғәтсе. 1978—1999 йылдарҙа Абҙан урта мәктәбе директоры, 2003—2009 йылдарҙа «Инйәр» район гәзите мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Райондың почётлы гражданы[7].
• Усков Валерий Иванович (24.10.1958—10.2013), журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2001—2013 йылдарҙа Мишкә районының «Дружба» гәзите мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Мишкә районының почётлы гражданы (2014, үлгәндән һуң). Ҡыҙыл Еҙем ауылынан[8].
• Әһлиуллина Клара Ишбулды ҡыҙы (5.12.1968), ғилми хеҙмәткәр. 2009 йылдан «Башҡорт энциклопедияһы» автономиялы дәүләт ғилми учреждениеһының директор урынбаҫары. Башҡортостандың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты. Максим Горький ауылынан[9].
• Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы (22.01.1939), ғалим-геолог, дәүләт һәм нефть сәнәғәте эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1976), техник фәндәр докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы ер аҫтын тикшереүсеһе (2009), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987).
Халыҡ һаны
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| 1989[27] | 2002[28] | 2008[29] | 2009[30] | 2010[31] | 2012[32] |
|---|---|---|---|---|---|
| 20 700 | ↘20 165 | ↘20 026 | ↘19 913 | ↘18 514 | ↘18 292 |
| 2013[33] | 2014[34] | 2015[35] | 2016[36] | 2017[37] | 2021[38] |
| ↘18 215 | ↘18 019 | ↘17 801 | ↘17 686 | ↘17 630 | ↘17 179 |
- Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 45,4 %, урыҫтар — 38,5 %, татарҙар — 10,6 %, сыуаштар — 2,4 %, башҡа милләт вәкилдәре — 3,1 %[39].
Арх-Латыш ауыл Советы биләмәһендә латыштар йәшәй.
Иҡтисад
Архангел районы — аграр-урман сәнәғәте районы. Ауыл хужалығы ерҙәре — 65,0 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр 35,4 мең га майҙанды биләй. Район ауыл хужалығы производствоһы махсуслашыуының ике зонаһына инә. Улар — Төньяҡ урман-дала (тигеҙ өлөшө) һәм тау-урман (тау өлөшө) зоналары. Тигеҙ өлөшөндә сәселгән төп культуралар — яҙғы бойҙай һәм шәкәр сөгөлдөрө, тау өлөшөндә — ужым арышы һәм һоло. Һөт-ит тоҡомло һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ һәм йылҡы үрсетәләр. Умартасылыҡ алға киткән. Урмандар 163 мең га ерҙе биләй. Ағас запасы 21918 мең м³, шуларҙың 8791 мең м³ өлгөргән һәм ҡартайған ағастар иҫәбенә инә.
Архангел леспромхозы байтаҡ күләмдә ағас әҙерләй. Ағас эшкәртеү предприятиелары араһында Архангел ағастан йәшник эшләү заводы айырылып тора, ул Нефть ятҡылығы «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы тарафынан файҙаланыла.
Район территорияһын Магнитогорск—Белорет—Ҡарлыман тимер юлы һәм Булгаково—Архангел—Белорет автомобиль юлы киҫеп үтә.
Районда 50 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 14 урта; музыка мәктәбе һәм һөнәрселек училищеһы, 24 китапхана, 35 клуб учреждениеһы, 2 дауахана бар. Урыҫ телендә «Архангельский вестник», башҡорт телендә «Инйәр» гәзиттәре сыға.
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 1 2 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ БРЯНЦЕВА Людмила Ивановна
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Анохин Виктор Фёдорович 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 июль 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Иҡсанов Фәтих Хәйрулла улы 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 август 2018)
- ↑ Муниципальный район Архангельский район РБ. Официальный сайт. Почётные граждане. Юсупова Нисия Хамидулловна. 2020 йылдың 28 октябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2019)
- ↑ Муниципальный район Мишкинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане. Усков Валерий Иванович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Аглиуллина Клара Ишбулдиновна 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2018)
- ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
- ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
- ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
- ↑ 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
- ↑ 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
- ↑ https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls
- ↑ 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
- ↑ https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
- ↑ https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
- ↑ https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
- ↑ http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
- ↑ http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ Оценка численности постоянного населения республики Башкортостан на 1 января 2019 г. по муниципальным образованиям
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность населения СССР, РСФСР и ее территориальных единиц по полу. Архивировано 10 октябрь 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2014. Архивировано 18 май 2015 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
- ↑ Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Архангел районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2018)
- «Инйәр» — Архангел районының ижтимағи-сәйәси гәзите)
- Башҡортостан Республикаһы сайты 2010 йылдың 26 октябрь көнөндә архивланған.
- Райондың рәсми булмаған сайты