Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы
Тыуған көнө | 8 март 1949 (76 йәш) |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Ғилми дәрәжә | медицина докторы[d] |
Уҡыу йорто |
Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы (8 март 1949 йыл) — ғалим-хирург, медицина өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2010 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2‑се һәм 3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1999), Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған табибы (1995). Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Биографияһынан
Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы Алсынбаев БАССР‑ҙың Архангел районы Ҡыҙылъяр ауылында тыуған.
1977 йыл — Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң «Глуховская» шифаханаһының бүлек мөдире.
1981 йылдан алып Благовещен үҙәк район хәстәханаһының баш табип урынбаҫары.
1986 йылдан — Сибай үҙәк ҡала хәстәханаһының баш табибы.
1990 йылдан — Өфөнөң Ленин районы һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире.
1991 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының сектор мөдире.
1993 йылдан — Өфөнөң 21‑се ҡала хәстәханаһының баш табибы.
1995 йылдан башлап «Иммунопрепарат» предприятиеһының генераль директоры (бер үк ваҡытта 1999 йылдан алып лаборатория мөдире).
2010 йылдан — директорҙың беренсе урынбаҫары.
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни хеҙмәттәре иммуномодулләүсе препараттарҙың тән бешеү, эренле шеш һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалау тәьҫирен өйрәнеүгә арналған.
Алсынбаев М. М. ҡатнашлығында үҙенсәлекле яңы иммуноглобулиндар эшләнә, ҡан препараттарын (лейкоцитар интерферон, церулоплазмин һ.б.) етештереү технологияһы камиллаштырыла.
220-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 31 уйлап табыу авторы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Башҡортостан Республикаһының 2‑се һәм 3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1999)
- Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған табибы (1995).
- Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Фәнни хеҙмәттәре
- Иммунные основы патогенеза, иммунодиагностика и иммунотерапия при аллергической патологии легких. Уфа, 1999 (авторҙ.); Основы иммунных и иммунонаправленных методов терапии и профилактики. Уфа, 2000 (авторҙаш)[1]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы. 2019 йылдың 1 апрель көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы. 2019 йылдың 1 апрель көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- На страже жизни и здоровья людей (к 65-летию видного ученого и организатора здравоохранения Махамата Алсынбаева)[1]